+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2022, 10:30

Легендар МАЭСТРО

Бишенсе класта уҡығанда ансамбль төҙөнөм. Ауыл өсөн был бик сәйер хәл булды - 

Үҙем баянда уйнайым, китапхананың бер баяны бар, шуны бирҙеләр. Мандолина, барабан һәм бутылкаларға һыу тултырып элеп, шуларҙы сиртәбеҙ. Кселофон ролен үтәй инде. Етенсе класҡа тиклем булды төркөмөбөҙ. Килеп тороп йырлайбыҙ, танцылар үткәрәбеҙ. Күңелле ваҡыттар ине! Етенсе класс аттестаты менән Өфө сәнғәт училищеһына музыка бүлегенә килдем. Экзаменды Николай Яковлевич Инякин ҡабул итә. Ул ике метрҙай ҙурлыҡтағы һуҡыр кеше. Күҙлек кеймәй һәм күҙ алмалары туҡтауһыҙ ҡыбырлап йүгереп тора. Ҡарап тороуға бик ҡурҡыныс ҡиәфәттә һәм мин, ауыл балаһы, бындайҙы күргән булмағасмы, әллә уның зәғифлегенән бөжәпме, ҡойол да төш. Яына баҫтырып ҡуйып туҡылдатып ритмды тикшерә был, шул тактка һуға ла, ҡабатлай ҙа алмайым. Улай итте мине, былай итте лә, “Вам не стоит по музыке итди, вы полный бездарь” тип “ноль” балл ҡуйып сығарып ебәрҙе. Шулай үтте минең музыка өлкәһендәге тәүге имтихандарым.

Икенсе йыл тағы ла килдем. Уҡығы килә бит шунда! Баянда училищеның өсөнсө курс пьесаларын ятлап алып уйнайым һәм шуларҙы күрһәтмәксемен дә. Тик, хәйерсегә ел ҡаршы, әпәт шул Инякин ултыра. Мин тағы ҡаушаным. Бармаҡтар тыңламай ҙа ҡуя. Һәм тағы “ноль” алып торам. Йә берәйһенә әйтмәйем шунда, икенсе имтихансы һорамайым.Ҡайҙа инде ул йәштә ундай ҡыйыулыҡ?

Унан театр бүлегенә самалап ҡараным. Унда легендар режиссер Крашениников ине. Ул минең шиғырҙарымды, диалогтарымды тыңлап ҡараны ла, “һеҙҙә талант, әммә тышҡы йөҙөгөҙ менән рус драма театрына бармайһығыҙ” тип ҡуйҙы. Ҡыҫыҡ күҙле башҡортмон бит инде, бер ни итер хәл юҡ. Шул Крашениниковтың кәңәше менән Стәрлетамаҡ ағартыу училищеһына юлландым һәм уйнаған инстументтарым төрлөлөгөнә, белгән әҫәрҙәрем һанына ҡарап имтиханһыҙ ҡабул ителдем. Бында минең өсөн хөрриәт ине. Фортепиано бар, баян бар! Төндәрен класта биктәлеп ҡалып, таң атҡансы уйнап-уйнап, ултырғыстарҙа йоҡлап китәм. Баяндан уҡытыусым Гордеев шулай уҡ һуҡыр ветеран, иҫ киткес изге күңелле әҙәм. Ул да, театр бүлеге етәксеһе лә минең бөтөн фәндәрҙән тик “бишле”гә өлгәшкәнемде, музыка менән мауыҡҡанымды күреп: “Һин һәләтле егет, инде етлеккән музыкант, һиңә артабан уҡырға кәрәк” тиҙәр.

Унда ла ла ансамбль төҙөп алдым: кларнет, контрабас, гитара, һуҡма инструменттар. Ете егет, танцы майҙандарын гөрһөлдәтәбеҙ генә!

Музыка бүлегендә тынлы оркестрҙа шөғөлләндем һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының беренсе торбасыһы булып дан алдым бер заман. Үҙемә ун алты ғына йәш. Самый үҫкән ваҡыт, ашағы килеп кенә тора, ә ун тәңкәлек стипендия етмәй. Аҡса эшләргә булып ерләү бюроһына урынлаштым. Ундағы оҙатыу оркестрында тик эскән ағайҙар йөрөй, мин шулар араһында торбала һуҙам. Бер заман шул ағайҙарҙың береһе, кешене ерләгән саҡта, һуҡмыш булып, автобус артына сиҙәмгә ятып йоҡлап киткән икән, шофер уны күрмәгән һәм артҡа биреп тапатҡан быны. Вәт һиңә, берәүҙе ерләргә килеп икенсеһе үлеп ята. Ошо күҙ алдында булған хәл мине шундай тетрәтте һәм шунан ары ерләүгә йөрөмәҫ булдым. Икенсе эш эҙләнем һәм бер заводтың үҙешмәкәр түңәрәгенә баянсы булып барып индем. Ошо бер йылда мин үҫтеп, ҡыйыуланып, йышылып арыуыҡ ҡала малайына әйләнеп алдым. Театр түңәрәгендә уйнайым, хорҙа йырлайым, ансамбль етәкләйем. Һәм, ниһайәт, сәнғәт училищеһының хор-дирижер бүлегенә йырлап инеп киттем, ярты йылдан теоретика бүлексәһенә күсереп тә ҡуйҙылар. Был бүлексәлә элита, бай балалары ғына уҡый ала ине, белем дә төплөрәк бирелә, уҡытыусылар ҙа билдәле кешеләр.

Училищела ла тынлы, халыҡ оркестарҙары ойоштороп ташланым. Төрлө урындарҙа эшләйем, уҡыуым да бара. Өсөнсө курста саҡта училищеға практикант Сергей Петрович Панкратов килде. Ул Несин исемендәге институт практиканты ине. Шундай вируоз музыкант, фортепианола ҡараңғыла уйнай торғайны, клавиатураларҙы күрмәҫ өсөн. Шул миңә әйтә бер, килтер әле яҙған әҫәрҙәреңде, күҙ һалайым, ти. Ҡараны ла, хайран ҡалып, Мәскәүҙәге уҡытыусыһына хәбәр итте. Унан яуап тиҙ килде: мине консерваторияға уҡырға саҡыралар. Ҡанатланып киттем. Әммә дәртемде тиҙ һүндерҙеләр, училищенан һуң йүнәлтмәм Ишембай ҡалаһының балалар музыка мәктәбенә. Етмәһә 71 һум подъемный биргәндәр, уныһын тотонғанмын. Аҡсаларҙы эшләп кире ҡайтарып та була, әммә уның өсөн енәйәт эше лә асырға мөмкиндәр. Заманының тәртиптәре шулай ине. Мәскәүҙәр иһә, аҡса табабыҙ, кил, тип саҡыралар. Шулай ҡаңғырып торғанда, Заһир ағай Исмәғилев килеп сыҡты ла: “Мин сәнғәт институты асам, беренсе студентым һин булаһын, онот – Мәскәүҙе лә, Ишембайҙы ла!” тине ҡәтғи итеп. Һәм мин мәскәүҙәрҙе бер аҙ үпкәләтеп, Заһир ағайҙың тәҡдимен һайланым. Ысынында һайлау хоҡуғым да булманы, шундай хөрмәтле һәм абруйлы кешегә ҡаршы һүҙ ҙә әйтә алмай инем. Хәҙер уйлайым, шул саҡ Мәскәүгә китһәм мин бөтә донъяға билдәле композитор ҙа булыр инем, әммә башҡорт көйсөһө булмаҫ инем. Тимәк, мине яҙмыш үҙ милләтем өсөн яралтҡан.

Легендар МАЭСТРО
Легендар МАЭСТРО
Автор:
Читайте нас: