Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Дамир Таипов Илһөйәрлек йыры фестивалендә ҡатнаша. Һайлап алыу турын үткән 50 башҡарыусы 27 ноябрҙә Мәскәүҙә гала-концертта сығыш яһай. Ул С.А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты сәхнәһендә үтәсәк. Фестиваль призерҙары һәм еңеүселәре «Росконцерт» программаларында ҡатнашыу өсөн ангажмент һәм 160-200 мең һум аҡсалата приздар аласаҡ. Бөтә Рәсәй мәҙәни проекты - Патриотик йырҙар фестивале һәләтле йыр авторҙарын һәм башҡарыусыларын асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, граждандарға патриотик, музыкаль-эстетик һәм мәҙәни тәрбиә биреүгә булышлыҡ итеү, халыҡтар берҙәмлеген нығытыу маҡсатында уҙғарыла.
Фото: Башҡорт дәүләт филармонияһы