11 һәм 18 ноябрҙә ошондай саралар Өфөнөң Дим районында – «Орион» ижад һарайында (Таллин урамы, 17) үткәрелә. Көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 4-се яртыла башлана.
15 ноябрҙә фильмды Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 137) көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә ҡарарға мөмкин.
18, 21, 22 һәм 23 ноябрҙә Черниковкала Рәми Ғариповҡа арналған марафон башлана. Был көндәрҙә Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгендә (Тыныслыҡ урамы, 12) көндөҙгө сәғәт 12-лә «Шағир көндәлеге» фильмы күрһәтелә һәм картина авторҙары менән ижади осрашыу була.
Өфөнөң мәҙәни-ял үҙәге (Беренсе Май урамы, 47) – 23 ноябрҙә, «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы (Машина эшләүселәр урамы, 10) 25 ноябрҙә саралар уҙғара. Сеанстар көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә башлана.
Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙе 21 ноябрҙә Йәш тамашасы театрына (Ю. Гагарин урамы, 16/2) саҡыралар. Саралар көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә башлана.
Өфө балалар филармонияһы (Октябрь проспекты, 33) 22 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә осрашыуҙар ойоштора, кино күрһәтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, марафон 1 ноябрҙә Затон биҫтәһендә старт алғайны, артабан фильм «Сәнғәт төнө»ндә В.И.Ленин исемендәге йорт-музейға килеүселәргә күрһәтелде. Өфө ҡалаһы тарихы музейында (Ленин урамы, 72) саралар 2023 йылдың февраленә тиклем шишәмбе-йома көндәрендә уҙғарыла.
Фильмды «Пушкин картаһы» йәки ҡулаҡса менән түләп ҡарарға мөмкин.
«Шағир көндәлеге» фильмы Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында төшөрөлгән.