+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2022, 10:00

«Байыҡ» бейеү телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды.

100 меңлек призға кем лайыҡ булды?

«Байыҡ» бейеү телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Байыҡ» бейеү телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды.

Иң яҡшы бейеү ҡуйыусыға 100 мең һум

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән тамашала «Байыҡ» бейеү телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Сарала яңғыҙ, трио, кесе ансамблдәр кеүек төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Бынан тыш, «Байыҡ» телевизион конкурсы жюриһының алыштырғыһыҙ рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов иҫтәлегенә булдырылған махсус приз тапшырылды. Әйткәндәй, конкурс быйыл 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 100 меңлек призға кем лайыҡ булды? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

5 йыл элек барлыҡҡа килгән «Ҡайтауаз» ансамбле ретро йырҙарҙы тергеҙеү маҡсаты менән янып йәшәй. Хәйбулла гармунсылары һайлап алыу турында уҡ күп тамашасылар һөйөүен яулай. Төрлө йәш вәкилдәрен берләштергән коллективтағы иң өлкән гармунсы 80-гә атлаған. «Байыҡ» конкурсында «Ҡайтауаз» халыҡ ансамбле лауреат исеменә лайыҡ булды.

Гармунсылар көйөнә бейергә сәхнәгә башҡорт бейеү сәнғәте әһелдәре күтәрелде. Зал бейеү сәнғәтенең күгендә йондоҙ булып балҡыған юбиляр хореографтарҙы аяғүрә тороп алҡышланы.

«Байыҡ» лайыҡлыларҙы данлай, яңы исемдәр аса. Әйтәйек, Тәтешле районынан ике коллектив еңеүселәр исеменә инде. «Гөлләрем» халыҡ хореография ансамбле өр-яңы «Өс туған» бейеүен тәҡдим итеп, «Трио» номинацияһында Гран-приға лайыҡ булды. Бәйгегә улар үҙ төбәгенә генә хас булған сағыу костюмдар теккән.

Гран-приға лайыҡ булыусылар араһында Өфө районы Шамонин ауылынан «Наза» халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә бар. Коллективта бер профессиональ бейеүсе булмаһа ла, уның һәр бер ағзаһы милли бейеү традицияларын ҡәҙерләп һаҡлай һәм пропагандалай. Коллектив төрлө һөнәр эйәләрен: завод хеҙмәткәрҙәрен, уҡытыусы, һатыусы һәм башҡаларҙы берләштергән.

«Байыҡ» бейеүселәрҙең генә түгел, бейеү ҡуйыусыларҙың да һәләтен камиллаштыра, дәрәжәһен үҫтерә. Конкурс сиктәрендә 100 меңлек сертификат башҡорт бейеүе сәнғәтенә тоғро хеҙмәт иткән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллинға тапшырылды. Уҙаман «Байыҡ» уртаһында проект башланғандан бирле ҡайнап, 90-дан ашыу бейеү, хореографик постановкалар ҡуя.

«Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион бәйгеһе яңғыҙ бейеүселәр өсөн генә тип башланһа, бер аҙҙан парлы, трио, бәләкәй ансамблдәргә лә мәртәбәле сәхнәгә сығыу бәхете тейә. 15 йыл дауамында проект сиктәрендә йөҙҙәрсә яңы бейеү коллективтары барлыҡҡа килеп, шунса уҡ яңы бейеүҙәр һалына.

«Байыҡ» башҡорт бейеүҙәре телевизион проектында йыл һайын республика, Рәсәй төбәктәре һәм башҡа илдәрҙән 500-гә яҡын бейеүсе ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа конкурс сәхнәһенә Ирландия, Төркиә, Үзбәкстан, Бүрәт республикаһы һәм башҡа төбәк артистары күтәрелә. Бөгөн проект бәләкәй «Байыҡ»тарға ла ҡанат ҡуя. Әйткәндәй, ҡатнашыусыларҙың иң кесеһенә 3 йәш булған.

«Байыҡ» проекты бейеү сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө менән хаҡлы ғорурлана ала. 15 йыл дауамында проект халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеп, башҡорт халыҡ бейеүҙәренең уникаль традицияларын ил кимәлендә данлай. Проектта эшләүселәр һам ҡатнашыусылар араһында осраҡлы кешеләр юҡ - улар барыһы ла милли бейеү тип янып йәшәй.

 

Рәзилә Ғиниәтуллина

https://bash.news/bash/news/189223-in-yaksy-beieu-kuiyusyga-100-men-xum

 

 

Автор:
Читайте нас: