Конференция эшендә республикабыҙ вәкилдәре – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов, Башҡортостан дәүләт медицина университеты доценты Азат Кинйәбулатов, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең башҡарма һәм закондар сығарыу власы органдары вәкилдәре, Көньяҡ Уралдың милли-мәҙәни берекмәләре етәкселәре, әүҙемселәре, дин, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм Татарстан ғалимдары ҡатнашты. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев Аҡмулланың ижади мираҫы тураһында доклад менән сығыш яһаны. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтовтың доклады сатирик матбуғатты үҫтереүҙә бөйөк мәғрифәтсенең Милли китапхана фондтарындағы ижади мираҫына һәм «Аҡмулла» журналының роленә арналды. Бынан тыш, ғалим башҡорт халҡының ул осорҙағы М. Аҡмулла кеүек арҙаҡлы шағирҙарын ғына түгел, шулай уҡ генерал Абдулғәзиз Дәүләтшин һымаҡ күренекле хәрби эшмәкәрҙәрен дә айырым билдәләп үтте. Пленар өлөштән һуң конференцияла ҡатнашыусылар М. Аҡмулланың ҡәберенә сәскәләр һалды. Мәғлүм булыуынса, бөйөк шағир-мәғрифәтсе төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булған Мейәс мосолман зыяратында ерләнгән. Конференция сиктәрендә Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт һәм татар шағирҙары, яҙыусылары әҙәби берләшмәһенең 60 йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Етәксеһе — педагог, шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡамса Мортазин. Унда республика исеменән Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов етәкселегендәге делегация сығыш яһаны. Сара әҙәби-музыкаль кисә менән тамамланды.
Скопировано с сайта: Мейәстә – «Аҡмулла уҡыуҙары» - kurultai.ru
https://kurultai.ru/ba/content/3586-v-gorode-miass-sostoyalas-konferencziya-akmullinskie-chteniya/