+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2022, 12:03

Мәүлит кисәһе

Баш ҡалабыҙ Өфөлә бөйөк Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Сальләллаһу Ғәләйһи үә Сәлләмдең тыуған көнө хөрмәтенә арналған ҙур, матур әхлаҡи сара - Мәүлит кисәһе уҙғарылды -

Башҡортостан концерт залы иман нуры менән балҡыны. "ӘсСәләм " гәзите (баш мөхәррире - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфиә Ханнанова) ойошторған был фәһемле сараға Иорданиянан Пәйғәмбәребеҙҙең вариҫы, 42 быуын нәҫеле Абдураззаҡ Әссаиди килеүе үҙе үк ҙур мәртәбә булды. Беҙҙең халҡыбыҙ уның доғаһын алыу, ишетеү бәхетенә иреште, Әлхәмдулилләһ! Дағстандан һәм Башҡортостандан абруйлы дин әһелдәре был кисәлә Пәйғәмбәребеҙҙең сифаттары, уның әхлағы тураһында һөйләне. Уға салауат әйтеп, мөнәжәттәр бағышланды.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова етәкләгән "АУАЗ " Башҡорт фольклор ансамбле был сараның йөҙөк ҡашы булды. Ил-йорттарыбыҙға именлек һорап ҡылынған доғалар еребеҙгә бәрәкәт алып килеп, бар донъяла тыныслыҡ урынлашһын, ин шәә Аллаһ.

Мәүлит кисәһе
Мәүлит кисәһе
Автор:
Читайте нас: