+25 °С
Ясно
Новости
25 Октября 2022, 09:00

Дыуан районында йәш сәсәндәр йыйылды

Сара - Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты коллективы һәм Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты өсөн тарихи ваҡиға.

Мәсәғүт ауылында урынлашҡан Т. Йосопов исемендәге Республика лицей-интернатының социаль селтәрҙәге «Урал батыр вариҫтары» төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, ошо көндәрҙә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында II Йәш сәсәндәр кисәһе үткән. Сарала ҡатнашыусылар араһында башҡорт халыҡ ижады буйынса «Аҡ тирмә» уйыны ойошторолған. Шулай уҡ лицей-интернат уҡыусыларының «Урал батыр вариҫтары» һәм район ағинәйҙәре ойошторған ҡул эштәре күргәҙмәһе, бейеү һәм фольклор коллективтарының сағыу номерҙары, өләсәйҙәрҙең мөнәжәттәре майҙанды айырыуса биҙәгән.

Йәш сәсәндәрҙе фольклорсы-ғалимә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәева, филология фәндәре докторы Байрта Манджиева (Ҡалмыҡ Республикаһы), филология фәндәре кандидаты Баира Горяева (Ҡалмыҡ Республикаһы), филология фәндәре кандидаты Варвара Обоюкова (Саха (Якутия) Республикаһы) һәм Ҡырғызстандың манассылары менән Башҡортостандың йәш сәсәндәре сәләмләгән.

ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина майҙандың төп ҡунаҡтарының береһе булды.

Сара - Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты коллективы һәм Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты өсөн тарихи ваҡиға. Мәғлүм булыуынса, лицей-интернат Башҡортостан мәктәптәрен ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре исемлегенә индереү буйынса сертификат менән бүләкләнгән.
https://vk.com/kurultaibashkir

Дыуан районында йәш сәсәндәр йыйылды
Дыуан районында йәш сәсәндәр йыйылды
Дыуан районында йәш сәсәндәр йыйылды
Дыуан районында йәш сәсәндәр йыйылды
Дыуан районында йәш сәсәндәр йыйылды
Дыуан районында йәш сәсәндәр йыйылды
Автор:
Читайте нас