Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов сәләмләне. Әлшәй, Дәүләкән батырҙарына һәм сәсәндәренә, йәш йырсыларға һәм ҡурайсыларға, сәсәниә, филология фәндәре докторы, быйыл республика Башлығы грантына лайыҡ булған ҡышҡы «Урал батыр байрамы» проекты авторы, танылған яҡташыбыҙ Розалиә Солтангәрәева йылы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте. Ул республикала эпос байрамының 2012 йылдан алып башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы буйынса ойошторолоуын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә ул Башҡортостандың ун ете районында уҙғарылды. Ә бөгөнгөһө республика Башлығы грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылыуы менән үҙенсәлекле. Республиканың Дәүләт Йыйылышы -ҡоролтай депутаты, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ла Барлыҡ ҡатнашыусыларға ихлас теләктәрен еткерҙе үҙенең сәләмләүен еткерҙе.Сараға шулай уҡ уның урынбаҫары Гөлфинә Юламанова, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова, сценарист, драматург, прозаик Шәүрә Шәкүрова, республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина саҡырылғайны. Артабан байрам Мәҙәниәт һарайы майҙанынан мәҙәниәт һәм ял паркында дауам итте. Бында ҡатнашыусыларҙы саф һауала арҡан тартыу, уҡ атыу, суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу буйынса ярыштар көттө, спорт залында көрәшселәр көс һынашты..
Тиҙҙән сәсәндәрҙең конкурстан тыш булған сығыштары өсөн дә ваҡыт етте. Ҡатнашыусыларҙың бер-береһен ҡабатламауы, ә этаплап бөйөк эпостың сюжетын һөйләүе отошло булды. Изге тексты башҡорт, рус, ҡаҙаҡ телдәрендә яңғыраттылар. Беренселәрҙән булып сәхнәгә уҡыусылар сыҡты, уларҙан һуң уҡытыусылары һүҙ тотто. Эпост юлдары менән ир-егеттәр ҙә аталарыы Йәнбирҙегә тоғролоҡҡа ант бирҙе. Иң аҙаҡтан әхлаҡ, изгелек һәм яуызлыҡ, илһөйәрлек, Тыуған илгә һөйөү, 21 мең йыллыҡта ла көнүҙәк булған ҡиммәттәр тураһында ағинәйҙәр һүҙ тотто. Һәр сәсән Урал батырҙың атаһы һәм әсәһе Йәнбирҙе һәм Йәнбикә ҡулынан аҡ яулыҡ - «ҡот яулығы» алды. Сәхнәнән эпостың төп юлдары рефрен менән яңғыраны. Әҫәрселәр, ҡулдарынан тотоп, аҡ ҡулъяулыҡтарға һелтәнеп, «ҡот», йәғни тормошто саҡырҙы.
Әлбиттә, байрам бүләктәрһеҙ үтмәне. Өфө ҡунаҡтары сағыу сәсәндәрҙе билдәләне. Шулай уҡ уҡытыусыларға, байрамды ойоштороусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Күп балалы әсә, Сурайҙан туғыҙ бала тәрбиәләгән Миниһан Миңлебай ҡыҙы Муллағәлиева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң юғары наградаһына - Рәбиға Кушаева исемендәге «ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы, башҡорт халҡының фольклорын һәм рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалауға индергән өлөшө өсөн почет грамоталары менән «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Мөфтөйева, «Замана» коллективы етәксеһе Айгөл Нуриәхмәтова, рәхмәт хаттары менән педагогтар Рәмзиә Зарипова (Раевка гимназияһы) һәм Миңзилә Муллағолова (Кыпсаҡ-Асҡар ауылы) бүләкләнде. Урал батырҙың юлын дауам итеүсе йәш уҡыусыны ла һайланылар - ул Ҡыпсаҡ-Асҡар уҡыусыһы, көрәшсе һәм сәсән Айгиз Сәмиғуллин булды.
Тантана усаҡ яғып бешерелгән былау менән һыйланыу менән тамамланды. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ошо байрамға тиклем изге йомала, имам-мөхтәсиб Мансур хәҙрәт етәкселегендә, ҡорбан салынған һәм башҡорт халҡы батырҙары, махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса көрәшкән үҙ Тыуған илен һаҡлауҙа тороусы яугирҙар именлеге өсөн күмәкләп доға ҡылыу йолаһы башҡарылған. Иншаллаһ, доғалар ҡабул булһын...
Фәнүзә СУФИЯНОВА