+14 °С
Облачно
Новости
18 Октября 2022, 09:00

Башҡортостанда «Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» тарихи-мәҙәни фестивале башланды

Республика кимәлендә ойошторолған күләмле сара Стәрлетамаҡ районында старт алды. Төбәктә халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» фестивале, уҡыусыларҙың ғилми эштәр конференцияһы, традицион уҡтан атыу буйынса дәрес-семинар һәм башҡа саралар үтте.

«Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» республика тарихи-мәҙәни фестиваленең тап Стәрлетамаҡ районында башланыуы осраҡлы түгел. Тап ошо төбәктә 1812 йылғы француз яуында Парижға тиклем барып еткән ҡаһарман яугир Ҡаһым Мырҙашев тыуып үҫкән. Яҡташтары легендар шәхестең исемен ҡәҙерләп һаҡлай, Айыусы ауылында һәйкәл ҡуйылған, музей эшләй, төрлө саралар ойошторола.

Фестиваль Айыусы ауылында Ҡаһым түрәгә һәм башҡорт яугирҙарына арнап ҡуйылған стела янында башланды. Был мөһабәт монументтың бейеклеге 13 метрҙан ашыу, күккә олғашҡан һөңгөләр өҫтөнә бөркөт ҡунған. Ҡаһарман йөрәкле, яугир рухлы халҡыбыҙҙың сағылышы. Эргәлә генә «Ашҡаҙар» йырына һәйкәл дә урын алған. Тарихсылар билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ районы тарихи урындарға ла, легендар шәхестәргә лә бай. Шуға күрә республика фестивале лә тап ошо төбәктә старт ала.

1812 йылғы Ватан һуғышында француз илбаҫарҙарына ҡаршы 28 башҡорт полкы көрәшә. Уҡ-ян менән дошмандарға ҡаршы ташланған ҡыйыу яҡташтарыбыҙҙы Наполеон «Төньяҡ амурҙары» тип йөрөртә. Ә полктың башында легендар командир Ҡаһым түрә тора.

Ҡаһым түрәнең исеме беҙгә әҙәби әҫәрҙәр, халыҡ ижады аша яҡшы таныш. Әммә туғандары әйтеүенсә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Мәҫәлән, Ҡаһым Мырҙашев ағыулап үлтерелгән тигән. Архив мәғлүмәттәре буйынса, ул яу ҡырында һәләк булған.

Айыусы ауыл клубында халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» фестивале уҙһа, мәктәптә уҡыусыларҙың онлайн ғилми конференцияһы ойошторолдо. Педагогтар әйтеүенсә, йәш быуын тарихты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Белем усағында ауыл тарихына арналған бай йөкмәткеле музей ҙа эшләй.

Сара сиктәрендә традицион уҡтан атыу буйынса дәрес-семинар ҙа ойошторолдо. Билдәле уғатар Юлай Ғәлиуллин балаларға уҡ менән яндың тарихы тураһында һөйләне, мәргәнлек серҙәренә төшөндөрҙө. Ә ойоштороусылар әйтеүенсә, был фестиваль тап йәш быуынды йәлеп итеү менән әһәмиәтле, сөнки улар тыуған төйәгенең тарихын белеп үҫергә тейеш. Ә фестиваль республиканың башҡа райондарында дауам итәсәк.

 

Рәмзиә Кәримова

https://bash.news/bash/news/186546-baskortostanda-ata-babalar-ruxyna-laiykly-bulaiyk-tarixi-mezeni-festivale-baslandy

 

Башҡортостанда «Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» тарихи-мәҙәни фестивале башланды
Башҡортостанда «Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» тарихи-мәҙәни фестивале башланды
Башҡортостанда «Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» тарихи-мәҙәни фестивале башланды
Башҡортостанда «Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» тарихи-мәҙәни фестивале башланды
Башҡортостанда «Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» тарихи-мәҙәни фестивале башланды
Башҡортостанда «Ата-бабалар рухына лайыҡлы булайыҡ» тарихи-мәҙәни фестивале башланды
Автор:
Читайте нас