+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2022, 15:00

Ҡыш бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡты.

Поезд Башҡортостанға ла килә һәм ике ҡалала туҡтала - 

22 октябрҙә Ҡыш бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡты. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция Рәсәй тимер юлдары буйлап 33 мең саҡрымдан ашыу юл үтергә тейеш. Поезд БАМ, Транссиб, Үҙәк Үҙәк Рәсәй һәм Себерҙең 130-ҙан ашыу ҡалаһы аша үтеп китә.

Поезд Башҡортостанға ла килә. 7 декабрҙә (шаршамбы) — Өфөлә, 8 декабрҙә иһә Белоретта туҡтай.

«Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡаланың вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә», - тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-11-01/ysh-babay-poezy-f-l-m-beloretta-tu-talysh-ya-ay-3012087

 

Ҡыш бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡты.
Ҡыш бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡты.
Автор:
Читайте нас: