+20 °С
Дождь
Новости
10 Ноября 2022, 06:00

"Алтын атлы һыбайлы"

Өфөлә легендар композитор Рим Хәсәновтың юбилейы айҡанлы "Алтын атлы һыбайлы" фильмы күрһәтелә.

"Алтын атлы һыбайлы""Алтын атлы һыбайлы"
"Алтын атлы һыбайлы"

10 ноябрҙә «Родина» кинотеатрының Ҡыҙыл залында "Алтын атлы һыбайлы" нәфис фильмы күрһәтелә һәм башҡорт композиторы, Башҡорт АССРының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәновтың ижадына арналған кисә була.

Сара 13.00 башлана. Инеү ирекле.

Музыкаль фильм-әкиәт боронғо башҡорт риүәйәттәре буйынса 1980 йылда «Мосфильм» кинокомпанияһы тарафынан төшөрөлгән. Фильмға музыканы Рим Хәсәнов Юрий Якушев менән берлектә яҙа.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, «Родина» кинотеатры.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡортостанда легендар композитор Рим Хәсәновтың 75 йәшлек юбилейы билдәләнә. Ноябрҙә шулай уҡ бер нисә күләмле сара үтәсәк:

18 ноябрь – Благовар районында Рим Хәсәновтың йырҙарын башҡарыусыларҙың «Сәскәләр уяныр» III асыҡ район фестиваль-конкурсы;

30 ноябрь – «Башҡортостан» дәүләт концерт залында композиторҙың юбилей кисәһе;

30 ноябрь – «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең «Өфө» вокал-хореографик композицияһының ҡуйылышы

Декабрҙә Өфөлә Рим Хәсәнов призына «Ҡышҡы романс» актер йыры конкурсы һәм Стәрлетамаҡта «Йөрәк моңдары» («Мелодии души») ижад кисәһе үтәсәк.

2023 йылға ла юбилей саралары ҡаралған, шулар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры менән концерт һәм Рим Хәсәновтың «Көҙ 41» («Осень 41») пьесаһының ҡуйылышы көтөлә.

"Алтын атлы һыбайлы"
"Алтын атлы һыбайлы"
Автор:
Читайте нас