25 ноябрҙә Өфөләге «Родина» кинотеатрында режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Ап-аҡ ҡар» фильмы күрһәтелә. Һунарсылыҡ хужалығында йәшәгән бәләкәй башҡорт ҡыҙының дауаханаға эләгеү һәм унда балалар йортонда тәрбиәләнгән рус ҡыҙы менән танышыу тарихы бәйән ителә был фильмда.
Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Рәсәй Кинорежиссерҙар гильдияһы ағзаһы, «ТЭФИ-төбәк» милли телевизион премияһы лауреаты.
Вилүрә Иҫәндәүләтова өсөн «Ап-аҡ ҡар» нәфис фильмы уйын фильмында тәүге аҙым булып тора. Быға тиклем ул документаль кино жанрында эшләне. Уның фильмографияһында 20-нән ашыу фильм иҫәпләнә, күптәре төрлө абруйлы халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнашып, призлы урындар яулаған.
Төп ролдәрҙе Камилә Кәбирова менән Кира Богодухова башҡара.
Фильмды Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән.
Фильм киске 7-лә башлана, йыйылыу ваҡыты киске сәғәт 6-ға билдәләнгән.
Кинотеатрҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 42.
https://kulturarb.ru/ba/news/premera-vilүrә-iҫәndәүlәtovanyң-ap-aҡ-ҡar-filmy-ҙur-ekranғa-syғa