

"Дөрөҫөн әйтәм, бөгөн ижад кисәһенә килә алмай ҡалманым. Маэстроға – башҡорт халҡының бөйөк улына ҙур рәхмәт әйткем килә. Минең быуын «Ҡышҡы романс», «Өфө йүкәләре», «Юҡҡа түгел» композицияларында тәрбиәләнгән. Мин йыш ҡына һеҙҙең музыканы тыңлайым. Һеҙ, һис шикһеҙ, бөйөк композитор. Һеҙҙең жанрығыҙ – йырҙар ғына түгел, ә ҙур музыка ҡатламынан тора. Ижадығыҙ барыбыҙҙы ла, бөтә республиканы берләштерә», - тине сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров.
Музыкаль һәм вокаль яҡтан биҙәлгән хореографик композицияла билдәле хиттар ҡулланыла. Спектакль нигеҙендә - Мәсәлим Вәлиевтың Ҡадир Даян шиғырына «Матур Өфө ҡалаһы» һәм«Өфө йүкәләре» йырҙары ята. Икенсе йырҙы Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, юбиляр Рим Хәсәнов Назар Нәжми шиғырына яҙған һәм ул Башҡортостандың баш ҡалаһының рәсми булмаған гимны булып тора. Тамашасылар яңы әҫәрҙе йылы һәм һоҡланып ҡабул итте.
- Вокаль-хореография композицияһында башҡорт бейеүенең матурлығы, йырҙарҙың моңлолоғо һәм оркестрҙың ҡеүәте сағылыш тапты. Хореографияла Өфө ҡалаһының йыйылма образы ҡулланыла: балеттың ҡатын-ҡыҙҙар составы Өфөнөң сәскә атып ултырған йүкәләрен, ир-егеттәр - ҡаланы яулап алған йәштәрҙе һүрәтләй, - тип билдәләнеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтендә.