-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2022, 20:30

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо

Һәйкәлдең авторы - скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков яңы комплекстың бөтә нескәлектәре, уны эшләү баршындағы ҡыҙыҡлы мәлдәр хаҡында ентекләп һөйләне.

Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо. Кисә, Республика көнөндә баш ҡалабыҙҙың яңы иҫтәлекле урынын асыу тантанаһы үтте. 

Һәйкәлдең авторы - скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков яңы комплекстың бөтә нескәлектәре уны эшләү баршындағы ҡыҙыҡлы мәлдәр хаҡында ентекләп һөйләне. Һәйкәл ижад иткәндә күп мәғлүмәтте Башҡортостандан алдым һәм миңә материалды ентекләп өйрәнергә тура килде, тип билдәләне скульптор. 

- Һәйкәл Шайморатовҡа арналған, әммә беҙ геройҙың тамырҙарын уның ниндәй нәҫелдән булыуын да сағылдырырға теләнек - тип аңлатты Салауат Щербаков.

- Монументтың бер яғы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған, унда персонаждар, командирҙарҙың портреттары, дивизияның Өфөнән Берлинға тиклемге бөтә хәрби юлы сағылыш тапҡан. Рейхстаг та  һүрәтләнгән, герой һәләк булған Дебальцево ла бар. Шайморатов разведкала эшләй, бик белемле кеше була, күп телдәр белә. Музейҙа уның пистолеты һаҡлана, былар ҙа һәйкәлдә сағылыш тапҡан. Дим биҫтәһендә майҙан һүрәте бар. 

- Икенсе яғында беҙ башҡорттарҙың тарихын сағылдырҙыҡ, - тип дауам итте Салауат Александрович. - Башҡорттоң яугир-халыҡ икәнен барыһы ла белә. Башҡорттар, атайыма мәғлүм булыуынса, бик ныҡышмал холоҡло кешеләр һәм шул уҡ ваҡытта улар тыйнаҡ та, шуға ла башҡорттар тураһында бик үк белеп тә бөтмәйҙәр. Бында башҡорт атлылары - «төньяҡ амурҙары» һүрәтләнә. Улар бөтөн Европаны һуғышҡа яраҡлаша белеүе, мәргәнлеге менән хайран иткән. 

Моннументаль копмозицияла Һуғышҡа тиклемге тормошто ла, ул саҡта  башҡорт колхоздарында булған тирмәләрҙе, дөйәләрҙе, ыласын меннә һунар итеүҙе   һәм Шайморатовтың бала сағын да күпһәттек. Ул музыка яратҡан һәм бала саҡтан гармун уйнған. Атаһы бурлаҡ булған, Шайморатов үҙе лә карапта юнга булып эшләгән, был да монументта сағылыш тапты. 

Монументтың башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған яғында  Аҡбуҙатҡа атланған  Урал батыр, уның алдындағы арыҫлан, шулай уҡ башҡорт халҡының батырлығын һәм шиғри күңелен берләштереүсе Салауат Юлаев образы  сағылыш тапты..

Скульптор әйтеүенсә, Миңлеғәле Шайморатов үҙе кавалерия һөжүменең көсөргәнешле мәлендә  сағылдырылған. Уның ҡыйыу һынында ошо бөйөк кешенең – ҡурҡыу белмәҫ кавалеристың холоҡ һыҙаттары сағылдырылған. Шайморатов Салауат Юлаев һәйкәленән алынған шашка һәм кавалерия ҡамсыһын тотҡан. Постаменттың фасадында Рәсәй Геройы йондоҙо менән тамамланған геральдик щит урынлаштырылған. Унда «Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов» тип яҙылған.

Эш барышында  һәйкәлдең кире яғынан башҡорт ырыуҙарын күрһәтергә хәл ителде, уларҙың берләшеүе ҡурай сәскәһен символлаштыра. Башҡорт ырыуҙары символикаһы элементтары - ырыу ҡоштары, тамғалар һәм ырыу ағастары ботаҡтары айырым һүрәтләнгән. - Ә ҡабырғалары буйлап арматюралар - Бөйөк Ватан һуғышы кейемдәре: каска, автомат. 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡоралдары -- тип һөйләне Салауат Щербаков.

- Конкурста һәйкәл генә ине. Ә колоннаданы символлаштырған донъя мәҙәниәте идеяһы һуңғараҡ, Радий Фәрит улы башланғысы менән  тыуҙы. Колонна менән 1956 йылда төҙөлгән бина  араһында бәйләнеш бар кеүек.  Колонна тирә-яҡтағы төҙөлөш, төрлө йылдарҙағы архитектура ҡиммәттәрен берләштерҙе. Колонна биналарға хатта мөһаббәтлек тә  әҫтәгән һымаҡ, - тип һығымта яһаны Салауат Хербаков. - Был майҙан Петербургтағы Һарай майҙаны кеүек йәки Мәскәүҙәге Ҡыҙыл  майҙан кеүек күп функциялы булыр, бында төрлө саралар, байрамдар  үтер тип уйлайым,  - тине ул.

Экскурсия символик рәүештә көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамланды.  Әйткәндәй, кисәнән алып Өфөнөң Совет майҙанындағы сәғәт көндөҙгө ун икелә "Шайморатов генерал" көйөн яңғырата.

Артабан  Башҡортостан Республикаһының милли музейында  ижади төркөм  журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән матбуғат кәңәшмәһе үткәрҙе. Төштән һуң һәйкәл авторҙары   Салауат Александрович  Щербаков,  Геннадий Иванович  Правоторов,  Константин Александрович Донгузов Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура факультеты, Өфө сәнғәт институтының скульптура кафедраһы студенттары, сәнғәт колледжының «Скульптура» йүнәлешендә белем алыусылар менән  аралашты. Осрашыу Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында  үтте. Кискеһен ижади төркөм Йәшлек House Башҡортостан йәштәр йортонда әүҙем йәштәр менән осрашты.

Валерий Шахов фотолары.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-12/avtor-pamyatnika-shaymuratovu-provel-ekskursiyu-dlya-ufimtsev-po-sovetskoy-ploschadi-2986457

 

 

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында экскурсия ойошторолдо
Автор:
Читайте нас: