-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 10:26

Ваҡытһыҙ вафат булған Илшат Яхин — йыл композиторы

-

Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, «ЮлдашХит-2022» фестиваленең финалы уҙҙы. Концертта хит-парадта ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Тамашасылар һөйөүен Иҙел Нурғәлин яуланы, ул шулай уҡ «Юлдаш» радиоһының халыҡ артисы тип танылды.

 

Моң иленә илткән һуҡмаҡтар

Әсир итер моңло ижады менән йыр-моң һөйөүселәрҙең ихтирамын яулаған билдәле композитор, музыкант, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Яхин сәнғәт донъяһының оло юлы буйлап киң һәм ышаныслы аҙымдар менән атлай. Йыр-моң иленә уны ниндәй һуҡмаҡтар алып килгән? Ҙур сәхнәләрҙе яуларға әйҙәүсе рух көсө биргән, белем осҡоно тоҡандырған өсөн кемдәргә рәхмәтле билдәле йырҙар, бихисап көйҙәр авторы? Ижад итеү – йәшәү рәүеше лә, яратҡан эше лә, илһам сығанағы ла булған шәхестең мажаралы күңел донъяһына сер шаршауын асҡан һөйләшеү был.

 
Ҡатмарлы сәнғәт донъяһына һуҡмаҡтың башы тыуған яғым – Учалы районында, йәмле Шәгәр йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡотой ауылында башланды. Дүртенсе класҡа тиклем ошо ауылда йәшәнек. Бала саҡтың иң күңелле, матур саҡтарын мин Ҡотой ауылына бәйләйем. Олатай-өләсәй менән бер ғаилә булып йәшәнек. Олатайым уҡымышлы дини кеше булды. Әйткәндәй, уның тамыры – Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан. Бөйөк шәхес – Зәки Вәлидигә туғанлығыбыҙ ҙа бар. Бер нисә ғаилә 1916 йылда Ишембай яҡтарынан Учалы тарафтарына күсенеп килгәндәр (Яхиндар, Һатлыҡовтар, Әхмәтйәновтар...) Өләсәйем бик тырыш, уңған башҡорт ҡатыны, беҙҙе – барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешергә ныҡ ярҙам итте. Нәҫелебеҙ талант эйәләренә бик бай, йыр-моңға әүәҫ булған. Минең сәнғәт юлынан китеүемә лә шул йоғонто яһағандыр, моғайын. Әйткәндәй, минең атайым да гармунда оҫта ғына уйнай. Әсәйем уҡытыусы, төрлө фәндәр уҡытыуынан тыш, музыка дәрестәрен дә алып барҙы. Үҙе бик оҫта мандолинала уйнай һәм йырлай.

Бер ауылда йәшәгән туғаныбыҙ (әле ул мәрхүм инде) Ғосман ағай Яхин бик оҫта баянсы булды. Уның уйнауына барыбыҙ ҙа хайран ҡала торғайныҡ. Минең баян уйнарға ынтылышымды күреп, миңә беренсе класта хромка гармуны һатып алып бирҙеләр. Иң беренсе үҙаллы уйнаған «Һау булығыҙ, аҡҡоштар» тигән көйҙө лә әсәйем ошо гармундың уң яғынан ғына өйрәтеп бирҙе. Шунан, үҙемсә яйлап тысҡылдатып, ҡалған көйҙәрҙе лә сығара башланым. Ғосман ағайыбыҙ ҙа, ваҡыты барҙа, миңә ярҙам итә торғайны. Сытырман йәбешеп, сәмләнеп гармунда уйнарға ынтылышымды күреп, өләсәйем 18 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан, колхоз үҙәге булған Ураҙ ауылындағы музыкаль мәктәпкә аҙнаһына ике тапҡыр үҙе йөрөтә башланы (әйткәндәй, мин студент булып киткәс, ҡиммәтле баянды һатып алырға аҡсалата ҙур ярҙам күрһәткән дә олатайым менән өләсәйем булдылар. Ҙур рәхмәтлемен уларға).

Музыка буйынса беренсе уҡытыусым – ошо Ураҙ ауылына килен булып төшкән, баян класын алып барған Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы Зиннурова булды. Баяндың беренсе серҙәрен асыусы ла, беренсе ноталар менән таныштырыусы ла, ҙур булмаған аудиториялы тамашасылар алдына алып сығыусы ла ул. Мин уға оло рәхмәтлемен. Шулай итеп, музыка буйынса беренсе класымды Гүзәл Рәхимйән ҡыҙында уҡып сығыу бәхете тейҙе.

Һуңынан, ғаиләбеҙ менән Зәйнәкәй ауылына күсеп китеү сәбәпле, музыкаль белемде алыуҙы туҡтатып торорға тура килде. Ләкин музыканан, баянда уйнауҙан айырылманым. Бәхетемә күрә, ошо ауылда класташым Айҙар Исламов та баянға бик мөкиббән ине. Уның менән уҙышмаҡтан, бер-беребеҙгә терәк булып, баян серҙәрен асыу эштәрен алып барҙыҡ. Киске урамда ла, тау битенә уйынға сыҡһаҡ та баян, гармунды ҡулдан төшөрмәнек. Мәктәптә лә, төрлө саралар үткәргәндә, музыкаль яҡтан биҙәүсе булып әсәйемдең уң ҡулына әйләндем.

Ғаиләбеҙ таланттарға бай булғас, район мәҙәниәт бүлеге лә барлыҡ смотр-конкурстарға саҡырып торҙо. Ғаилә ансамблдәре ул ваҡытта бик әүҙем сығыш яһай ине. Ул ваҡытта районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлеген Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы етәкләй ине.Уның әүҙем етәкселеге аҫтында районыбыҙ мәҙәниәт өлкәһендә бик алға китте. Республика киңлектәрендә барлыҡ ҙур сараларҙа, конкурстарҙа Учалы районы алдынғылар рәтендә барҙы. Гөлдәр Сабит ҡыҙы ярҙамында беҙҙең райондан бик күп сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм арҙаҡлы шәхестәр сыҡты. Мин үҙемде шуларҙың бер емеше, тип әйтһәм дә яңылыш булмаҫ. Учалынан сыҡҡан барлыҡ сәнғәт әһелдәре исеменән «Тамаша» журналы аша Гөлдәр Сабит ҡыҙына ҙур рәхмәтемде еткерәһем килә.

Етенсе класта уҡыған саҡта музыка мәктәбе булған Иманғол ауылына күсеп килдек, һәм, мөмкинлектән файҙаланып, мин музыкаль белемемде ошо ауылда дауам итеп алып киттем. Ҡайҙа ғына булһам да, музыка уҡытыусыларынан уңдым. Иманғол ауылына баян класын уҡытырға, Башҡортостандың халыҡ артисы, баянсы Рәжәп ағай Вәдүтов килде. Ҡыҫҡа ғына арала мин уның академик башҡарыуҙарын тыңлап, уның дәрестәренә йөрөп, баянға тағы ла нығыраҡ эҫендем, ғашиҡ булдым. Ошо мәлдән минең һөнәрем музыкант-баянсы буласағына бер шигем дә ҡалманы.

Юғарыла әйтеп үткәнемсә, Рәжәп ағайҙың өгөтләүҙәре, Гөлдәр Сабит ҡыҙының тырышлығы менән Өфө тарафтарына йыш йөрөүебеҙҙең һөҙөмтәһе булып, мин 9-сы класта Республика музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатында уҡый башланым. (Әлеге көндә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге  Республика гимназия-интернаты). 1994 йылда Урал аръяғы баш ҡалаһы Сибайҙа филармония асылыу айҡанлы, яҙмыш мине Сибай тарафтарына алып килде. Яңы ғына тупланған, йәшлек көсө ташып торған коллективҡа килеп инеүем минең тормошомдоң өр-яңы битен асты. Сәхнә серҙәрен, сәхнә фәненең үҙенсәлектәрен үҙләштереү миңә лә, йәш коллегаларыма ла бик файҙалы, фәһемле булды. Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатованың талантлы һәм ҡаты ҡулы аҫтында эшләүе һөҙөмтәһендә шул осорҙа бергә эшләй башлаған коллегаларым хәҙер инде барыһы ла республикабыҙҙың сағыу йондоҙҙарына әүерелделәр. Улар араһында тормош иптәшем, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, хәҙерге көндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баш режиссеры Сулпан Асҡарова ла бар ине. Сибай сәхнәһе беҙҙе ҡауыштырҙы, алдағы тормошобоҙға яңы юлдар, яңы офоҡтар асты. Сибайҙа йәшәгән дәүерҙә өлкән ҡыҙыбыҙ Азалия тыуҙы. Әлеге мәлдә ул иҡтисадсы һөнәрен камиллаштыра. Әсәһенә оҡшап, бик оҫта бейей, бөгөнгө көндә «Guzal-dance» бейеү ансамбленең солисткаһы. Өфөлә 2001 йылдан алып йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Баш ҡалала икенсе ҡыҙыбыҙ – Нәргизә донъяға килде, бәләкәсебеҙ быйыл 4-се класты тамамлай.

Үҙем әлеге көндә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында музыка бүлеге етәксеһе булып эшләйем.

Тормош юлым һәр төрлө ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та мажараларға бай булды. «Сәнғәт донъяһында Илшаттың мажаралары» тигән тотош китап яҙмалы. Ул хәлдәргә ҡатнашлығы булған бар сәнғәт кешеләренән йыйып алһаң, бер нисә томлыҡ китап булыр ине.

Бик йыш ҡабатланып, һәр саҡ хәтерҙә тороп, йылмайырға мәжбүр иткән хәлдәр Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров менән бәйле. Азамат үҙенең тәбиғәте буйынса бик шуҡ кеше. Уның шаянлығын барыһы ла яҡшы беләлер, тип уйлайым. Сибайҙа эшләгән дәүерҙә гастролдәргә күп йөрөнөк. Сәхнәлә мин һәр ваҡыт, музыкант булараҡ, эргәһендә торам, ситкә китә алмайым. Бик етди драматик йырҙар йырлағанда, оҙонораҡ проигрыш уйнаған ваҡытымда, ул, йырламай торған мәле менән файҙаланып, минең эргәгә килә лә, миңә берәй нимә тип төрттөрөп, эс ҡатырғыс берәй мәҙәк йә анекдот һөйләп китеп өлгөрә. Унан бер ни булмағандай етди итеп йырын дауам итеп алып китә. Ә мин торам, шарҡылдап көлөп ебәрмәҫ өсөн нисек тыйылырға белмәй, халыҡҡа сәхнәнән тура ҡарап. Ни сығып китеп, ни көлөп булмай – йырҙың аҙағына тиклем, көлкө килеүҙән шартлай яҙып ҡыҙарынып-бүртенеп.

Ғөмүмән, матур, һәләтле, юғары рухлы, изге күңелле кешеләр тормош юлымда юлдаш булған өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Улар менән бергә сынығыу, бергә оҫталыҡ туплау бәхете тейҙе. Кеше һирәк ваҡытта ғына үҙенән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерһен ул. Һәр ваҡыт камиллашыу уның асылына әүрелергә тейеш. Үҙең менән риза булып йөрөү – бөйөклөк манияһының күренешелер ул, минеңсә. Ҡәнәғәтһеҙлек, үҙеңде камиллаштырып тәнҡитләү – алға табан үҫештең төп этәргесе, тип һанайым. Берәй ҙур эште тамамлағандан һуң, бер ни ҡәҙәр уйға талам, был эш үтте, ә икенсеһе тағы ла юғарыраҡ сифатлы булырға тейеш бит тип. Һәр ваҡыт, үҙемдең мөмкинлектәремдең сигенә барып еттемме икән, ауырыраҡ мәсьәләләрҙе, бығаса миңә таныш булмаған офоҡтарҙы нисегерәк йырып сығырмын икән, тигән һорау уяна. Бигерәк тә яңы спектаклдәр өҫтөндә, яңы режиссерҙар менән эшләй башлағанда үҙемә шундай талап ҡуям. Хәҙер үҙебеҙҙең Башҡортостан режиссерҙары менән генә түгел, сит өлкә белгестәре менән дә эш итергә тура килә. Нисек кенә ауыр булмаһын, һөнәремде бик яратам. Үҙемде ныҡ бәхетле һанайым, сөнки яратҡан эшем бар. Ә әгәр ҙә тормош юлының башына ҡайтыу мөмкинселеге бирелһә, мин ошо уҡ юлды һайлар инем. Әҙерәк кенә айырма менән – ҡайһы бер мәлдәрҙе кисектереп үтер инем, икенсерәк хәл итер инем.

Республикабыҙҙағы бихисап күп сараларҙың музыкаль биҙәүсеһе булыу бәхете тейҙе миңә. Сибай ҡалаһында йыл һайын үткәрелеп килгән «Ирәндек моңдары» халыҡ йырҙары конкурсының гала-концерттарын биҙәнем. «Байыҡ» телевизион конкурсының Мораҙым шарлауығында балаларҙың һәм Өфө ҡалаһында өлкән быуын бейеүселәренең гала-концерттары биҙәлештәрен эшләгәндә оло яуаплылыҡ тойҙом. Бер нисә йыл «Башҡорт йыры» финал концерттарына яҙылған йырҙар һәм көйҙәрҙең ошо көнгәсә яңғырап килеүе ҡыуандыра. Милли геройыбыҙға арналған «Салауат йыйыны» байрамдарының театрлаштырылған финал сәхнәләре, «Йөрәк һүҙе» проекты өҫтөндә лә әүҙем эшләү һөҙөмтәле булды. Республика күләмендә үткән байрамдарҙы, спектаклдәрҙе биҙәгән, күптән түгел генә яҙған ижад емештәрем дә йөҙҙән ашып киткән икән. Татарстан Республикаһының Ғ.Камал исемендәге татар дәүләт академия театры һәм Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур татар драма театры ла йыш мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ үҙебеҙҙең Башҡортостан театрҙары һәм филармониялары менән дә тығыҙ бәйләнештәмен.

Өфөлә урынлашҡан Башҡортостандың төп өс музейына аудио-экскурсия яҙмаларын яҙып бирҙем. «Ете ҡыҙ» фонтанының әлегәсә яңғырап килгән музыкаль биҙәлеше лә минең ижад емеше. «Тамаша» журналы менән әңгәмәләшеү өсөн, бөтә ижад юлыма байҡау яһап, үҙем дә хайран ҡалып ултырам әле ул... (көлә).

Республикабыҙҙың легендар «Каруанһарай» төркөмө менән эшләү бәхете лә тейҙе миңә. Төркөмдөң етәксеһе Вилдан Яруллин саҡырыуы буйынса Сибайҙан тура ошо төркөмгә килдем һәм үҙем өсөн күп фәһемле һабаҡ алдым. Сөнки быға тиклем эшемдең форматы икенсерәк ине, ә эстрада төркөмөндә мин үҙем өсөн күп кенә асыштар яһап, студия йүнәлеше серҙәрен астым. Ул мәлдә «Каруанһарай» төркөмө менән бергә, беҙҙең ғаиләгә лә ярҙам күрһәткәне өсөн мәҙәниәт министры Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатовҡа оло рәхмәтемде еткерәм.

Һуңыраҡ, Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин тәғәйенләүе буйынса, филармонияның музыка бүлеге етәксеһе вазифаһын йөкмәнем. Йылдар үткәс, республикабыҙҙың көслө талантлы театр режиссеры Айрат Әхтәм улы Абушахманов саҡырыуы буйынса мин театр донъяһына барып индем. Филармония һәм театр үҙ-ара айырылһалар ҙа, икеһе лә ныҡ яҡын. Улар ярҙамында тәжрибәмдең бөгөнгө кимәленә килеп еткәнмендер, тип уйлайым.

Әлеге мәлдә тағы бер йүнәлештә илһамланып эшләйем – кинофильмдарға көйҙәр яҙам. Йәш кинорежиссер Руслан Юлтаев менән «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» ҡыҫҡа метражлы фильмдарын эшләнек. Шулай уҡ ошо режиссерҙың детектив жанрлы «Сируси» сериалына ла көйҙәр яҙып биҙәргә насип булды. Әйткәндәй, был өс фильмдың да сценарий авторы – Дамир Йосопов.

Әлеге көндә Салауат ҡала телестудияһы етәксеһе булып эшләгән йәш кинорежиссер Рәүил Хәкимов менән Флорид Бүләков пьесаһы буйынса яҙылған тулы метражлы «Әбейҙәр сыуағы» кинофильмын тамамланыҡ. Ошо арала зәңгәр экрандарҙа күрербеҙ, тигән өмөттә ҡалам.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.

"Тамаша" журналы, 2021 й.

Ваҡытһыҙ вафат булған Илшат Яхин — йыл композиторы
Ваҡытһыҙ вафат булған Илшат Яхин — йыл композиторы
Автор:
Читайте нас в