+19 °С
Облачно
Новости
2 Декабря 2022, 12:00

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Серле Ҡыш бабай» яңы йыл хәйриә акцияһын иғлан итте

Акция 1 декабрҙән 25-енә тиклем бара.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Серле Ҡыш бабай» яңы йыл хәйриә акцияһын иғлан иттеМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Серле Ҡыш бабай» яңы йыл хәйриә акцияһын иғлан итте
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Серле Ҡыш бабай» яңы йыл хәйриә акцияһын иғлан итте

Театр «Серле Ҡыш бабай» ролен башҡарып, балаларға әкиәт бүләк итергә тәҡдим итә. Бының өсөн Башдрамтеатр кассаһында Яңы йыл әкиәттәренә билет һатып алып, уны махсус йәшниккә һалып ҡалдырырға кәрәк. Артабан театр етәкселеге мөғжизәле билеттарҙы етемдәргә, социаль-реабилитация үҙәктәрендә тәрбиәләнеүселәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға бүләк итәсәк.

«Бәхетле булыр өсөн, кемделер бәхетле итер кәрәк, – ти беҙҙең «Бәхет хаҡы» спектаклендәге герой. Әйҙәгеҙ, Яңы йыл мәлендә балаларға бәхет, шатлыҡ өләшәйек, уларҙа мөғжизәгә ышаныу көсөн арттырайыҡ. Серле Ҡыш бабай булайыҡ!», – тип белдерҙеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡорт драма театрында Яңы йыл тамашалары 21 декабрҙә башлана һәм 8 ғинуарға тиклем дауам итә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-12-01/bashkirskiy-teatr-dramy-im-m-gafuri-zapuskaet-novogodnyuyu-blagotvoritelnuyu-aktsiyu-taynyy-ded-moroz-3053397

 
Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас