-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2022, 15:00

М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театры «Аҡмулла»спектакленең премьераһына саҡыра

Башҡорт теле көнө һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған тамашаға рәхим итегеҙ!

М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театры «Аҡмулла»спектакленең премьераһына саҡыра
М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театры «Аҡмулла»спектакленең премьераһына саҡыра

2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 14 декабрҙә башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында башҡорт теле Көнө билдәләнә. Байрам бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған.

Аҡмулланың тормошо һәм ижады күп кенә әҙәбиәтселәрҙең әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. Башҡортостан республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаеваның пьесаһы буйынса «Аҡмулла» спектакленең премьераһы 2022 йылдың 14 декабрендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Ҙур сәхнәһендә була. Спектакль мәғрифәтсенең «Нәсихәттәренә»-нәсихәттәргә, ҡобайырҙарға, шиғырҙарға, шулай уҡ XIX быуат аҙағы - XX быуат башы шағирҙарының ижад өлгөләренә яңыса ҡарарға тәҡдим итә.

Спектакль өҫтөндә эшләүсе ижади төркөм:

ҡуйыусы режиссер - Рөстәм Хәкимов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты;

ҡуйыусы рәссам - Рөстәм Баймөхәмәтов;

балетмейстер - Сәлимә Әминева, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (Ҡазан ҡалаһы);

композиторы - Вәсил Ғафаров;

яҡтылыҡ буйынса рәссам - Светлана Насонова.

Тамаша киске сәғәт 7-лә Ҙур залда башлана.

Спектакль башҡорт телендә бара, рус теленә синхрон тәржемә ителә. Премьера көндәре -14, 15 декабрь.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/nacionalnyj-molodezhnyj-teatr-rb-imeni-m-karima-priglashaet-na-premeru-spektaklya-akmulla

 

Автор:
Читайте нас: