+18 °С
Облачно
Новости
10 Ноября 2022, 12:00

Йыһан йыр яҙа аҡтан-аҡ

Хәтеремдә, өйөбөҙгә телевизор алып, уны ҡабыҙып ебәргәс тә, Мәжит Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” постановкаһы бара ине. Башҡорт телендә беренсе тапшырыу ишеткән мин, кескәй генә ҡыҙсыҡ, был мәҫәлде яттан белгәнгә күрә, телевизорҙан да нығыраҡ ҡысҡырып, ҡушылып һөйләй башланым. Тапшырыу тамамланғас, атай-әсәйемә “Ҙурайғас, һеҙ мине телевизорҙан ғына ҡарап, тыңлап ултырасаҡһығыҙ!”- тип ҡанатлы хыялымды белдергәнем хәтерҙә. “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһендә еңеү яулап, мин ошо изге ниәтемде лә тормошҡа ашырыуыма шатмын.

Һүҙ сәнғәте

Йыһан йыр яҙа аҡтан-аҡ

Биләүҙәге йәнемә

 

Ысынлап та, йәненә йыһан йыр яҙған һәм йыһанға йәне менән йыр яҙған кеше ул. Уның шиғырҙарының һәр юлын баш һүҙ итеп алырлыҡ...

Аллаһы Тәғәлә ҡайһы бер яратҡан ҡолона һәләтте өйөп бирә. Ошо булмышы татлы ғазабына әйләнгән илһамлы ҡол ижадһыҙ йәшәй алмай. Шундай күп ҡырлы ижады менән һоҡландырған талант эйәһе – шағирә, моңло йырҙар ижад итеүсе, нәфис һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлиә Кәлимуллина.

Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатының тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы  Кәлимуллина (Фәйзуллина) тел, милләт һәм рухи ҡиммәттәр һағында тора. Бар көсөн, ғүмерен балаларға белем биреүгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә арнай. Был хеҙмәттә уның шағирлыҡ һәләте бик йоғонтоло тәрбиә алымы һәм шағирә ҡулындағы көслө ҡорал. Ул – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы, шиғырҙары бик күп гәзит-журналдарҙа баҫыла, бер нисә йыйынтыҡҡа тупланып та донъя күрә.

Күптән түгел Ғәлиә Кәлимуллина «Ҡотҡарырға ине ҡояшты» тип исемләнгән бишенсе китабын сығарҙы. Был йыйынтығына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары ингән. Уларҙың һәр береһе баҙыҡ образдар, фәлсәфәүи уйланыуҙар менән туҡылған. Йыһан ҡанундары, ил-көн, халыҡ, тел, ер яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙары ғәм тәрәнлеге, үҙенсәлекле асыштары менән әсир итә.

 – «Һеҙ бала саҡтан сәхнәне яратҡанһығыҙ. Сәхнә йондоҙо булып балҡыр өсөн һәләт, хисле йөрәк, дәртле күңел, ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кеүек бөтә сифаттар ҙа һалынған булған, ә ниңә һеҙ башҡа юлды һайланығыҙ?» – тип һорамайса булдыра алманым бөгөнгө геройымдан.

Бала саҡ иленә сәйәхәт итеп, Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы күңел һандығы төбөндәге йылы ла, һағышлы ла хәтирәләре менән уртаҡлашты:

– Бер-бер артлы 9 бала тыуып-үҫкән ҙур ғаиләлә тәрбиәләндем мин. Эш һөйөп, эшкә өйрәнеп, кеше йәнле булып, бар тапҡан-таянғаныңды бүлешеп йәшәү кәрәклеген аңға һәм булмышыбыҙға һеңдереп үҫтек. Йәнә лә, ҡайнап торған ошо күмәк ғаиләлә, оло аҡыл эйәһе – әсәйемдең өләсәһе беҙҙең менән йәшәне. Беҙ уның ауыҙ-тел ижады байлығынан, рухи ҡиммәттәренән байып, һутланып, нурланып үҫтек. Ул бик күп мәҡәлдәр, таҡмаҡтар, йырҙар, ҡарһүҙҙәр белә ине. Уның ошо шау хазина һандығы кеүек тел байлығын күңел дәфтәремә һеңдереп алыуым менән бәхетлемен.

Көн дә ауыл көтөүен ҡаршыларға барған саҡта милли уйындар уйнап, өлөшөңә төшкән наказ-һынауҙы үтәр өсөн бөтә оҫталығыңды эшкә егеп, булдыҡлылыҡты, йәшәүгә һәләтлелекте уятып, нығытып үҫтек.

Бик отҡор булдым мин. Апайҙарым мәктәптән ҡайтып, өйгә эш итеп бирелгән шиғырҙарҙы ятларға ултырһа, уларҙан алда ятлап ала инем. Хәтеремдә, өйөбөҙгә телевизор алып, уны ҡабыҙып ебәргәс тә, Мәжит Ғафуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?» постановкаһы бара ине. Башҡорт телендә беренсе тапшырыу ишеткән мин, кескәй генә ҡыҙсыҡ, был мәҫәлде яттан белгәнгә күрә, телевизорҙан да нығыраҡ ҡысҡырып, ҡушылып һөйләй башланым. Тапшырыу тамамланғас, атай-әсәйемә «Ҙурайғас, һеҙ мине телевизорҙан ғына ҡарап, тыңлап ултырасаҡһығыҙ!» – тип ҡанатлы хыялымды белдергәнем хәтерҙә. «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә еңеү яулап, мин ошо изге ниәтемде лә тормошҡа ашырыуыма шатмын.

Шиғыр, нәфис һүҙ һөйләргә теләгем дә, һәләтем дә бала саҡтан уҡ булды. «Р» өнөн дә әйтә белмәгән кескәй генә мине ултырғысҡа баҫтырып шиғыр һөйләтеп бер булырҙар ине.

«Һигеҙенсе март бөгөн,

Атайҙар ҙа шат бөгөн,

Әсәйҙәр ҙә шат бөгөн»  ̶

тигән юлдары булған шиғырҙы йыш һөйләйҙәр ине элегерәк. Ултырғысҡа баҫып бына ошо шиғырҙы һөйләгән саҡта мин үҙемдән ҡушып дауам итеп алып китер инем: – Күршеләр ҙә шат бөгөн! Сынаяҡтар ҙа шат бөгөн! Балғалаҡтар ҙа шат бөгөн» һ.б. Тимәк, импровизация тигән нәмә шул ваҡытта уҡ булған. Дәрестә ятлау өсөн бирелгән шиғырҙарҙы бер ваҡытта ла өйҙә ятламаным. Ә аҡ ҡағыҙға күсереп яҙып алыр инем дә, йылға буйына, урманға сығып китеп, ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләр инем. Ә ҡыш көндәре, ҡырға йөрөп булмаған саҡта, мал ҡарарға сығып китер инем, ҡағыҙҙы бесән ҡыяғы менән сәнсеп нығытып ҡуйып, эшемде эшләй-эшләй ҡысҡырып ятлай торғайным. Ҙур класта уҡыған сағымда, башҡорт теле уҡытыусыбыҙ ауырып оҙайлы ваҡытҡа дауаханаға ятып киткәс, мәктәп директоры миңә һәм бер нисә уҡыусыға уның дәрестәрен уҡытырға бүлеп бирҙе. Бына ошо дәрестәрҙе мин илһамланып алып барҙым, әҫәрҙәрҙе уҡыусылар күңелендә осҡон уятырлыҡ итеп һөйләй, уҡый инем. Директорыбыҙ миңә: «Ғәлиә, һин тел уҡытыусыһы булырға тейешһең, һинең дәрестәреңдә шылт иткән тауыш та юҡ, балаларҙы арбай алаһың!» – тип нарыҡланы.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инеүем дә нәҡ ошо «мин тейешмен» тигән саҡырыу артынан барыу булғандыр.  Бала саҡтан иңдәремә ҡанат ҡуйған драма театры актеры булыу, шулай уҡ сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейеү хыялы мине ғүмер буйына ташламаны. Эшкә егелеп үҫкән ауыл балаһына, күмәк ғаиләнең таянысы булыр апай кешегә, әлбиттә, сәхнә юлын һайларға атай ҙа, әсәй ҙә рөхсәт бирмәне. Дәүләт эшен эшләп ҡайтҡандан һуң ғаиләгә лә файҙа, килем килтерә алырлыҡ һөнәр эйәһе булыуым ине уларҙың теләге. Атайым хатта сәнғәт институтына уҡырға барырға теләүемде белгәс, документтарымды йәшереп ҡуйҙы, һәм ваҡыт үткәс кенә уларҙы сығарып бирҙе. Хәҙер уйлап ҡарайым да, бик аҡыллы фекер йөрөткән бит ул: берегеҙ  – ашнаҡсы, берегеҙ  – һатыусы, берегеҙ тегенсе булығыҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итеп йәшәрлек булһын, тип әйтер ине ул. Уларҙың әйтеүен тыңлап,  мин Стәрлетамаҡтағы тегеүселәр әҙерләүсе уҡыу йортона йүнәлдем. Тиренән төрлө әйберҙәр, бүректәр, аяҡ кейемдәре тегеп өйрәнеүем тормошта кәрәк булыр тигән ниәтем нығынды. Әммә эшкәртергә алып киленгән йәнлек тиреләрен күреү, уларҙың тау-тау булып өйөлөп ятыуы минең хисле күңелемә шул тиклем ауыр тәьҫир итте, үтә ныҡ вәхшилек булып күренде. Мин был цехтан йәнем илап сыға инем, һәм унда оҙаҡҡа ҡала алмаҫымды аңланым. Донъя көтә башлағас, балаларыма, үҙебеҙгә кәрәкле, матур әйберҙәр тегеп, был тәжрибәнең дә бик кәрәге тейҙе шулай ҙа.

Юғары уҡыу йортонда уҡыған саҡтарымда сәхнәгә булған һыуһынымды ҡандырҙым тип әйтә алам. Сөнки университеттың «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә биш йыл буйы шөғөлләнеп, бик күп ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһаныҡ. Башҡортостандың ғына түгел, сит өлкәләрҙең мәҙәниәт һарайҙары ла беҙҙе алҡыштарға күмде. Бейергә теләгем шул тиклем ҙур булыуы бөтә кәртәләрҙе лә емерә алды. Ауыр эш менән быуындары ҡатҡан ауыл балаһының теләге ҙур, тип кенә, беренсе ынтылыуҙан уҡ был ансамблгә алманылар. Сөнки һайлау турын үткән саҡта махсус уҡыу йорттарында уҡып килгән, бейеүҙең бөтә нескәлектәрен белгән студенттар араһында күмелеп ҡалдым. Әммә сәхнә эргәһенән китмәй, улар өйрәнгән бөтә хәрәкәттәрҙе өйрәнеп, йәнем-тәнем менән бейеү донъяһында йәшәгәнемде күргән ансамблдең художество етәксеһе Екатерина Николаевна Варламова тиҙҙән мине коллективҡа саҡырҙы. Бейеүҙе шул тиклем яраттым, төрлө халыҡ бейеүҙәрендә солистка булып та, парлап, күмәкләп бейеп тә танһығымды ҡандыра алмай инем. Уҡытыусы булып эшләү дәүерендә лә айырылманым бейеүҙән. Данлыҡлы «Берғамыт» бейеү ансамбленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булдым, 40–50 баланан торған бер нисә бейеү түңәрәге алып барҙым.

Әлбиттә, нәфис һүҙ һөйләү оҫталығым да нәҡ студент йылдарында нығынды. «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә даими ҡатнашыу, үҙем кеүек үк йөрәгендә ижад осҡоно йөрөткән йәш ҡәләмдәштәр менән үҙ-ара фекер алышыу, буласаҡ шағирҙар менән аралашыу зиһенемә яҡты нур өҫтәне. Ниндәйҙер бер эске талпыныу, ижад ҡомары менән ҡәләмгә үрелдем, илһамланып шиғырҙар яҙҙым. Байрамдарға сценарийҙар ижад итеү, төрлө мәҙәни сараларҙа, байрамдарҙа алып барыусы булыу ҙа үҙ-үҙемә ышанысты арттырҙы.

«Йөрәк һүҙе – 2019» шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, уҡыусығыҙ менән бергә меңәрләгән тамашасыны әсир итеп, хаҡлы рәүештә өсөнсө урын яуланығыҙ. Был бәйгелә ҡатнашырға теләк нисек уянды?

 

– Алда әйткәнемсә, был бәйгелә ҡатнашыу теләге булмышымда йәшәгән сәхнәгә ынтылыштан тыуҙы. Йәш саҡта ҙур залдарҙы яңғыратып, күкрәк тултырып үҙ һүҙемде әйтеп кинәнес кисергән асылымды донъя көтөп йәшәй килә, һағына башлағайным инде. Мин үҙ ижадымды уҡыусым менән бергә ҙур сәхнәнән яңғыратыу теләген тормошҡа ашырҙым был бәйгелә. Башҡорт дәүләт драма театры артистары, ысын йондоҙҙар менән бер сәхнәнән тороп йөрәк һүҙемде әйтеү бәхетенә ирештем.

Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы булыуына һеҙҙең шәхес бер асыҡ миҫал. Хис-тойғолар ташып торған шиғырҙарығыҙға үҙегеҙ көй ҙә яҙаһығыҙ. Йәш саҡта йырҙар ижад итергә мөмкинлектәр ҙә, ваҡыт та тарыраҡ булғандыр, бәлки. Ҡасан һеҙ үҙегеҙҙә ошо һәләт барлығын аңлап ҡалдығыҙ?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин үҙемдә моң, музыкаль һәләт һалынғанлығын һуңлап аңланым. Күңелдә моң яралған саҡта үҙ алдыма ғына мөңрәп йырлай-йырлай йөрөһәм дә, килеп тыуған көйҙәрҙе гармун телдәрен сыңратып уйнаған мәлемдә лә үҙ моңом ағыла икәнен аңларға теләмәнемме икән, был шөғөлдө бөтөнләй оноторға тырыштым.

(Хис-тойғолар ҡайнаған мәлдә, түгелеп-түгелеп киткән йөрәк моңдарына йәшәү бүләк итер өсөн музыкаль белеме юҡ икәнен төшөнөп, ҡыҙы менән бергә музыка мәктәбенә йөрөп шөғөлләнергә теләгән сағы була, әммә яҡындарынан аңлау тапмағас, был ниәттән төңөлөргә мәжбүр була – АВТ.)

Элегерәк йыр өсөн яҙылған шиғырҙарға, ниңәлер, иғтибар ителмәгән, һәр хәлдә, бер ҡасан да йыр өсөн шиғыр яҙырға теләгем булманы. Йыр жанры тулы рифма, теүәл ритм талап итә. Ошо талаптар үтәлеп, йөкмәткеһе, мәғәнәүи тәрәнлеге булмаған йырҙар бик күп бөгөнгө эстрадала. Улар ҡолаҡты ярып инә, ә күңелде тетрәтмәй. Ошондай еңел-елпе йырҙарҙан халыҡ арыны, көйө менән бергә йырҙың һүҙҙәренә лә талап бар хәҙер. Йырсылар ҙа ул талапты аңлай, уларҙың да бер көнлөк йырҙар менән халыҡты биҙҙергеһе килмәй. Рифма менән ритмы теүәл, таҡмаҡ жанрына яҡын йыр заманы үтте. Рифмаһы бер тыңлауҙан ятлап алынған, ритмик быуыны көй-фразаларға тура килеп кенә торған, ябай ғына һүҙҙәр менән эс-бауырыңды әйләндереп килтереп сығарырҙай йыр кәрәк бөгөн йырсыларға ла, тамашасыларға ла. Уны яҙыу еңел эш түгел. Һуңғы арала ошо кимәлде үҙләштереү зарурлығын тоям үҙемдә. Йөрәкте тетрәткән, һыҙланыуҙарыма, тойғоларыма ауаздашлығы менән йәнемә яҡын булған йырҙарҙы анализлай торғас, ҡайһы бер шиғырҙарым көйө менән тыуа башланы. Уға аптырайһы ла түгел, сөнки һәр шиғырҙың үҙенә генә хас көй ағышы бар.

Һинең «Һөйөү йыры», «Яндырма мине», «Яҙмыш даръялары», «Күҙҙәрең», «Бәхет бар ул», «Нөгөш буйҡайҙары» һәм башҡа береһенән-береһе моңло йырҙарың бар. Ә күңелдә моң нисек тыуа ул? Ул нисек йырға әйләнә, нисек йырсыһын таба?

– Моң – шиғырҙың йәне һымаҡ ул. Моңдо тойоу һәр шағирҙа йәшәйҙер, шул һәләтең булмаһа, әҙәби кимәл, зауыҡ тураһында һүҙ йөрөтөп тә булмайҙыр әле, бәлки. Йырлап һөйләшкем килгәнде аңлағанда, уҡый белә инем, шиғыр яҙмай инем әле. Апайҙарым, ҡулыма шиғыр китабы тоттороп, шиғырҙарҙы ҡабат-ҡабат көйгә һалып уҡыттыра торғайнылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, бәхеткә күрәме, музыкаль белем кәрәк был балаға, тип әйтеүсе генә булмаған. Ҡан менән дә тапшырылғандыр, бәлки. Нәҫелебеҙҙә атайым яғынан да, әсәйем яғынан да моңло итеп йырлаусылар ҙа, оҫта гармунсылар ҙа бар. Етмешкә аяҡ баҫҡан олатайым үҙе гармунда уйнап, үҙе таҡмаҡ әйтеп, үҙе бейер ине. Ҡайҙа барһа ла гармунын үҙе менән йөрөттө. Бесәнгә барғанда дилбегәне миңә тоттора ла үҙе арбаның артында гармун уйнап йырлай-йырлай бара торғайны. Әсәйемдең ҡустыһы Миҙхәт абзыйым гармунда иҫ киткес оҫта уйнаны. Уны гармунсы итеп киске уйынға йөрөткәндә, уға биш-алты йәштәр самаһы ғына булған, гармун артынан башы ла күренмәй, ә үҙе өҙҙөрөп уйнай ине, тип һөйләйҙәр.

«Һөйөү йыры» тип аталған йырым 2017 йылда Зәйнәб Фәрхетдинова һәм Зөфәр Билалов башҡарыуында тәүге тапҡыр яңғыраған мәлдән алып, телевидение һәм радиола көн дә тип әйтерлек йыр-моң тыңларға яратыусыларҙы ҡыуандыра. Йырҙы яҙған мәлдә мин күңелемдә нәҡ уларҙың тауышын ишеттем һәм тәҡдим иттем. Башҡортса йырлауҙарын үтендем. «Нөгөш буйҡайҙары» йырын яҙған саҡта уҡ ҡолағымда Ғәзим Ильясовтың тауышы сағылды. Уға йырҙы тәҡдим иткәс, йырсы ҡыуанып ҡабул итте, һәм, был йыр ҙа хитҡа әйләнде.

«Бәхет бар ул» – ошо йырың кемдәрҙең генә күңелен яулап алмаған икән! Йөрәктән сыҡҡан был һүҙҙәр бөгөн дә булмышыңа тап киләме? Бәхет нимә ул һинең өсөн?

– «Бәхет бар ул» йырының яҙмышы, ысынлап та, бәхетле булды. Гөлсәсәк Шәрипова башҡарыуында ғына ла ул егерме биш йылға яҡын эфирҙа. Йәш йырсы Ильяс Кинйәғолов заманса аранжировка менән уға яңы һулыш өрҙө. Яңыраҡ ҡына Интернетта тап булдым: үҙенсәлекле тауышлы йәш йырсы Әлиә Исҡужина уны репертуарына алған икән. Тимәк, йыр йәшәйәсәк әле. Йырҙың һүҙҙәренә килгәндә, ул һәр кешенең булмышына тура киләлер. Бәхетле булырға теләү зарурлығы һәр кемдә бар. Әммә бәхеттең кешелә даими йәшәй торған тойғо түгел икәнлеген беләм. Бәхет ул – мәл генә. Кеше ғүмерендәге һәр мәлдең, һәр арауыҡтың үҙ асылы, үҙ ҡиммәте. Әлеге арауығым – ижади һынылыш кисергән мәлем. Шуның менән бәхетлемен. Тыуып-үҫкән өйөмдөң йылыһы  һүнмәгән – әсәйем иҫән. Шуның менән бәхетлемен.

Һәр атай-әсәйҙе даими бәхетле итер бер тойғо бар шулай ҙа: балалар бәхете. Балаларыбыҙ тормошта үҙ-үҙҙәрен табып, юғалтыу-һынауҙарға дусар булмай, бәхетле йәшәй икән, беҙ ҙә бәхетле, тимәк. Шул саҡта ғына ауыҙ тултырып: «Бәхет бар ул!» – тип әйтергә мөмкин. Тормоштоң һәр этабы, һәр арауығында һәр беребеҙгә әйтергә яҙһын был һүҙҙәрҙе.

Һеҙҙең менән ихлас аралашыуҙан күңелгә ҡояш тулғандай була. Тормошта ниндәй генә ауыр һынауҙар аша үтһәгеҙ ҙә, илһам ташлап китмәгән, янып йөрөп эшләргә, тулы тормош менән йәшәргә,  ижад итергә, төрлө саралар уртаһында ҡайнарға ла өлгөрәһегеҙ. Беҙҙең журналды уҡыусыларыбыҙ менән йәштәргә биргеһеҙ дәртле лә, матур ҙа булып ҡалыу сере менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы?

– Йәшәлгән йылдар юғарылығынан сығып, шуны әйтә алам: йәш булып ҡалыуҙың сере – ихласлыҡта. Ихлас кешеләр күңелендә «балалыҡ утрауы» оҙағыраҡ йәшәй: кешеләрҙең шатлығын да, ҡайғыһын да үҙенекеләй күреп ҡабул итә, улар эскерһеҙ, ябай, алдаша, яраҡлаша, ярамһаҡлана белмәй. Ошо сифаттарға үҙ-үҙеңә ышаныс та өҫтәлһә, йөрөш-торошоң, буй-һының үҙгәрә, баҙыҡлана, сағыулана бараһың, үҙ-үҙең менән килешеп йәшәй башлағас, күңел түрендә, эстә, тәрәндә йөрөгән, әммә һинең булмышыңды хасил иткән тойғолар йөҙгә нур булып, матурлыҡ булып яғыла, күрәһең.

Автор: Миләүшә Ҡыҙрасова.

Йыһан йыр яҙа аҡтан-аҡ
Йыһан йыр яҙа аҡтан-аҡ
Йыһан йыр яҙа аҡтан-аҡ
Йыһан йыр яҙа аҡтан-аҡ
Йыһан йыр яҙа аҡтан-аҡ
Автор:
Читайте нас