0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2022, 13:00

«Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында гала-концерт һәм «Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Конкурс туғыҙынсы йыл уҙғарыла һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы, Татарстан республикаһының халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының Ғ.Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фәриҙә Ҡудашева һәм Башҡорт АССР-ның халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Бәхти Ғайсиндың ижадына арнала.

«Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәле булды
«Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Ғәҙәттәгесә, конкурс ике номинация буйынса үткәрелә: Фәриҙә Ҡудашева репертуарындағы йырҙарҙы вокаль башҡарыу һәм Бәхти Ғайсиндың әҫәрҙәрендә музыка ҡоралдарында уйнау. Конкурста йыл һайын һәүәҫкәр башҡарыусылар, вокал ансамблдәре, шулай уҡ уҡыусылар һәм студенттар ҡатнаша. Билдәләп үтергә кәрәк, конкурс киң танылыу яулай. Быйыл конкурс географияһы республиканан ситкә сыҡты, ғаризалар Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән һәм хатта Үзбәкстандан килде.

Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны, ул үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә конкурстың әһәмиәтен билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина ойоштороусыларға республиканың мәҙәни мираҫын һаҡлауға өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Рәсәй Федерацияһы дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы Советы рәйесе Римма Үтәшева конкурс тарихы хаҡында һөйләне, конкурсанттарға ижади уңыштар теләне.

Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ Татарстан Республикаһының Башҡортостандағы даими вәкиле Йосоп Яҡубов, Бөтә Донъя татарҙары конгресының Башҡортостандағы вәкиле Альфред Дәүләтшин сығыш яһаны.

«Ике аҡҡош» проекты музыкаға, ижадҡа ғашиҡ быуындар араһында бәйләүсе звено булып тора. Конкурстың яҡты һәм уңышлы киләсәге булыуына ышанабыҙ. Тағы ла күберәк ҡатнашыусыларҙы, милли мәҙәниәтте һәм сәнғәтте баһалаусыларҙы көтәбеҙ», – тип билдәләне жюри рәйесе Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов.

 

Йырлау буйынса гран-приға Айҙар Шәфиғуллин (Йәрмәкәй районы), ә «Аҡ табын» ансамбле (Учалы районы) «Инструменталь башҡарыу» номинацияһында шундай уҡ дипломға лайыҡ булды.

 

1-се дәрәжә лауреат исеменә Ҡазан федераль университетының татар халыҡ хоры (Ҡазан ҡалаһы), төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Әбүзәр Миңлебаев (Төмән ҡалаһы), Эльза Әхмәҙиева (Дүртөйлө ҡалаһы) лайыҡ булды.

 

Тамашасылар Роза Яҡупова, Ринат Рамазанов, Ҡәҙриә Исламова, Физәлиә Кәлимуллина, Азат Шәйхетдинов кеүек конкурсанттарҙың сығыштарын йылы ҡаршы алды. «Почтальон» йырын башҡарған иң йәш ҡатнашыусы Самира Сәйетғәлиева залда алҡыштарға күмелде. Кристина Исаченконың сығышы үҙенсәлекле булды, ул Рөстәм Яхиндың рус теленә тәржемә ителгән романсын башҡарҙы.

Инструменталистар араһында Нил Сәлихов, Наил Вәлиев, Фәйез Сафиуллин айырылып торҙо. Ҡурайсылар, Бәхти Ғайсиндың яҡташтары ансамбле "Шайморатов генерал" йырын башҡарҙы. Учалы ҡалаһынан ун йәшлек Динислам Шаһиевтың ҡулында башҡорт ҡурайы яңғыраны. Ә уның уҡытыусыһы, «Аҡ табын» ансамбле етәксеһе Шәфҡәт Йосопов бер үк ваҡытта ҡурайҙа һәм гармунда уйнап таң ҡалдырҙы.

Конкурсанттар Айҙар Ғәлимов, Лилиә Ишемйәрова, Айҙар Ғәбдинов, Фәриҙә Тимербаева һәм Роберт Тимербаевтар, Тимур Рамазанов, Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, Алиса Жумағәлиева кеүек популяр эстрада артистары менән бер сәхнәлә сығыш яһаны.

Был кистә еңеүселәргә бик күп яҡшы һүҙҙәр яңғыраны, бүләктәр һәм сюрприздар көттө. Мәҫәлән, Дүртөйлө районының «Илһам» гармунсылар ансамбле, Йәрмәкәй районының «Йәрмәкәй егеттәре» гармунсылар ансамбле, Мәсетле районының «Зөбәржәт» халыҡ фольклор ансамбле тальян гармун һатып алыуға сертификаттар менән бүләкләнде. Ә Ауырғазы районының «Тасма» баянсылар, тальянсылар ансамбле ике музыка ҡоралына сертификат алды.

Шулай уҡ республика татарҙарының милли-мәҙәни автономияһының әүҙем ағзаларына дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.

Гала-концертты Эльмира Саматова, Дамира Сәйетова, Николай Яксанов һәм Азат Вәлиуллин алып барҙы.

Концерт башланыр алдынан тамашасыларҙы күргәҙмә һәм фотозона көтә ине. Күргәҙмәлә Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижад юлын асҡан шәхси әйберҙәр һәм материалдар: фотоһүрәттәр, китаптар, пластинкалар, шулай уҡ композиторҙың музыка ҡоралы һәм сәхнә костюмдары тәҡдим ителде. Был инсталляция башҡорт һәм татар эстрадаһының бөйөк һәм хөрмәтле кешеләренең бай тарихи-мәҙәни мираҫына ҡағылырға, уларҙың тормошонан аҙ билдәле факттарҙы асырға мөмкинлек бирҙе.

2022 йылда «Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Федераль милли-мәҙәни автономия, Ауырғазы һәм Шишмә райондары хакимиәттәре менән берлектә милләттәр эштәре Буйынса Федераль агентлыҡ ярҙамында Башҡортостан Республикаһы татарҙарының Милли-мәҙәни автономияһы менән уҙғарылды.

 

«Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәле булды
«Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәле булды
«Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәле булды
«Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәле булды
Автор:
Читайте нас: