+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2022, 11:00

 «Юлдаш Plus»  милли йәштәр фестивале ойошторола

«Юлдаш Plus» радиоһы йылға йомғаҡ яһай: хит-парад еңеүселәрен бер сәхнәлә йыя һәм әүҙем йәш ижадсыларҙы бүләкләй. Быйыл 22 декабрҙә  «Юлдаш Plus»   милли йәштәр фестивале уҙғарыла. Проект республика Башлығы гранты булышлығында  ойошторола һәм һәләтле йәштәрҙе асыуға йүнәлтелгән. Кисә  матбуғат конференцияһында гала-концертта ҡатнашыусылар һайлап алынды.

 Проектҡа барлығы  100-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙы республикала билдәле ижади шәхестәр, йәмәғәтселек вәкилдәренән  торған жюри ағзалары баһаланы һәм эш әле лә дауам итә. Проектта бөтәһе 12 номинация, улар иҫәбендә иң яҡшы йыл йырсыһы, төркөмө, блогеры, композиторы һәм йыл шағиры асыҡланасаҡ. Шулай уҡ «Йыл йыры», «Йыл тренды», «Йыл  ремейкы», «Йыл каверы», «Йыл дуэты» һәм «Йыл асышы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Һәр номинацияла финалға 3-5 кеше сыға.

Жюри ағзалырының  эшен «Юлдаш Plus» радиоһыһының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә тура эфирҙа күҙәтеп барырға мөмкин булды. Һайлап алыу турын үткәндәр «Юлдаш» милли йәштәр фестивалендә сығыш яһаясаҡ. Гала-концерт 22 декабрҙә көтөлә.   

«Юлдаш Plus» радиоһы 2014 йылдан эшләй һәм бик күп йәш алып барыусылар, башҡарыусылар өсөн ҙур ижади мөхиткә трамплин булып тора.

Автор:
Читайте нас в