16-24 октябрҙә Истанбулда «Евразия королеваһы-2022» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы уҙа. Конкурс Евразияның төрлө мөйөшөнән 28 ҡатнашыусыны йыйҙы. Көн һайын ҡыҙҙар өсөн фотоға һәм видеоға төшөрөү, оҫталыҡ дәрестәре, Истанбулдың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар ойошторолған, тип хәбәр итте «Башинформ»ға модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова. Башҡортостандан «Мисс Республика-2021» исеменә эйә булған Илүзә Иҫәндәүләтова сығыш яһай. Илүзәгә 22 йәш, ул Сибай ҡалаһында тыуған. Йәйен ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. «Мисс Республика-2021» конкурсында еңеүҙән тыш, Илүзә «Мисс Өфө - 2020», «Мисс Азия-Себер-2021», «Miss Continental Russia-2021» кеүек исемдәргә эйә.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-19/ilyuza-isyandavletova-predstavit-bashkortostan-na-konkurse-krasoty-v-stambule-2995468