Ошо йылдар эсендә бай мәҙәни мираҫты һаҡлауға булышлыҡ иткән проект тамашасылар араһында танылыу яулап ҡына ҡалманы, халыҡ-ара статусҡа ла эйә булды. Йыл һайын конкурс гала-концертына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән бейеү коллективтары килә. 26 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә республиканың төрлө мөйөштәренән солистар һәм бейеү коллективтары йыйыла. Концерт программаһында «Байыҡ-2022» еңеүселәренең иң яҡшы номерҙары, шулай уҡ башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының ҡатнашыуы көтөлә.
«Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсы 2008 йылдан алып уҙғарыла. Ул шул уҡ исемле боронғо башҡорт бейеүе хөрмәтенә аталған, уның барлыҡҡа килеүе Айҙар Байыҡ сәсәндең исеме менән бәйле. Конкурста йыл һайын бөтә республиканан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу бейеүсе ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа конкурста Ирландия, Төркиә, Татарстан, Үзбәкстан, Украина, Чечня, Кабардин-Балкар, Греция, Осетия, Калмыҡстан, Татарстан, Бүрәтстан, Хакасия коллективтары ҡатнашты.