Музей үҙәк китапханала урынлашҡан. Экспозицияла яҙыусыларҙың документтары, һирәк фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре ҡуйылған, тип хәбәр итә «Баймаҡ хәбәрҙәре» гәзите. Музейҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Йәүҙәт Биккинов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, яҡташ яҙыусылар Әхмәр Үтәбаев, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Әминә Яхина, район йәмәғәтселеге ағзалары һ.б. ҡатнашты. Һәммәһе лә үҙ сығыштарында, йәш быуынды ватансылыҡ һәм тыуған ергә һөйөү рухында тәрбиәләүҙә бындай музейҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур, тип билдәләне.
Сығанаҡ һәм фотлар - https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-08/v-baymake-otkrylsya-literaturnyy-kabinet-muzey-posvyaschennyy-poetam-i-pisatelyam-zemlyakam-2982608