+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2022, 21:00

Уйландыра, рухландыра торған спектакль... Наилә Сәфәрғолова

... Бөгөнгөләй хәтеремдә, театрҙың юбилейы яҡынлашҡан һайын, "Нисек уны онотолмаҫлыҡ итеп үткәрергә икән?" - тигән һорау йөрәгемә бер генә минутҡа ла тынғы бирмәне. Эйе, ул ваҡытта, башымда ҡырҡ төрлө уй-фекерҙәр тыуып, ҡырҡ тапҡыр йуйылдылар... Һәм, шулай бер көн, мин театр подвалында ятҡан архивты ҡарап сығырға булдым, кем белә, бәлки, кәрәкле берәй мәғлүмәт табылыр?.. Хоҙайыма рәхмәт, ҡарашым ҡалын-ҡалын дәфтәрҙәргә туҡталды. Улар театҙың 1933 - 1946-сы йылдарҙағы Приказ китаптары ине. Ҡараштырып сығырға кәрәк, ниндәй ҙә булһа уларҙа файҙалы мәғлүмәттәр булыуы мөмкин тип уйланым да, бер ҡосаҡ тарих күтәреп бүлмәмә мендем һәм мөкиббән китеп, иҫ китмәле, бюрократик телдә түгел, ә бәләкәй генә хикәйә формаһындараҡ яҙылған яҙмаларға "сумдым"... Уҡыған һайын миңә Ауырғазы колхоз-совхоз театрының (әлеге үҙебеҙҙең салауат театры) тере тарихы күҙ алдымдан үткәндәй тойолдо... Ул шул тиклем ентекләп, тасуирләп яҙылған ине. 1941 йылдың приказ китабын уҡығанда күҙ йәштәрен тыя алманым. Иң тетрәндергәне театрҙың директоры үҙен - үҙе фронтҡа ебәреү хаҡындағы приказ булды. Шулай уҡый торғас, башыма "театрыбыҙ тарихы хаҡында спектакль ҡуйырға кәрәк!"- тигән уй килде.... Быға тиклем бер-нисә йыл элек, театр Әсәһе исемен йөрөткән театр ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәкиә апай Ахмерова, үлем түшәгенә ятҡас, мине саҡырып:-" Наилә ҡыҙым, мин үҙемде театрыбыҙ тарихын һөйләп ҡалдырырға бурыслы тип һанайым. Кил."- тигәйне.

Наилә Сәфәрғолова:

❤... Уйландыра, рухландыра торған спектакль... Күңел аҙығы биреүсе, кешене кеше итеп йәшәткән, шишмәләй, саф тойғо - мөхәббәт менән һуғарылған спектакль... Ул тамашасыны әсендерә лә, көйөндөрә лә, нәфрәтләндерә лә, көлдөрә лә, илата ла... Нәжиб Асанбаевтың "Ете ҡыҙ" пьесаһы буйынса яҙылған, Айрат Абушахманов сәхнәләштергән был спектакль Салауат дәүләт башҡорт драма театрының 75 йыллыҡ юбилейына арналып, уның үҙ тарихына таянып ижад ителде. Спектакльде ҡороусы рассәм Альберт Нестеров менән уны музыкаль яҡтан биҙәүсе композитор Әфәрим Акчурин сәхнә әҫәренең үҙенә генә хас илаһи атмосфераһын булдыра алдылар. Ә инде артистар ролдәрен тулҡынланып, яратып, ҡәҙерләп, үҙ балаларын тыуҙырғандай, уларға һоҡланғыс сәхнә ғүмерен бүләк иттеләр!..
... Бөгөнгөләй хәтеремдә, театрҙың юбилейы яҡынлашҡан һайын, "Нисек уны онотолмаҫлыҡ итеп үткәрергә икән?" - тигән һорау йөрәгемә бер генә минутҡа ла тынғы бирмәне. Эйе, ул ваҡытта, башымда ҡырҡ төрлө уй-фекерҙәр тыуып, ҡырҡ тапҡыр йуйылдылар... Һәм, шулай бер көн, мин театр подвалында ятҡан архивты ҡарап сығырға булдым, кем белә, бәлки, кәрәкле берәй мәғлүмәт табылыр?.. Хоҙайыма рәхмәт, ҡарашым ҡалын-ҡалын дәфтәрҙәргә туҡталды. Улар театҙың 1933 - 1946-сы йылдарҙағы Приказ китаптары ине. Ҡараштырып сығырға кәрәк, ниндәй ҙә булһа уларҙа файҙалы мәғлүмәттәр булыуы мөмкин тип уйланым да, бер ҡосаҡ тарих күтәреп бүлмәмә мендем һәм мөкиббән китеп, иҫ китмәле, бюрократик телдә түгел, ә бәләкәй генә хикәйә формаһындараҡ яҙылған яҙмаларға "сумдым"... Уҡыған һайын миңә Ауырғазы колхоз-совхоз театрының (әлеге үҙебеҙҙең салауат театры) тере тарихы күҙ алдымдан үткәндәй тойолдо... Ул шул тиклем ентекләп, тасуирләп яҙылған ине. 1941 йылдың приказ китабын уҡығанда күҙ йәштәрен тыя алманым. Иң тетрәндергәне театрҙың директоры үҙен - үҙе фронтҡа ебәреү хаҡындағы приказ булды. Шулай уҡый торғас, башыма "театрыбыҙ тарихы хаҡында спектакль ҡуйырға кәрәк!"- тигән уй килде.
... Быға тиклем бер-нисә йыл элек, театр Әсәһе исемен йөрөткән театр ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәкиә апай Ахмерова, үлем түшәгенә ятҡас, мине саҡырып:
-" Наилә ҡыҙым, мин үҙемде театрыбыҙ тарихын һөйләп ҡалдырырға бурыслы тип һанайым. Кил."- тигәйне. Мин, билдәле журналист Людмила Станкова менән театрыбыҙҙың музейы мөдире Әнфисә Азнабаеваны алып, Зәкиә апайға барҙым. Уның һөйләгән хәтирәләрен видеоға яҙҙырып ҡалыу бәхетенә ирештек беҙ ул саҡ. Был донъяла бер нимә лә бушҡа ғына булмай бит ул! Бына күпме йылдар уҙғас, тетрәндергес театр тарихы тағы ла минең иғтибарымды арбаны, валлаһи, был юҡҡа ғына түгелдер!.. Мотлаҡ 75 йыллыҡ юбилейға спектакль ҡуйырға кәрәк!!! Эйе, тик шулай булырға тейеш тип, был хаҡта коллективҡа әйттем - рәхмәт, улар хупланы. Хәҙер бар эш драматургта ғына тора! Кемдән яҙҙырырға? Туфан ағай Миңнуллинға мөрәжәғәт итергә булдым. Ул тыңланы ла, былай тине:
- Башҡорт ҡыҙы Наилә (ул миңә шулай өндәшә ине), дуҫҡайым, мин ҡаршы түгел, әммә был пьесаны Асанбай яҙырға тейеш. Һин уға мөрәжәғәт итеп ҡара, әгәр, ул ҡаршы килһә инде - мин яҙырмын. Салауат театры - ул, ни тиһәң дә Асанбай театры бит! Беләм, ул олпат йәштә, шулай ҙа, тәүҙә уға шылтырат.
Мин был һөйләшеүҙән һуң, Нәжиб ағайға шылтыраттым. Үтенесемде әйттем. Ап-арыу ғына тынлыҡ урынлашты, шунан ул:
- Ваҡыт әҙ, әлбиттә... Материалдар бар, етәрлек тиһеңме?.. Ярай, улайһа, бар яҙмаларыңды, документтарыңды тот та, кил. Башҡа пьесаға тотонмам тигән инем дә, ярай, тәүәкәлләйек, -тине.
Мин, шул уҡ көндө булмаһа ла, Салауаттан Өфөгә иртәгәһен шып итеп килеп тә еттем.
- Спектаклде кем ҡуясаҡ һуң?- тип һораны. Мин, үҙем дә һиҙмәҫтән, ризалығын да һорап тормайынса:
- Айрат. Айрат Абушахманов, - тинем.
- Улай булғас, ең һыҙғанып эшкә тотонам. Бар, ваҡыт әрәм итмәйек ҡайт, - тине лә, мине, янып торған күҙҙәре менән, оҙатып ҡалды.
Мин Айратты тиҙерәк күрәйем тип, уға шылтыраттым да, Академға йүгерҙем. Уға тотошлайы менән белгән, тапҡан салауат театры тарихын, бәйнә-бәйнә, илай-көлә һөйләп бирҙем дә:
- Айрат туғаным, ҡуяһыңмы? - тип үтендем. Ул, беләһегеҙме, шунда уҡ ризалашты! Шатлығымдан уны саҡ үбеп алманым.
Шунан, ҡанатланып ҡайтып, был хәбәрҙе коллективҡа әйттем һәм беҙ, аллаға шөкөр, 75 йыллыҡ юбилейыбыҙҙы ошо сәхнә әҫәре менән ҡаршылау бәхетенә ирештек!
Нәжиб ағай егеттәрсә генә, еңел генә, етеҙ генә яҙҙы "Ете ҡыҙҙы"...


P/s "Әгәр ҙә, спектаклдең үҙ йыры булмаһа, спектакль дә булмай",- ти торғайны милли драматургиябыҙ Аҡһаҡалы Нәжиб ағай Асанбаев. "Ете ҡыҙ"ҙың үҙ йыры булды. Уны ла, айырым һалам, тыңлағыҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Нәүфилә Яҡупова башҡара.

Уйландыра, рухландыра торған спектакль... Наилә Сәфәрғолова
Уйландыра, рухландыра торған спектакль... Наилә Сәфәрғолова
Автор:
Читайте нас: