+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2022, 11:53

Башҡортостан Хатикоһы

Мобилизацияланған һалдатты эҙе буйынса эҙләп килеп табыусы эте военкомат ишеге төбөндә хужаһын көтә - 

Уны бер кем дә ҡыуып сығара алмай, сөнки эт бер ҡайҙа ла китергә теләмәй, бик ныҡышҡандарға ыржайып, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Ә инде яратып һыйпағандарға ҡаршы түгел. Тәҡдим иткән аҙыҡты ла ашай башлаған ул. Шул тиклем аҡыллы хайуан эттәргә тәғәйен бөтә бойороҡтарҙы ла белә, үтәй. Әммә хужаһын тапмайынса бер ҡайҙа ла китергә теләмәй.
Эттең тоғролоғо бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Барыбыҙ ҙа, дүрт аяҡлы аҡыллы дуҫыбыҙҙың хужаһы иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, уларҙың бәхетле осрашыу минуттарын күрергә, бергәләп кисерергә теләйбеҙ.

Башҡортостан Хатикоһы
Башҡортостан Хатикоһы
Автор:
Читайте нас: