+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2022, 17:00

Стәрлетамаҡта Илшат Йомағоловҡа бюст асыла

Шулай уҡ был кистә драматургтың «Һөйәрҙәргә ҡапҡан» спектакле сәхнәләштерелә.

Башҡорт актеры, драматург һәм педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, театрға нигеҙ һалған Илшат Хәлил улының 90 йәше уңайынан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенда бюст ҡуйыла, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.

Шулай уҡ был кистә драматургтың «Һөйәрҙәргә ҡапҡан» спектакле сәхнәләштерелә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яҙға уның әҫәре буйынса «Эҙләйбеҙ ҡыҙҙың сибәрен» тигән яңы спектакль ҡуйыла.

https://vk.com/away.php?to=http%3A%2F%2Fashkadar.com%2Farticles%2Frespublika-ulyshy%2F2022-10-05%2Fst-rletama-ta-ilshat-yoma-olov-a-byust-asyla-2977224&cc_key=

 

Йомағолов Илшат Хәлил улы (26 февраль 1932 йыл — 3 ноябрь 2007 йыл) — башҡорт театр актёры, драматург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1989 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған артисы.

 

Илшат Хәлил улы Йомағолов 1932 йылдың 26 февралендә БАССР-ҙың Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында тыуған.

1952 йыл Өфө сәнғәт училищеһының театр факультетын тамамлай, аҙаҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында актёр булып 1988 йылғаса эшләй.

1959 йылда Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлай. 1971 йылдан 1975 йылғаса Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия театрында эшләп ала.

1962 йылдан 1966 йылғаса Өфө сәнғәт училищеһында художество етәксеһе була, 1982 йылдан 1990 йылғаса Өфө дәүләт сәнғәт иниститутында уҡыта. 1990 йылда Стәрлетамаҡ театр берлегендә эшләй.

2007 йылда вафат була.

https://ba.wikipedia.org/wiki/Йомағолов_Илшат_Хәлил_улы

Стәрлетамаҡта Илшат Йомағоловҡа бюст асыла
Стәрлетамаҡта Илшат Йомағоловҡа бюст асыла
Автор:
Читайте нас: