-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2022, 11:00

Өфөлә оло быуын кешеләре араһында йыл һайын ойошторолған республика үҙешмәкәр сәнғәт фестиваленең гала-концерты үтте.

Сара бүләкләнеүсе ижади коллективтарҙың сығышы менән үрелеп барҙы.

«Яратам һине, тормош» фестиваленең гран-приһына быйыл Октябрьскийҙан «Русь» ҡалаҡтар фольклор ансамбле эйә булды. Ижади коллективҡа 10 мең һум күләмендәге сертификат тапшырылды. Шуға ла гала-концертта беренсе булып сығыш яһау хоҡуғы республиканың көнбайыш ҡапҡаһы вәкилдәренә тапшырылды.

Фестиваль сиктәрендә ике замандашыбыҙ Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Архангел районынан Зоя Мошкина менән Әбйәлилдән Әҙеһәм Хәмзиндың йәмәғәт тормошондағы әүҙем эшмәкәрлеге билдәләнеп үтте.

«Яратам һине, тормош» фестивале быйыл 11-се тапҡыр ойошторолдо. Йыл да сара республиканың иң алдынғы үҙешмәкәр ижади коллективтарын бергә йыя. Төрлө өлкә һөнәр эйәләре булыуҙарына ҡарамаҫтан, барыһын да йыр-бейеүгә һөйөү берләштерә. Ғөмүмән, фестивалдең гала-концерты сәхнә артында гөр килде. Мәләүез ҡалаһынан килгән хор ансамбле автор композициялары менән рус халыҡ йырҙарын башҡарһа.

Ә бер яҡта Хәйбулла районынан бер төркөм гармунсылар ретро моңдары менән арбаны.

Ә Күмертауҙан күренекле башҡорт старшинаһы, Кинйә абыҙ Арыҫланов исемен йөрөткән башҡорт халыҡ фольклор ансамбле тураһында айырым китап яҙырлыҡ. 80-се йылдар башында ойошҡан коллективтың бөгөн көйләр тарихы етерлек.

Сара яҡынлашып килгән Халыҡ-ара Ололар көнө алдынан ойошторолдо. Үҙ байрамдарында ла оло быуын вәкилдәре йәштәрсә баҫып, йыр-моң менән бергә, ҡул эштәре аша ла улар тормошто яратып йәшәүҙәрен күрһәтергә тырышты.

 

Азат Ғәлиуллин

https://bash.news/bash/news/185351-yaratam-xine-tormos-festivalenen-gran-prixyn-byiyl-oktyabrskii-kalaxy-yaulany

 

Өфөлә оло быуын кешеләре араһында йыл һайын ойошторолған республика үҙешмәкәр сәнғәт фестиваленең гала-концерты үтте.
Өфөлә оло быуын кешеләре араһында йыл һайын ойошторолған республика үҙешмәкәр сәнғәт фестиваленең гала-концерты үтте.
Өфөлә оло быуын кешеләре араһында йыл һайын ойошторолған республика үҙешмәкәр сәнғәт фестиваленең гала-концерты үтте.
Өфөлә оло быуын кешеләре араһында йыл һайын ойошторолған республика үҙешмәкәр сәнғәт фестиваленең гала-концерты үтте.
Өфөлә оло быуын кешеләре араһында йыл һайын ойошторолған республика үҙешмәкәр сәнғәт фестиваленең гала-концерты үтте.
Автор:
Читайте нас: