«Статус» инклюзив халыҡ художество театры 2016 йылда режиссер Гүзәл Дәүләтова һәм «Факел» инвалидтарҙың төбәк ойошмаһы етәксеһе Марат Йосопов тарафынан Ойошторола. Репетицияларға тәүгеләрҙән булып ҡасандыр Гүзәл Дәүләтова менән эшләгән Петр Шеин исемендәге Халыҡ театрының элекке актерҙары килә. Театр инклюзив халыҡ театры форматында ойошторолған һәм әле лә эшләй. Театр постановкаларында инвалилығы булғандар ҙа, һау-сәләмәт актерҙар ҙа ҡатнаша. Сөнки сәхнәне, сәнғәтте яратҡан һәм уға хеҙмәт итергә әҙер булғандар өсөн кәртәләр юҡ.
Театрҙа профессиональ артистар ҙа, профессиональ булмағандар ҙа ҡатнаша. Улар төрлө һөнәр эйәләре: инженерҙар, спортсылар, уҡытыусылар, менеджерҙар, эшҡыуарҙар, табиптар, студенттар һәм башҡалар. Инклюзив театр формалашҡанда актёрҙар составы үҙгәреп тора шулай ҙа коллективта тәүге көндән алып эшләгәндәр ҙә бар. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда театр коллективының даими репетициялары һәм актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәр уҙғарыла. Театр спектаклдәрен меңдәрсә тамашасы ҡараған. Халыҡ улар ҡуйған һәр тамашаны көтөп ала һәм йылы ҡубул итә.
Теләге булған һәр кем театр труппаһына инә ала, Берҙән-бер шарт: даими репетициялар өсөн ваҡыт табыу һәм театрҙа билдәләнгән тәртиптәрҙе үтәү. Киләсәктә лә театр инклюзив театр сәнғәтен үҫтерергә, репертуарҙы ҡыҙыҡлы сәхнә әҫәрҙәре менән тулыландырырға һәм уларҙы тамашасы хөкөмөнә сығарырға ниәтләй ниәтләй.
Ошо көндәрҙә “Статус” инклюзив халыҡ театры Ольга Степнованың "Бәхетле билмән" пьесаһы буйынса комедияһын тәҡдим итте. Спектаклде театрҙың режиссеры Гүзәл Дәүләтова сәхнәләштергән.
Комедияла паралимпиясы, Рәсәй, донъя һәм Европа чемпионы Марат Йосопов (актер-инвалид), Ангелина Батрукова, Екатерина Сергеева, Глюся Пашковская һәм Руслан Ибраһимов (актер-инвалид) ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһының «Факел» инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы 2022 йылда «Инклюзив театр - минең яңы мөмкинлектәрем!» проекты менән Рәсәй Федерацияһы Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә арналған грантын отто. Спектакль 2023 йылда Башҡортостандың 5 муниципаль районында күрһәтеләсәк. Унда Башҡортостан Республикаһының 25 муниципаль районынан дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре, архитектура һәм төҙөлөш, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәҙәниәт, мәғариф, социаль өлкә учреждениелары белгестәре һәм башҡалар, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары, ижади коллективтар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыласаҡ. Инклюзив халыҡ театры спектаклен күрһәткәндән һуң инклюзив мәҙәниәтте һәм мөхитте формалаштырыу мәсьәләләре буйынса лекциялар уҙғарыла.
«Инклюзив театр - минең яңы мөмкинлектәрем!» проекты мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә инклюзив мөхит, инклюзив ижади коллективтар ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә, инвалидтарҙы башҡа граждандар менән бер рәттән тулы ҡанлы йәмәғәт тормошона йәлеп итеүгә, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, театр сәнғәте сараларынпа ылыҡтырыуға йүнәлтелгән.