+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2022, 11:00

Легендар МАЭСТРО

Быйыл Рим Хәсәновтың юбилей кисәһе үтер тип  күҙаллана – Бишенсе класта уҡығанда ансамбль төҙөнөм. Ауыл өсөн был бик сәйер хәл булды. Үҙем баянда уйнайым, китапхананың бер баяны бар, шуны бирҙеләр. Мандолина, барабан һәм бутылкаларға һыу тултырып элеп, шуларҙы сиртәбеҙ. Кселофон ролен үтәй инде. Етенсе класҡа тиклем булды төркөмөбөҙ. Килеп тороп йырлайбыҙ, танцылар үткәрәбеҙ. Күңелле ваҡыттар ине! Етенсе класс аттестаты менән Өфө сәнғәт училищеһына музыка бүлегенә килдем. Экзаменды Николай Яковлевич Инякин ҡабул итә. Ул ике метрҙай ҙурлыҡтағы һуҡыр кеше. Күҙлек кеймәй һәм күҙ алмалары туҡтауһыҙ ҡыбырлап йүгереп тора. Ҡарап тороуға бик ҡурҡыныс ҡиәфәттә һәм мин, ауыл балаһы, бындайҙы күргән булмағасмы, әллә уның зәғифлегенән бөжәпме, ҡойол да төш. Яына баҫтырып ҡуйып туҡылдатып ритмды тикшерә был, шул тактка һуға ла, ҡабатлай ҙа алмайым. Улай итте мине, былай итте лә, “Вам не стоит по музыке итди, вы полный бездарь” тип “ноль” балл ҡуйып сығарып ебәрҙе. Шулай үтте минең музыка өлкәһендәге тәүге имтихандарым. Икенсе йыл тағы ла килдем. Уҡығы килә бит шунда! Баянда училищеның өсөнсө курс пьесаларын ятлап алып уйнайым һәм шуларҙы күрһәтмәксемен дә. Тик, хәйерсегә ел ҡаршы, әпәт шул Инякин ултыра. Мин тағы ҡаушаным. Бармаҡтар тыңламай ҙа ҡуя. Һәм тағы “ноль” алып торам. Йә берәйһенә әйтмәйем шунда, икенсе имтихансы һорамайым.Ҡайҙа инде ул йәштә ундай ҡыйыулыҡ? Унан театр бүлегенә самалап ҡараным. Унда легендар режиссер Крашениников ине. Ул минең шиғырҙарымды, диалогтарымды тыңлап ҡараны ла, “һеҙҙә талант, әммә тышҡы йөҙөгөҙ менән рус драма театрына бармайһығыҙ” тип ҡуйҙы. Ҡыҫыҡ күҙле башҡортмон бит инде, бер ни итер хәл юҡ. Шул Крашениниковтың кәңәше менән Стәрлетамаҡ ағартыу училищеһына юлландым һәм уйнаған инстументтарым төрлөлөгөнә, белгән әҫәрҙәрем һанына ҡарап имтиханһыҙ ҡабул ителдем. Бында минең өсөн хөрриәт ине. Фортепиано бар, баян бар! Төндәрен класта биктәлеп ҡалып, таң атҡансы уйнап-уйнап, ултырғыстарҙа йоҡлап китәм. Баяндан уҡытыусым Гордеев шулай уҡ һуҡыр ветеран, иҫ киткес изге күңелле әҙәм. Ул да, театр бүлеге етәксеһе лә минең бөтөн фәндәрҙән тик “бишле”гә өлгәшкәнемде, музыка менән мауыҡҡанымды күреп: “Һин һәләтле егет, инде етлеккән музыкант, һиңә артабан уҡырға кәрәк” тиҙәр. Унда ла ла ансамбль төҙөп алдым: кларнет, контрабас, гитара, һуҡма инструменттар. Ете егет, танцы майҙандарын гөрһөлдәтәбеҙ генә! Музыка бүлегендә тынлы оркестрҙа шөғөлләндем һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының беренсе торбасыһы булып дан алдым бер заман. Үҙемә ун алты ғына йәш. Самый үҫкән ваҡыт, ашағы килеп кенә тора, ә ун тәңкәлек стипендия етмәй. Аҡса эшләргә булып ерләү бюроһына урынлаштым. Ундағы оҙатыу оркестрында тик эскән ағайҙар йөрөй, мин шулар араһында торбала һуҙам. Бер заман шул ағайҙарҙың береһе, кешене ерләгән саҡта, һуҡмыш булып, автобус артына сиҙәмгә ятып йоҡлап киткән икән, шофер уны күрмәгән һәм артҡа биреп тапатҡан быны. Вәт һиңә, берәүҙе ерләргә килеп икенсеһе үлеп ята. Ошо күҙ алдында булған хәл мине шундай тетрәтте һәм шунан ары ерләүгә йөрөмәҫ булдым. Икенсе эш эҙләнем һәм бер заводтың үҙешмәкәр түңәрәгенә баянсы булып барып индем. Ошо бер йылда мин үҫтеп, ҡыйыуланып, йышылып арыуыҡ ҡала малайына әйләнеп алдым. Театр түңәрәгендә уйнайым, хорҙа йырлайым, ансамбль етәкләйем. Һәм, ниһайәт, сәнғәт училищеһының хор-дирижер бүлегенә йырлап инеп киттем, ярты йылдан теоретика бүлексәһенә күсереп тә ҡуйҙылар. Был бүлексәлә элита, бай балалары ғына уҡый ала ине, белем дә төплөрәк бирелә, уҡытыусылар ҙа билдәле кешеләр. Училищела ла тынлы, халыҡ оркестарҙары ойоштороп ташланым. Төрлө урындарҙа эшләйем, уҡыуым да бара. Өсөнсө курста саҡта училищеға практикант Сергей Петрович Панкратов килде. Ул Несин исемендәге институт практиканты ине. Шундай вируоз музыкант, фортепианола ҡараңғыла уйнай торғайны, клавиатураларҙы күрмәҫ өсөн. Шул миңә әйтә бер, килтер әле яҙған әҫәрҙәреңде, күҙ һалайым, ти. Ҡараны ла, хайран ҡалып, Мәскәүҙәге уҡытыусыһына хәбәр итте. Унан яуап тиҙ килде: мине консерваторияға уҡырға саҡыралар. Ҡанатланып киттем. Әммә дәртемде тиҙ һүндерҙеләр, училищенан һуң йүнәлтмәм Ишембай ҡалаһының балалар музыка мәктәбенә. Етмәһә 71 һум подъемный биргәндәр, уныһын тотонғанмын. Аҡсаларҙы эшләп кире ҡайтарып та була, әммә уның өсөн енәйәт эше лә асырға мөмкиндәр. Заманының тәртиптәре шулай ине. Мәскәүҙәр иһә, аҡса табабыҙ, кил, тип саҡыралар. Шулай ҡаңғырып торғанда, Заһир ағай Исмәғилев килеп сыҡты ла: “Мин сәнғәт институты асам, беренсе студентым һин булаһын, онот – Мәскәүҙе лә, Ишембайҙы ла!” тине ҡәтғи итеп. Һәм мин мәскәүҙәрҙе бер аҙ үпкәләтеп, Заһир ағайҙың тәҡдимен һайланым. Ысынында һайлау хоҡуғым да булманы, шундай хөрмәтле һәм абруйлы кешегә ҡаршы һүҙ ҙә әйтә алмай инем. Хәҙер уйлайым, шул саҡ Мәскәүгә китһәм мин бөтә донъяға билдәле композитор ҙа булыр инем, әммә башҡорт көйсөһө булмаҫ инем. Тимәк, мине яҙмыш үҙ милләтем өсөн яралтҡан.

Һүҙем 400-ҙән ашыу эстрада йырын тыуҙырған башҡорт совет һәм Рәсәй композиторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рим Мәхмүт улы Хәсәнов хаҡында. Күптән түгел баш ҡалала “Башҡорт йыры” проекты эсендә уның “Һаумы, маэстро” тип аталған шанлы концерты үтте. Эркелеп килгән һәм туҡтамаҫтан ярһып ҡул сапҡан халыҡтың оло һөйөүен, маэстроның үҙен һәм йырҙарын һағыныуын күрһәтте был сара.

– Рим ағай, һеҙҙең баштағы күп йырҙарығыҙ русса яҙыла. Был, моғайын, һеҙҙең рус телле булып үҫеүҙәлер, эйе бит?

– Шулай, эйе. Мин Благовар районы Языково ауылында тыуып үҫтем. 1941 йылда, һуғыш башланғас, атайымды ошо районға элемтә булдырырға ебәрәләр. Совет мәғлүмәт бюроһы хәбәрҙәрен мөмкин тиклем яҡшыраҡ һәм күберәк йыйып алыу өсөн элемтә талап ителә. Атайым ФЗО-ла элемтә бүлеген тамамлай һәм элемтәсе булып хеҙмәт башлай. Һәм ошо һуғыш осоронда дүрт йыл буйына ул районды бер үҙе хеҙмәтләндерә: бағаналарға соҡорҙар ҡаҙа, бағаналар ултырта, сымдар һуҙа. Бының өсөн уға “За доблестный труд в Великой Отечественной войне” тигән миҙал да бирәләр. Аҙағыраҡ, һуғыштан һуң инде, уның ярҙамсылары ла, монтер, электриктар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәре лә барлыҡҡа килә. Шулай итеп атайым ғаиләһе менән шунда төпләнә, апайымдарҙан һуң мин булам. Ғаиләлә беҙ өс бала үҫтек. Хәҙисә апайым ун йәшкә оло, Роза апайым дүрт йәшкә. Мин бәләкәйҙә өлкән апайым БДУ-ны тамамлап, “Рәсәй” колхозының Пришеп ауылында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта ине инде. Был ауыл тулыһынса немецтарҙан ғына тора. Каникулдарҙа апайыма барып ятып, балалар менән уйнап, арыуыҡ немецса һөйләшә башланым. Бер заман апайымды немец егетенә кейәүгә һораталар, белемле кеше – агроном, бик ныҡ яусылайҙар инде. Тик атайым риза булманы, ул ваҡыт немец ул “дошман” мәғәнәһендә тәьҫир итә ине халыҡҡа. Хатта минең немецса һөйләшергә өйрәнеүемде лә өнәмәне ата-әсәйҙәр. Апайҙы тейешле ваҡытын эшләгәс тә ҡайтарып алдылар.

Ауылда төрлө милләт халыҡтары йәшәй һәм балалар башлыса рус телендә аралаша. Әлбиттә, өйҙә туған телдә һөйләштеләр, әммә рус телендә уҡыу ҙа, дуҫтарҙың да урыҫ малайҙары булыуы үҙенекен итте. Мин почтаға етәксе булып килгән Катюшаның командиры Тарасенконың улы Саша менән уйнап үҫтем. Беҙ икәүләшеп летчик булырға хыялландыҡ. Дуҫым хыялына өлгәште, хәрби юлдан китте һәм ТУ-154 самолетының командиы булып хаҡлы ялға сыҡты. Ә минең ғүмер һуҡмағымды яҙмыш икенсерәк итеп бороп ебәрҙе. Башта яҙылған йырҙарымдың һүҙҙәре лә үрҙә һөйләнгән сәбәптәр арҡылы русса булып яралды шуға.

– Һеҙ ҡасан үҙегеҙҙең музыкаға ылығыуығыҙҙы, моңға һәләтегеҙ барлыҡты аңланығыҙ?

– Атайым музыкаль кеше ине. Бер ҡайҙа ла уҡымайса, үҙ алдына ғына өйрәнеп музыка ҡоралдарында уйнай. Скрикаһы бар ине. Бик-бик ҡәҙерле әйбер. Уның тарихы былай: ФЗО-ла уҡығанында Мәскәүҙән Дировой фамилиялы кеше менән аралаша, уның ошо скрипкаһы була. Дировойға атайымдың үҙе яһаған, ат ҡойроғонан ҡуйылған ҡыллы мандолинаһы оҡшай ҙа, экзотика күреп, ҡоралдарҙы алмаштырырға һорай. Бындай скрипка килеп ҡапҡас, атайым дәртәлнеп китеп ноталар һатып ала һәм өйрәнә башлай. Шундай үҙешмәкәр музыкант була ул.

Эй, шул скрипкаға ҡыҙығам бит мин. Хатта уйынға ла әүрәй алмайым, шуны уйлайым. Үҙемә 6 йәш кенә. Тик миңә ҡәтғи рәүештә уға тейергә лә, хатта яҡын барырға ла ярамай. Атай шулай тыйған һәм әсәйемә лә ҡушып киткән. Мин әсәйгә инәләп хәҙер: “Боҙмайым, тотоп ҡына ҡарайым” тип илайым. Әсәйем йомшарҙы ахыры һәм атай эштә саҡта скрипканы тоттора башланы. Нота китаптарын тыймағастар, уларын быға тикле лә ҡарап-ятлап өлгөргән инем. Атай уйнағанын да йотлоғоп тыңлайым, уның ҡоралды нисек тотҡанын, бармаҡтарын нисек йөрөткәнен беләм инде. Шул скрипканы хәҙер тотоп өй артындағы бер соҡорло урынға барып ултырам да, уйнайым. Ярайһы ғына һупалайым. Бер шундай хәл дә булды: уйнап ултырғанымда ҡапыл ямғыр башланды. Мин ҡурҡыштан күлдәгемде сисеп скрипканы урайым, ыштанымды урайым, юҡ, скрипканы тулыһынса ҡапларға етмәй. Ахырҙа төрөсигемде лә сисеп скрипкаға “кейҙерҙем” дә өйгә ҡарай шәрәләй йүгерҙем. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: бәләкәй генә сыр яланғас бала, ямғыр аҫтында, һыулы үлән кисеп, скрипканы ҡотҡарам тип саба. Атайҙан шөрләү, уның әйберен ҡәҙерләү ояттан көслөрәк булғандыр инде.

Йыл тигәндә өйрәндем уйнап, ноталар буйынса ла, үҙемсә лә һыҙҙырам ғына. Унан әсәйем атайыма әйтә: “Рөхсәт ит инде, уйнай белә бит ул” ти. Атай асыуланырға ла уйланы башта, шулай ҙа тыңлап ҡарарға булды. Уйнап күрһәткәйнем, ҡәнәғәт ҡалды һәм, ниһайәт, ҡулланырға бирә башланы. Шулай итеп, мин алты йәштә ололар скрипкаһында күрше-күләнгә, әсәйҙең әхирәттәренә концерт бирә инем инде.

Артабан, ауылда һеҙҙең “моң ене ҡағылған” бала булыуығыҙҙы ҡабул иттеләрме? Йәмғиәт нисек ҡараны улай иртә һәләтегеҙ асылыуын?

– Бишенсе класта уҡығанда ансамбль төҙөнөм. Ауыл өсөн был бик сәйер хәл булды. Үҙем баянда уйнайым, китапхананың бер баяны бар, шуны бирҙеләр. Мандолина, барабан һәм бутылкаларға һыу тултырып элеп, шуларҙы сиртәбеҙ. Кселофон ролен үтәй инде. Етенсе класҡа тиклем булды төркөмөбөҙ. Килеп тороп йырлайбыҙ, танцылар үткәрәбеҙ. Күңелле ваҡыттар ине! Етенсе класс аттестаты менән Өфө сәнғәт училищеһына музыка бүлегенә килдем. Экзаменды Николай Яковлевич Инякин ҡабул итә. Ул ике метрҙай ҙурлыҡтағы һуҡыр кеше. Күҙлек кеймәй һәм күҙ алмалары туҡтауһыҙ ҡыбырлап йүгереп тора. Ҡарап тороуға бик ҡурҡыныс ҡиәфәттә һәм мин, ауыл балаһы, бындайҙы күргән булмағасмы, әллә уның зәғифлегенән бөжәпме, ҡойол да төш. Яына баҫтырып ҡуйып туҡылдатып ритмды тикшерә был, шул тактка һуға ла, ҡабатлай ҙа алмайым. Улай итте мине, былай итте лә, “Вам не стоит по музыке итди, вы полный бездарь” тип “ноль” балл ҡуйып сығарып ебәрҙе. Шулай үтте минең музыка өлкәһендәге тәүге имтихандарым.

Икенсе йыл тағы ла килдем. Уҡығы килә бит шунда! Баянда училищеның өсөнсө курс пьесаларын ятлап алып уйнайым һәм шуларҙы күрһәтмәксемен дә. Тик, хәйерсегә ел ҡаршы, әпәт шул Инякин ултыра. Мин тағы ҡаушаным. Бармаҡтар тыңламай ҙа ҡуя. Һәм тағы “ноль” алып торам. Йә берәйһенә әйтмәйем шунда, икенсе имтихансы һорамайым.Ҡайҙа инде ул йәштә ундай ҡыйыулыҡ?

Унан театр бүлегенә самалап ҡараным. Унда легендар режиссер Крашениников ине. Ул минең шиғырҙарымды, диалогтарымды тыңлап ҡараны ла, “һеҙҙә талант, әммә тышҡы йөҙөгөҙ менән рус драма театрына бармайһығыҙ” тип ҡуйҙы. Ҡыҫыҡ күҙле башҡортмон бит инде, бер ни итер хәл юҡ. Шул Крашениниковтың кәңәше менән Стәрлетамаҡ ағартыу училищеһына юлландым һәм уйнаған инстументтарым төрлөлөгөнә, белгән әҫәрҙәрем һанына ҡарап имтиханһыҙ ҡабул ителдем. Бында минең өсөн хөрриәт ине. Фортепиано бар, баян бар! Төндәрен класта биктәлеп ҡалып, таң атҡансы уйнап-уйнап, ултырғыстарҙа йоҡлап китәм. Баяндан уҡытыусым Гордеев шулай уҡ һуҡыр ветеран, иҫ киткес изге күңелле әҙәм. Ул да, театр бүлеге етәксеһе лә минең бөтөн фәндәрҙән тик “бишле”гә өлгәшкәнемде, музыка менән мауыҡҡанымды күреп: “Һин һәләтле егет, инде етлеккән музыкант, һиңә артабан уҡырға кәрәк” тиҙәр.

Унда ла ла ансамбль төҙөп алдым: кларнет, контрабас, гитара, һуҡма инструменттар. Ете егет, танцы майҙандарын гөрһөлдәтәбеҙ генә!

Музыка бүлегендә тынлы оркестрҙа шөғөлләндем һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының беренсе торбасыһы булып дан алдым бер заман. Үҙемә ун алты ғына йәш. Самый үҫкән ваҡыт, ашағы килеп кенә тора, ә ун тәңкәлек стипендия етмәй. Аҡса эшләргә булып ерләү бюроһына урынлаштым. Ундағы оҙатыу оркестрында тик эскән ағайҙар йөрөй, мин шулар араһында торбала һуҙам. Бер заман шул ағайҙарҙың береһе, кешене ерләгән саҡта, һуҡмыш булып, автобус артына сиҙәмгә ятып йоҡлап киткән икән, шофер уны күрмәгән һәм артҡа биреп тапатҡан быны. Вәт һиңә, берәүҙе ерләргә килеп икенсеһе үлеп ята. Ошо күҙ алдында булған хәл мине шундай тетрәтте һәм шунан ары ерләүгә йөрөмәҫ булдым. Икенсе эш эҙләнем һәм бер заводтың үҙешмәкәр түңәрәгенә баянсы булып барып индем. Ошо бер йылда мин үҫтеп, ҡыйыуланып, йышылып арыуыҡ ҡала малайына әйләнеп алдым. Театр түңәрәгендә уйнайым, хорҙа йырлайым, ансамбль етәкләйем. Һәм, ниһайәт, сәнғәт училищеһының хор-дирижер бүлегенә йырлап инеп киттем, ярты йылдан теоретика бүлексәһенә күсереп тә ҡуйҙылар. Был бүлексәлә элита, бай балалары ғына уҡый ала ине, белем дә төплөрәк бирелә, уҡытыусылар ҙа билдәле кешеләр.

Училищела ла тынлы, халыҡ оркестарҙары ойоштороп ташланым. Төрлө урындарҙа эшләйем, уҡыуым да бара. Өсөнсө курста саҡта училищеға практикант Сергей Петрович Панкратов килде. Ул Несин исемендәге институт практиканты ине. Шундай вируоз музыкант, фортепианола ҡараңғыла уйнай торғайны, клавиатураларҙы күрмәҫ өсөн. Шул миңә әйтә бер, килтер әле яҙған әҫәрҙәреңде, күҙ һалайым, ти. Ҡараны ла, хайран ҡалып, Мәскәүҙәге уҡытыусыһына хәбәр итте. Унан яуап тиҙ килде: мине консерваторияға уҡырға саҡыралар. Ҡанатланып киттем. Әммә дәртемде тиҙ һүндерҙеләр, училищенан һуң йүнәлтмәм Ишембай ҡалаһының балалар музыка мәктәбенә. Етмәһә 71 һум подъемный биргәндәр, уныһын тотонғанмын. Аҡсаларҙы эшләп кире ҡайтарып та була, әммә уның өсөн енәйәт эше лә асырға мөмкиндәр. Заманының тәртиптәре шулай ине. Мәскәүҙәр иһә, аҡса табабыҙ, кил, тип саҡыралар. Шулай ҡаңғырып торғанда, Заһир ағай Исмәғилев килеп сыҡты ла: “Мин сәнғәт институты асам, беренсе студентым һин булаһын, онот – Мәскәүҙе лә, Ишембайҙы ла!” тине ҡәтғи итеп. Һәм мин мәскәүҙәрҙе бер аҙ үпкәләтеп, Заһир ағайҙың тәҡдимен һайланым. Ысынында һайлау хоҡуғым да булманы, шундай хөрмәтле һәм абруйлы кешегә ҡаршы һүҙ ҙә әйтә алмай инем. Хәҙер уйлайым, шул саҡ Мәскәүгә китһәм мин бөтә донъяға билдәле композитор ҙа булыр инем, әммә башҡорт көйсөһө булмаҫ инем. Тимәк, мине яҙмыш үҙ милләтем өсөн яралтҡан.

Тәүге союз кимәленә билдәле булған әҫәрҙәрегеҙҙе хәтерләгәндә?..

– Институтта икенсе курстан Родина кинотеатрында эшләнем. Ул саҡта сеанстар алдынан егерме биш кешенән торған иҫ киткес шәп оркестр уйнап торҙо. Бәләкәй симфоник оркестр – уйлап ҡарағыҙ – кинотетарҙа! Бөтөн был тәжрибә миңә артабан телевидение һәм радионың Бөтә союз эстрада-симфоник окрестрының художество етәксеһе һәм дирижеры Юрий Селантьевҡа оранжировкалар яһарға ла ярҙам итте. Радик Гәрәев Сочиға барҙы “Мандолина” менән – уға оранжировка, Мәскәүҙәр һораны – Гнатюк йырланы бит бөтә союзға билдәле йырҙы “Барабан мой...” тип – шул да минең беренсе эштәрем ине.

“Мандолина”ны башта Радик Гәрәев Сочиға алып барғайны. Унда беренсе тапҡыр ишеттерҙе. Ә инде Нәзифә Ҡадирова уны союз кимлендә билдәле итте. Ә ул “Мандолина” ҡайҙан килеп сыҡтымы? Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала сағында” бер эскесенең шундайыраҡ йыры бар ине хәтерләһәгеҙ, миңә шул оҡшап ҡалды ла, Мостай ағайҙан “яңы текст кәрәк ине” тип һорап яҙҙырып алдым. Һәм шулай итеп “Мандолина” тыуҙы.

Кемдәргәлер арнап яҙылған йыр прототиптарының яҙмыштарын белдегеҙме?

– Белдем. Иң тәүге йырым “Әҡлимә” булды. Ул 1964 йылда яҙылды, һүҙҙәре лә, көйө лә үҙемдеке. Училищеның беренсе курс студенты ғына сағымда, ун алты йәштә. Тарихы былай булды: кис һайын опера театрына йөрөйөм, студент билеты менән бушлай. Был бик ҙур бәхет - театр, оркестр, балет! Кардибалетта бейеүсе бер ҡыҙ иғтибарымды йәлеп итте, егеттәр аша белешһәм, исеме Әҡлимә икән. Бейеүенә лә, үҙенең күркәмлегенә лә һоҡланып йыр яҙғайным, уны ҡапыл эләктереп күтәреп алдылар ҙа, билдәле булды ла китте. Әҡлимә менән артыҡ дуҫлашманыҡ та, яҡшы таныштар булып ҡалдыҡ. Ул тормошҡа сығып китте һәм ире ошо йыр өсөн һәр саҡ ғәйепләр булды. Бәхетһеҙлек кенә алып килде ул ҡыҙға әлеге йыр. Ире ныҡ көнләшеп, хатта бер йөҙөнә ҡайнар аш һирпкән, тиҙәр. Айырылып икенсегә барған икән, уныһы йырҙы ишеткән һайын туҡмар булған. Бына бит ҡайһы ир-егеттәрҙең сәнғәт юғарылығын аңламауы! Наҙанлыҡ түгелме инде был? Шулай итеп, минең “Әҡлимәм” прототибы өсөн бәлә булды ул.

Әйткәндәй, минең өс ҡатын-ҡыҙға яҙған йырҙарымдың өсөһө лә шундай проблема тыуҙырҙы. “Бибинур” йырын Сибай театры бухгалтерияһындағы ҡатынҡайҙың исеменә генә арнап яҙғайным, шулай уҡ ире йырға көнләшеп, йырлағандарға көнләшеп, ҡыйырһытып йәшәткән, тиҙәр. Унан – “Асия”, шундай уҡ ҡыҙғансыҡ ирҙең ҡорбаны иткән ул ҡыҙҙы. Ҡалайтаһың, башҡорт ирҙәренең менталитет шундай бит инде, улар өлөшөнә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙына, башҡалар ҡарарға ла, һоҡланырға ла тейеш түгел. Тик мин быны аҡламайым.

Ике йыл элек Красноусол шифаханаһында Венера исемле ханым йыр һораны ла, ул йыр тыуып, илай-илай тыңлағайны. Һәм шул ваҡыт үткәндәге ҡыҙҙарға арналған йырҙарымдың яҙмышы иҫемә төштө лә, әлеге аҡылымдан сығып баһалап, мин ул йырҙы теге ҡатынҡайға бирмәнем. Аҙаҡ исемен алып ташлап, дөйөм формала эшләп ҡуйҙым. Үҙемсә, мин уны ошоноң менән бәләнән аралайым һымаҡ булды. Сөнки тегеләре өсөн борсолоп йәшәгәйнем.

“Ҡышҡы романс”тың тарихы бармы? Башҡа йырҙарҙың?..

– “Ҡышҡы романс”ты мин армияла яҙҙым. Институтты бөткәндә ике айҙан 27 йәшем тула, хеҙмәткә саҡырылыу мәлем сығып, бронь башланырға тейеш ине. Башвоенком билдәле генерал Таһир Күсемов миңә: “Борсолма, ике ай өсөн һиңә тейеп тормабыҙ” тип тынысландыра. Ә мин уйлайым, армияға ла бармаһам, әгәр һуғыш-фәлән була торған булһа, мин бит бер нәмә лә белмәйем, тием. Ул ваҡытта инде өйләнгәнмен, бала бар. Ҡатынға әйтәм: “Әҙерлән, мин армияға китәм.” Уның ҡаршы төшөүенә ҡарап тормай, кит тә бар. Ул саҡта әлеге Президент отеле урынында хәрби часть тора ине. Унда төрмәләрҙән ҡасыусы енәйәтселәрҙе эҙләп-табып алырға тейешле махсус бүлек урынлашҡан. Мин ҡартайған “молодой”. Беренсе көндә үк бер сержант саҡырып алды ла, шырпыһын асып бөртөктәрен ергә ҡойҙо һәм: “Йый”, - тине. Мин әйтәм – юҡ. Шулай эләгешеп китеп, мин, асыуымды контролдә тота алмай, был һалдатты ҡолата һуҡтым. Шулай башланды хеҙмәтем. Бик эшлекле, ауыр әммә файҙалы, яуаплы булды был йылдарым. Унда мин парашюттан да һикерергә, бөтә төрлө ҡоралдар менән эш итергә, бөтөн төрлө хәрби техниканы йөрөтөргә өйрәндем. Көн аша тулыһынса ҡоралланған килеш ун бишәр саҡрымаға йүгерәбеҙ. Һәм бына шул төплө физик күнекмәләр һәм хәрби мәктәп тәриәһе миңә артабанғы ғүмергә етте. Һәм бына шул хеҙмәттә нарядта торғанда, ҡышҡы төндә, күңелемә сикһеҙ һағыш килеп тулып, бармаҡтарым булмаған клавиатураларҙа “йүгерҙе” лә, йөрәгемдә моң тыуҙы. “Ҡышҡы романс” тип атаным уны, башта һүҙҙәрен үҙем русса яҙҙым да, аҙаҡ, бер осрашҡанда, Назар ағай Нәжми әлеге һеҙ белгәнсә итеп үҙгәртеп бирҙе.

“Ләйсән ямғыры” йырын мин махсус Нәзифә Ҡадырова өсөн яҙҙым. Ун алты йәшлек кенә ҡыҙ бала булып ул Өфөгә килгәйне. Ресторанда йырлайым, аҙыраҡ аҡса эшләйем, тип. Миңә уның хаҡында, дәүләт циркы туҡталышы артындағы ятаҡта көмөш тауышлы бер йырсы бар, тип хәбәр иттеләр. Барып эҙләп таптым һәм ресторанға ебәрмәйсә, филармонияға етәкләп алып барҙым һәм директоры Сәлих Хөснийәров алдына баҫтырып: “Тыңла әле” тинем. Тыңланылар. Тағы-тағы һорап йырлаттылар, филармония хеҙмәткәрҙәре йыйылып китте. Йырлатып-йырлатып быны, алдылар эшкә. Мин шунда Нәзифәнең ҡыңғырау шикелле генә тауышына арбалып “Ләйсән ямғыр” тигән йырҙы яҙҙым. Ул шуны йырлап сыҡты оло сәхнәгә. Унан “Иҫеңдәме, иркәм” дә тап уға тип яҙылды. Ә Нәзифә Ҡадырованың тауышы бөгөн дә һөйөндөрә тамашасыһын, уның тауышында минең йырҙарым йәшәй.

Назар Нәжми менән берлектәге йырҙарығыҙ байтаҡ ҡына, шул иҫәптән “Өфө йүкәләре”...

– Яҙыусылар союзында ла, Композиторҙар берлегендә лә Пропаганда бюроһы бар ине элек. Был бюролар көслө эш алып бара, ай һайын яҙыусылар һәм йырсы-композиторҙар автобустарға тейәлешеп райондар, ауылдар буйлап йөрөй, халыҡ менән осраша. Шунда Назар ағай мине үҙе менән ҡушып алып йөрөй башланы. Рауил Бикбаев та бергә, күмәкбеҙ инде. Шағирҙар шиғыр уҡый, мин гитара сиртеп уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарымды башҡарам. Бер мәл Стәрлетамаҡ-Ишембай яҡтарында йөрөп килеп, төнгә ҡалып ҡына ҡайтып торабыҙ. Пушкин-Карл Маркс урамдары буйлап барып бер ағайҙы оҙаттыҡ, унан Назар Нәжмигә сәй эсергә юлланабыҙ. Ул тирәлә боронғо йыуан-йыуан йүкәләр үҫә ине. Беҙ шул йүкәләр аҫтынан тын ғына атлап барабыҙ һәм Назар ағай әйтеп ҡуя: “Бына, йүкәләр беҙгә тиклем дә әллә күпме йылдар ултырған, кемдәрҙелер иҫләйҙәр инде. Һәм беҙҙән һуң да шаулап үҫеп, сәскә атып беҙҙе хәтерләрҙәр әле...” Был һүҙҙәр минең йөрәккә генә килеп инде лә, күңелдә моң сиртте. “Яҙ әле, тим, Назар ағай, бер шәп кенә шиғыр, ә миндә көй бар инде.” Был мәл “Өфө йүкәләре”нең яралған мәле ине.

Унан “Мине юлдар-юлдар сағыра” тигәне лә шул уҡ Назар ағайҙың фәлсәфәһенә илһамланып яҙылды ул. Шулай уҡ юлға сыҡҡанбыҙ, ҡарайым, ағайыбыҙ уйланып, күңелһеҙләнеп барған һымаҡ. “Ни булды, Назар ағай?” тиһәм, ул: “Бына, беҙ йөрөйбөҙ, күпме юлдар үтәбеҙ... күпме юлдар һуҙылған кеше ғүмеренә... үтәһе юлдар йәшәтәме беҙҙе, әллә юлдар саҡырып торамы?..” Ә миңә был етә ҡалды, яйлап-яйлап моңға тулыштым һәм шағирҙың шиғыры яҙылып бөтөүгә, көй булды ла.

Рим ағай, һеҙ шундай йырҙар ижад иткән кеше. Йыр-моң бит ул мөхәбәттән килә, шулай бит? Ә һеҙҙең ғүмерҙә мөхәббәт ниндәй урынды алды?

– Беләһеңме, бына ғүмерҙе йәшәп үткәрәһең, уның көҙөнә килеп етәһеңдә икән, әйләнеп ҡарағанда, унда бары тик һөйөү генә күҙгә салына. Һин тик шул хисте генә онотмағанһың, шуны ғына иҫләйһең. Бөтөн төрлө донъя мәсьәләләре, дуҫлыҡ, дошманлыҡ, үпкәләр, вәғәҙәләр онотола, төҫһөҙләнә ул, ә өҙөлөп яратҡаның һәр саҡ күңел түрендә йәшәй. Аллаһы тәғәлә миңә мәрхәмәтле булды, мин яратҡан кешем менән бергә була алдым һәм ярты быуаттан ашыу шул бәхеттә көн итәм. Тарихын да һөйләйем әле.

Сәнғәт институтында уҡығанда, икенсе курста, Опера һәм балет театрына килгәйнем, күрәм, йәш кенә дүрт ҡыҙ инеп тора. Берәүһәнеә ҡараным да шунда, бына... ток һуҡҡан һымаҡ булды. Шундай илаһи ине ул, әкиәт ҡыҙы һымаҡ. Миңә бит инде егерме өс йәш, арыуыҡ донъя күргән егетмен, яҡын барҙым янына. “Кем һин?” тип һорайым. “Фатима. Балет мәктәбенән репетицияға килдем” ти. Һөйләшеп киткәйнек, был ҡыҙға ни бары ун алты ғына йәш булып сыҡты. Һәм мин шул саҡ, шул фоела үҙемә һүҙ бирҙем: бары ошо ҡыҙҙың ғына үҫеп етеүен көтәм. Һәм көттөм дә. Ул да миңә битараф булманы. Һөйгәнемә ун һигеҙ йәш тулыуға дүрт ай ғына ҡалғанда өйләнешеп, бергә йәшәй башланыҡ. Унда ла буласаҡ кәләшемдең атаһы риза түгел әле, ә беҙ бергә булырға теләйбеҙ. Шунда мин Заһир Исмәғилевҡа барҙым һәм һөйләп бирҙем. Заһир ағай комендантын саҡырҙы ла: “Бир ошо егеткә бер бүлмә, өйләнһен” тине. Шулайтып йәшәп киттек. Ҡайным да яйлап күнде, бик яҡын кешеләргә әйләндек.Ул бик ҡыҙыу, яндырай кеше ине. Һуғышта капитан була. Бер ҡаты бәрелешә ул һалдаттарын күрәләтә үлемгә алып инә торған заданиенан баш тарта һәм ошо сәбәпле майор менән эләгешеп китеп, уның битенә һуға. Был ҡылығы өсөн штрафбатҡа күсерелеп, ике йыл һуғыштың иң алғы һыҙығын таҙартыуҙа йөрөй. Штрафбаттар бит беренсе итеп пулеметтарға, танктарға ҡаршы ебәрелә. Ҡайным да дүрт тапҡыр яраланып, шулай ҙа тере ҡалып, ике Ҡыҙыл Йондоҙ орденын алып ҡайта. Ул бына шундай ҡаһарман, батыр кеше була. Һәм ҡыҙы ла үҙенә оҡшаған, яҙмышҡа бирешмәй, бөгөлөп төшмәй торған заттан. Ауыр инсульттан һуң да һынманы ҡатыным, төшөнкөлөккә бирелмәне, тырышып-тырмашып аяҡҡа ла баҫты, эшкә лә сыҡты. Һәм бөгөн дә ул тормошто яратып, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылып йәшәй. Ысын мәғәнәһендәге оптимистка.

Нимә әйтер инем ошо урында? Мөхәббәтте һаҡлай белергә кәрәк. Яратаһың икән – көрәш, яула. Яулағанһың икән – ҡәҙерен бел. Ғаилә мөнәсәбәттәрен бигерәк тә.

Һеҙҙең берҙән-бер ҡыҙығыҙ бар...

– Эйе, берҙән-бер ҡыҙым бар. Исеме уның Айгөл. Ул әсәһе кеүек үк хореграфия юлынан китте, уҡып бөтөп Опера һәм балет театрының кардебалетына тәғәйенләнгәйне инде, бер репетицияла травма алып, бейеүҙе ҡалдырырға мәжбүр булды. Әлбиттә, мөмкинлектәре ҙур ине, әммә сәләмәтлекте һайларға тура килде һәм ҡыҙым БДУ-ның француз бүлеген тамамлап сыҡты. Эшкә ул Мәскәүгә китте һәм шунда ҡалды ла. Бөгөн миңә ҡунаҡҡа ейәнем килеп йөрөй. Ата-әсәһенең ваҡыты булмағанда ла, уны кемгәлер эйәртеп осороп ебәрә инеләр. Бынан да мин шулай итәм. Ике тапҡыр бер үк кешегә беркетеп ултырттыҡ самолетҡа. Ул республиканың буласаҡ башлығы Рөстәм Хәмитов булған икән. Туғыҙ йәшлек ейәнем уның менән танышып, һорашып-төпсөнөп, дуҫлашып киткән. Аҙаҡ үҫкәс “шул кеше әйткәйне” тип Н.Бауман исемендәге Мәскәү техник университетына уҡырға барҙы.

Ейәнем менән бала сағынан үҙем шөғөлләндем. Биш йәшенә тиклем инглиз телен һыу эскәндәй итеп өйрәткәйнем инде. Бөгөн дә беҙ уның менән яҡын, һәр саҡ бәйләнештә, көтөп алып, һағынышып күрешәбеҙ. Бына ошо була инде ололар бәхете!

Рим Мәхмүт улы, белеүемсә, һеҙ тормошта һәр ваҡыт белем алыу, үҫеү, көрәшеү юлында. Һеҙ бөгөн дә студент, бөгөн дә яңы технологиялар үҙләштереүсе, спорт менән дуҫһығыҙ. Былар барыһы ла һеҙгә нимә бирә?

– Тормош кәртәләре алдында туҡтап ҡалмау, һәр саҡ тау йылғаһы һымаҡ үҙ юлымды эҙләү миңә ҡан менән һалынған. Миндә ата-бабамдың яугир рухы, ҡаршылыҡ бар икән, мин шуға ҡаршы китәм, урап үтмәйем.

1994 йылда илдә ҡыйралыш булды, эш юҡ, мәҙәниәт тарҡалды. Мин былай ҙа ирекле рәссам бит инде, эштәр, заказдар туҡталып ҡалды. Уйлап алдым да, былай бармай тигән фекергә килеп, аппаратураларымды һатып, сит илгә инглиз телен төплө өйрәнергә китергә булдым. Инглизсә мин былай ҙа арыуыҡ белә инем, әммә етди урындарға барыу өсөн төплө белем кәрәк ине. Шулай итеп мин Австралияға уҡырға юлландым. Барып төшкәс тә музыка ҡоралдары магазинына барып үтескә гитара биреп тороуҙарын һораным. Студент билетымды күрһәткәйнем, ышандылар. Ә миңә аҡса кәрәк ине, уҡыуға түләүгә, йәшәүгә-ашауға. Урамдарҙа йөрөп йырлай башланым һәм аҙна ярымда 2700 доллар йыйып алдым. Рус телендәге ун йырым бар. Шуларҙы башҡарам инде. Туристар өсөн әллә ҡайҙағы айыулы Рәсәйҙең композиторы ҡыҙыҡ. Бына ошолайтып курстарымды ла түләнем, йәшәнем дә һәм хатта шул ерлек, халыҡ белемдәрен дә үҙләштерҙем әле.

Уҡып ҡайтҡас үҙебеҙҙә банктарҙа тәржемәсе булып эшләнем. Шундай хәлдәр ҙә булды, ҙур инглиз банкирҙары Лондон банкының Мәскәү фатирына тәржемәсе итеп саҡырҙы. Ҙур аҡсалар вәғәҙә итте, йәшәр урынды ла хәл итте. Әммә мин барманым, матур ғына итеп кире ҡаҡтым. Ни өсөн барманыммы? Сит илдәр беҙгә дошман ине бит, улар капиталистар. Һәм хәҙер ҙә шулай һанайым. Улар өсөн дуҫлыҡ, туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек төшөнсәләре юҡ, йәндәрен аҡсаға һатҡан кешеләр. Ә мин бит инде ижад ҡоло.

Бөгөн мин Мәскәү әҙәбиәт курстары студенты. Был минең күптәнге хыялым. Әҙәбиәт өлкәһен нығыраҡ, төплөрәк белергә ынтылдым һәм бына әле яңы ғына шуға өлгәшәм. Бығаса бер-нисә хикәйә ижад иткәйнем, һуңғы мәлдәрҙә роман өҫтөндә эшләйем. Күрәһегеҙ, уҡырға һәм белем эстәргә бер ваҡытта ла һуң түгел.

Заманында минең йәмғиәттән ситкә тибелгән, әҫәрҙәрем тыйылған ваҡыттар ҙа, йылдар ҙа булды. Әммә был ғына мине һындырманы, белеүемде, өйрәнеүемде, үҫеүемде туҡтатманым. Ижад иттем һәм ижадым аша халыҡтың һөйөүен яуланым. Ошо яҙмыш өсөн дә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен.

Һәләтле, грамоталы, интеллигент, ҡыйыу һәм тура фекерле, киң даирәле һәм үтә лә тәрән хис-тойғоло, шул уҡ ваҡытта ололарса бер ҡатлы ябай итеп күрҙем мин легендар маэстроны. Шундай мең төрлө характер сатҡылары менән һырланған ине уның һәләте. Һәм был тарихи осрашыуҙы, тарихи һөйләшеү эстәлеген һеҙгә лә бәйән иттем.

 

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

https://henek.info/articles/common_material/2022-03-10/legendar-maestro-2721663

 

Легендар МАЭСТРО
Легендар МАЭСТРО
Автор:
Читайте нас: