-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 11:00

Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Өфөгә юлланасаҡ!

Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн яңы миҙгел иҫтәлекле – театрға 90 йыл. Юбилей уңайынан театр коллективы 19 октябрь Өфөгә юллана. Баш ҡалаға артистарыбыҙ һәр ваҡыт ашҡынып килә, тамашасы менән осрашыуҙы көтөп ала, уларҙың күңеленә хуш килерҙәй, профессиональ кимәлдә ҡуйылған иң сағыу спектаклдәренең береһен – Мөнир Ҡунафиндың «Кешелеккә тоғролоҡ» хикәйәһе буйынса "ТОҒРОЛОҠ" драмаһын алып килә.

19 ОКТЯБРЬ - М.Ғафури ис. БАДТ сәхнәһендә Мөнир Ҡунафиндың «Кешелеккә тоғролоҡ» хикәйәһе буйынса "ТОҒРОЛОҠ" драмаһы тәҡдим ителәсәк. Инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры – Лиана Ниғмәтуллина, ҡуйыусы рәссам – Юлиә Сиражетдинова, композиторҙары – Мәскәү ҡалаһынан Диләрә Ғәбитова, Лариса Субботина, хореографы – Өфөнән Ольга Даукаева.

Ни өсөн тап ошо әҫәр һайланған, уның төп темаһы нимә, ниндәй көнүҙәк проблемалар күтәрелә – ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Ни өсөн тап ошо әҫәрҙе һайланығыҙ?

Иң беренсе, әҫәрҙең темаһы ҡыҙыҡһындырҙы. Гонаһһыҙ кеше бармы икән ул был донъяла? Юҡтыр, моғайын. Әҫәрҙә лә тап ошо турала һөйләнелә. Уҡып сыҡҡас та фекере күңелде йылытты. Был бик көнүҙәк.

- Әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ бара?

- Әҫәрҙә һүҙ Нәфисә исемле ҡатын һәм уның ире Иҙристең ғаилә тарихы тураһында бәйән ителә. Ситтән ҡараһаң, өлгөлө ғаилә, барыһы ла яҡшы кеүек. Әммә уларҙың бер ҙур проблемаһы бар – тиҫтә йыл бергә ғүмер кисерһәләр ҙә, балалары юҡ. Асыҡланыуынса, сәбәп Иҙристә була, ЭКО ла ярамай икән. Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ, тиҙәр. Был хәҡиҡәттең әсеһен үҙ башынан үткәндәр яҡшы аңлайҙыр. Ғаиләлә сабый тауышы сыҡһын өсөн әҙәм балаһы ниндәй аҙымға бармаҫ. Нәфисәне был проблема бик борсой һәм нисек булһа ла был хәлдән сығыу юлын эҙләй һәм ул иренән бер генә тапҡыр хыянат итергә рөхсәт һорай. Тейешле кандидатураны – йәш, әммә телһеҙ Рәсүлде табып та ҡуя. Серҙәрҙең барыһын да асып бөтмәйем, юғиһә, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Нәфисәнең был аҙымға барамы-юҡмы икәнлеген, ҡылған гонаһтары өсөн уны ниндәй яза көтөүен спектаклде килеп ҡарағас белерһегеҙ.

- Тамашасыларға нимә еткерергә теләр инегеҙ?

- Шуны билдәләп үтергә кәрәк, бындай темаларҙа аныҡ ҡына яуап юҡ, бары тик уйланырға һәм уй-фекерҙәрең менән тамашасылар менән бүлешергә генә ҡала. Кемделер нимәгәлер өйрәтергә тигән маҡсат ҡуйманым алдыма, әммә уйланырға урын бар. Автор уҡыусыларға бер генә гонаһтың да эҙһеҙ үтмәүен, уның өсөн үҙенә булмаһа, балаларына яуап бирергә кәрәк буласағын еткерергә теләй.

- Спектаклдә нисә кеше уйнай?

- Артыҡ күп кеше ҡатнашмай. Нәфисә ролендә – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәүфилә Яҡупова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткалары Наҙгөл Иҫәнбаева, Минзилә Ҡотошева, Иҙрис – Рамир Дәүләтбаев, Юнир Мансуров, Рәсүл – Әмир Үтәбаев, Сара инәй – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлфирә Сәфиуллина, Хәсән ҡарт – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов. Беҙҙең труппабыҙ яңы актерҙар, актрисалар менән тулыланды. Массалы урындарҙа тап улар ҡатнаша ла инде: Лилиә Байгилдина, Элвира Йәрмөхәмәтова, Нәфисә Мәжитова, Йәнгүзәл Хәликова, Гөлфинә Ибәтуллина.

- Театрҙа спектаклдәрҙәге костюмдар һәр саҡ үҙенсәлелеге менән айырыла. Был премьерала костюмдар ниндәй?

- Әҫәр тормошсан булғанға күрә, әллә ниндәй айырым костюмдар тегеү талап ителмәй.Тик шуныһы бар, кешеләрҙән тыш, спектаклдә кешеләрҙе яңылышлыҡҡа, ялғанлыҡҡа этәреүсе ен-пәрейҙәр, “ҡара көстәр” ҙә бар. Тап бына улар өсөн ғәҙәти булмаған костюмдар тегелде.

90 йыллыҡ тарихы булған Салауат башҡорт дәүләт драма театрының Өфө ҡалаһындағы үтәсәк спектакленә килеп, фекер алышып, куңелдәрегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ.

 

Тамаша 19 октябрь киске 19.00 сәғәттә башлана.

РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Билеттар БАДТ кассаһында һатыла.

Онлайн-билеттар - https://iframeab-pre3960.intickets.ru/event/12303293

Белешмәләр өсөн тел: 8(347) 272-35-33 (БАДТ)

 

Динә Баширова,

 театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе

Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Өфөгә юлланасаҡ!
Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Өфөгә юлланасаҡ!
Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Өфөгә юлланасаҡ!
Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Өфөгә юлланасаҡ!
Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Өфөгә юлланасаҡ!
Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Өфөгә юлланасаҡ!
Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Өфөгә юлланасаҡ!
Автор:
Читайте нас: