+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2022, 13:00

И.Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры тифлокомментарий менән спектакль күрһәтәсәк

Ә нимә һуң ул тифлокомментарий?

И.Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры тифлокомментарий менән спектакль күрһәтәсәк
И.Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры тифлокомментарий менән спектакль күрһәтәсәк

4 декабрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И.Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры тифлокомментарий менән «Насретдиндың Алтын ишәге» спектаклен ҡуя.

Тифлокомментарий – сценарист төҙөгән һәм диктор уҡыған видеорәттең кадр артындағы тасуирламаһы.

Әкиәттә үҙенсәлекле тамашасылар буласаҡ. Тифлокомментатор Татьяна Рәжәпкина тере аңлатма биреп балалар өсөн махсуслаштырылған балалар баҡсаһы тамашасыларына сәхнәлә барған хәлдәрҙе «күрергә» ярҙам итәсәк.

Актерҙарҙың репликалары араһында тифлокомментатор сәхнәлә барған хәлдәрҙе: декорацияларҙы, артистарҙың костюмдарын, уларҙың хис-тойғоларын, хәрәкәтен тасуирлаясаҡ, шулай итеп “спектакль” күрһәтәсәк.

«Насретдиндың Алтын ишәге» әкиәте – ул яҡшы таныш төп герой менән яңы тарих. Билдәле Насретдин Мулланың хәйләкәр һәм ҡомһоҙ Ханды өйрәтеренә, дөрөҫлөктө тантаналы күтәрергә ярҙам итеренә һәм гүзәл Фатиманы азат итеренә, шик юҡ.

Изгелектең һәр ваҡыт яуызлыҡты еңеп сығыуы, хәйләкәрлек һәм ҡомһоҙлоҡ тураһында күңелле пьеса. Ябай ғына ишәктең дә алтын булыуы мөмкинлеге хаҡында... Автор ҡомһоҙ һәм аҡса ҡолона әйләнгән геройҙарҙан көлә. Иң мөһиме – әкиәттең стиле боҙолмаған. Спектаклдең аҙағы бәхетле тамамлана…

Спектакль рус телендә бара.

Ҡуйыусы режиссеры – Айҙар Зарипов.

Башҡорт драма театрының художество етәксеһе - Башҡортостандың халыҡ артисы Илһам Рәхимов.

Үҙенсәлекле тамашасылар өсөн спектакль ҡуйыу Алишер Усмановтың «Сәнғәт, фән һәм спорт» Хәйриә фондының «Үҙенсәлекле ҡараш» программаһы менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/v-bashkirskom-dramaticheskom-teatre-imi-yumagulova-pokazhut-spektakl-s-tiflokommentirovaniem

 

Автор:
Читайте нас: