+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2022, 10:00

Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» киномарафоны үтте

Марафон барышында тамашасы иғтибарына 4 йәш авторҙың нәфис фильмы тәҡдим ителде.

Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» киномарафоны үтте
Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» киномарафоны үтте

«Родина» кинотеатрында ойошторолған сара бишенсегә ойошторола. Проект йәш кинематографистарҙы дәртләндереү, милли кино өлкәһен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Марафон барышында тамашасы иғтибарына 4 йәш авторҙың нәфис фильмы тәҡдим ителде. Гөлназ Ғәлимуллина күберәк документаль картина төшөрөүсе, милли кейемдәргә арналған фотопроекттар авторы булараҡ билдәле. Ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөү ижадсы өсөн тәүге тәжрибә.

Башҡортостандың кинематографистар союзы милли киноны үҫтереүгә күп көс һала. Әйтәйек, ойошма ижадын башлаусы режиссер, сценарий авторы, оператор һәм композиторҙар өсөн яңы проект башлай. Йәш таланттарҙы билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған башланғыс Башҡортостан етәксеһе гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ҡабул ителгән эштәр араһынан комиссия 3 еңеүсене һайлаясаҡ.

Автор:
Читайте нас: