+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2022, 19:00

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының финалы

14 декабрҙә, республика Башҡорт теле көнөн билдәләгәндә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының Гала-концерты үтә.

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының финалы
«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының финалы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдың 17 ғинуарындағы УГ-15-се «Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында»ғы Указына ярашлы уҙғарыла.

Бәйге 12 февраль, шағирҙың тыуған көнөндә башланды. Конкурс өс этапта үткәрелә. Беренсе этапта социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡыусылар профессиональ һәм һәүәҫкәр видеороликтар ебәрҙе. Шуныһы мөһим: конкурс эштәре башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителде. Бөтәһе 800-ҙән ашыу эш килде, эштәрҙең һәр береһен жюри ағзалары ҡараны. Жюри билдәләүе буйынса конкурстың икенсе, телевизион этабына 30 ҡатнашыусы үтте. Уларҙың эштәре 26 августан 25 сентябргә тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелде, телеканалдың сайтында тамашасылар оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса конкурс финалына 18 ҡатнашыусы үтте.

Бәйгенең финалы 14 декабрҙә киске сәғәт 18:00-ла “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа. Инеү - бушлай. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранты (Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды) иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Конкурсты ойоштороусылар - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, Дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар предприятиеһы.

 

Автор:
Читайте нас: