+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2022, 15:00

Өфөлә йырсы Ғүмәр Әбделмәновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Ғүмәр Мөғәлләм улының башҡарыуы ябайлығы һәм ихласлығы менән айырылып торҙо. Уның репертуарында «Ғайса ахун», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал» кеүек башҡорт халыҡ йырҙары, Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Рәүеф Мортазин, Роза Сәхәүетдинованың вокаль әҫәрҙәре бар ине. Ул Рим Хәсәновтың, Тәлғәт Шәриповтың һәм башҡа авторҙарҙың лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы булды.

 Кисә Өфөләге йортҡа совет йырсыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғүмәр Әбделмәнов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Рихард Зорге урамындағы 32/1 һанлы йортта ул 1986-2020 йылдарҙа йәшәгән. Сарала республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов, Башҡортостан Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева, хеҙмәттәштәре, туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты. 

Ғүмәр Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә республиканың Шишмә районы Суҡраҡлы ауылында тыуған. Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлаған. БАССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радио һәм телевидение тапшырыуҙары комитетында, БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығында эшләй. Стәрлетамаҡта Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡыта. Шулай уҡ Башҡорт филармонияһы солисы булып эшләй.

1969-1992 йылдарҙа - Рәсәй Федерацияһы Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. Ғүмәр Әбделмәнов 2020 йылдың 30 октябрендә донъя ҡуйҙы. Ғүмәр Мөғәлләм улының башҡарыуы ябайлығы һәм ихласлығы менән айырылып торҙо. Уның репертуарында «Ғайса ахун», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал» кеүек башҡорт халыҡ йырҙары, Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Рәүеф Мортазин, Роза Сәхәүетдинованың вокаль әҫәрҙәре бар ине. Ул Рим Хәсәновтың, Тәлғәт Шәриповтың һәм башҡа авторҙарҙың лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы булды. Республика радиоһы фондында уның башҡарыуында 60-тан ашыу йыр һаҡлана, уларҙың иң билдәлеләре башҡорт эстрадаһы хиттары булды һәм булып ҡала: «Имәндәр шаулай», «Юғалма юлдарымдан», «Һиңә тағы мин бер киләм әле» һәм башҡалар. Күп йыллыҡ уңышлы ижади эшмәкәрлеге һәм мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Ғүмәр Мөғәлләм улы 1989 йылда - БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы исеме бирелә, 2020 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

  https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-18/v-ufe-otkryli-pamyatnuyu-dosku-imeni-gumera-abdulmanova-2994017

Өфөлә йырсы Ғүмәр Әбделмәновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Өфөлә йырсы Ғүмәр Әбделмәновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Өфөлә йырсы Ғүмәр Әбделмәновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Өфөлә йырсы Ғүмәр Әбделмәновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Өфөлә йырсы Ғүмәр Әбделмәновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Өфөлә йырсы Ғүмәр Әбделмәновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Өфөлә йырсы Ғүмәр Әбделмәновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Өфөлә йырсы Ғүмәр Әбделмәновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Автор:
Читайте нас: