Сараны Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнашлығындағы традицион әҙәби-музыкаль композиция дауам итә. Һуңынан йыйылыусылар Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һала. Тантана ҡунаҡтары сығыш яһаясаҡ, Башҡорт дәүләт университетының иң яҡшы студенттарына Мостай Кәрим исемендәге гранттар тапшырыласаҡ. Көндөҙгө сәғәт 12-лә Өфө ҡалаһы тарихы музейында Галина Ишмөхәмәтованың «Мостай янында» китабының исем туйы була. Киске сәғәт етелә Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә тантаналы кисә планлаштырылған. Тамашасылар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының «Яҡын офоҡ» спектаклен ҡарай ала.
Мостай Кәрим - Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург, милли әҙәбиәт аҡһаҡалы. Мостай Кәримдең хөрмәтенә бөйөк һәйкәл ҡуйылған, Өфө ҡалаһының үҙәк урамы, Өфө аэропорты, Милли йәштәр театры һәм 158-се башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә. Мостай Кәрим исемендәге урам Мәскәүҙә, Ҡазанда, Алматыла бар. 2017 йылда Ҡабарҙы-Балҡарҙағы төп Кавказ һыртында, Чегем тарлауығында исемһеҙ тау түбәһендә башҡорт шағирының исеме бирелде.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-18/v-ufe-otmetyat-103-letie-so-dnya-rozhdeniya-narodnogo-poeta-bashkortostana-mustaya-karima-2993890