+13 °С
Облачно
Новости
9 Октября 2022, 10:00

Рух һәм ышаныс өҫтәй!

Мәғлүм булыуынса, 11 октябрҙә, Республика көнөндә, баш ҡаланың үҙәгендә – Совет майҙанында данлыҡлы милләттәшебеҙ, Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ.Ошо айҡанлы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика яугирҙәренә рухи теләктәшлек белдереп, бер төркөм сәхнә йондоҙҙары махсус флешмоб ойошторҙо: халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа улар «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы. Һис шикһеҙ, был кешеләрҙең күңеленә рух һәм ышаныс өҫтәй торған ғәмәл.

Рух һәм ышаныс өҫтәй!

Мәғлүм булыуынса, 11 октябрҙә, Республика көнөндә, баш ҡаланың үҙәгендә – Совет майҙанында данлыҡлы милләттәшебеҙ, Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ.

Ошо айҡанлы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика яугирҙәренә рухи теләктәшлек белдереп, бер төркөм сәхнә йондоҙҙары махсус флешмоб ойошторҙо: халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа улар «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы. Һис шикһеҙ, был кешеләрҙең күңеленә рух һәм ышаныс өҫтәй торған ғәмәл.

Мәғлүм булыуынса, 2019 йылда, батырҙың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостанда байтаҡ саралар үткәрелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында иһә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, бөйөк яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң үҙәгендә – Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласаҡ, тип белдерҙе, артабан был туралағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Һәйкәл өсөн урын юҡҡа һайланмаған. Тарихи мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, тап ошо майҙандан башҡорт дивизияһы яугирҙары фронтҡа юлланған. Шулай уҡ, легендар генералдың тыуған яғы Ҡырмыҫҡалы районында ла музей һәм һәйкәл бар.

Әйткәндәй, быйыл Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы тыуған төбәктә Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл тулыуға арналған тантаналы митинг уҙғарылды, унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лә ҡатнашты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов:

— Миңлеғәле Шайморатов һымаҡ кешеләр - илебеҙҙең һәм милләтебеҙҙең таянысы. Ул ойоштороу һәләте юғары булған абруйлы, ғәйрәтле командир булған. Башҡорт яугирҙарын еңеүгә әйҙәүсе кеше - тап ул, — тигәйне.

https://vk.com/kurultaibashkir

Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.

Рух һәм ышаныс өҫтәй!
Рух һәм ышаныс өҫтәй!
Автор:
Читайте нас