

Артабан ете көн дауамында ошо кинотеатрҙа башҡорт режиссерының башҡорт һәм рус телдәрендә «Өс таған» мажаралы фильмы, «Йыл ғаиләһе» комедияһы күрһәтеләсәк. Уларға Пушкин картаһы буйынса инергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәҙәниәт министрлығынан.
«Башҡортостан» киностудияһы һәм «Асҡарфильм» компанияһы тарафынан төшөрөлгән фильмдар аҙналығында барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ. Һәр фильмдан һуң ижади осрашыуҙар үткәрергә планлаштырабыҙ, уларҙа үҙем ҡатнашасаҡмын, саҡырылған ижади коллективтар ҙа буласаҡ. Яратҡан тамашасыларыбыҙ менән «һорау — яуап» форматында аралашырға, тәьҫораттарыбыҙ менән бүлешергә теләйбеҙ, — ти режиссер Айнур Асҡаров.
«Буран» драмаһы Свердловск киностудияһында төшөрөлдө. Ул режиссерҙың тыуған яғында — Хәйбулла районында 2016 йылда булған ысын хәлдәргә нигеҙләнгән. Фильм 2021 йылда прокатҡа сыҡты.
https://kurultai.ru/ba/content/3643-v-kinoteatre-rodina-projdet-nedelya-filmov-ajnura-askarova/