Монумент легендар комдивҡа ғына түгел, Ватан өсөн ғүмерен биргән барлыҡ яугир-яҡташтарыбыҙҙың да иҫтәлегенә дан булып тора. Авторы Салауат Щербаков билдәләүенсә, һәйкәл Тыуған илебеҙҙең бөйөк тамырҙары, ул-ҡыҙҙарының тәрән аҡыллылығы, батырлыҡтары хаҡында бәйән итә. Тура эфирҙа сара трансляцияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24» һәм «Бөтә Өфө» телеканалдары күрһәтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.