-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2022, 21:00

Хәҙис

Ҡала фатирында ултырып,тамам зарыҡты әсәй. Бүлмәнән бүлмәгә,тәҙрәнән тәҙрәгә күсеп, бер туҡтауһыҙ тышты күҙәтер булып китте. Өй алдына машина килеп туҡрар әмәл юҡ - эре биҙәкле юрғанын ҡосаҡлай һалып, ишек алдына барып баҫа ла, берәйһенең төкөлдәткәнен көтәүелләп тора бирә. -Күсейҙән машина килде. Йәһәттәп сығайым ҡуй.- Әсәй, күсейҙәр түгел, күршеләр эштән ҡайтышалар!- Күсейҙәр апҡайталар шул, -әсәй үҙенсә ишетә. -Азаматҡа оҡшаған берәүһе миңә үтә ҡарап инеп китте. Ҡайтабыҙмы, тигәс, эйе,т ип баш һелкеп китте... - Әсәәәәй, Азамат ағайҙың машинаһы ҡыҙыл ,был ир аҡ машиналы. Ул башын һелкеп,иҫәнләшкәндер һинең менән.- Шулай микән ней? Әй,әттәгенәһе!!! Ҡайтып үләйем,тигәйнем,ситтә ятҡанымса...Көткән кешеләре төкөлдәтмәгәс, баяғы юрғанын ҡосаҡлаған килеш, кире урынына барып ултырҙы ла, анауын тарта башланы...Дөйә йөнөнән күбелгән боронғо юрғанын һүтеп ташлап, йөнөн яңынан йыуып, тетеп, дауар һатып йөрөгән үзбәк ҡатыны Оғолжандан шау эре ҡыҙыл сәскәле туҡыма алып, яңынан юрған күбеп алды әсәй. Еңел, йылы, тигән була. Ятып китһәм, кеше хәл белергә килһә,түшәгем дә күркәм булһын, тип, дан итеп аҫтына ла юрған һырыны."Гәйсин" дең магазинына ыуаҡ ҡына күк сәскәле туҡыма килгәйне, кәфенлегем сәскәле булһын, тип, шунан алды,уныһын ,"бумажный" аҡ яулыҡҡа төрөп, һандыҡҡа тығып ҡуйҙы.Ҡыш сығырға беҙгә килде әсәйебеҙ.

Ҡала фатирында ултырып,тамам зарыҡты әсәй. Бүлмәнән бүлмәгә,тәҙрәнән тәҙрәгә күсеп, бер туҡтауһыҙ тышты күҙәтер булып китте. Өй алдына машина килеп туҡрар әмәл юҡ - эре биҙәкле юрғанын ҡосаҡлай һалып, ишек алдына барып баҫа ла, берәйһенең төкөлдәткәнен көтәүелләп тора бирә.

-Күсейҙән машина килде. Йәһәттәп сығайым ҡуй.- Әсәй, күсейҙәр түгел, күршеләр эштән ҡайтышалар!

- Күсейҙәр апҡайталар шул, -әсәй үҙенсә ишетә. -Азаматҡа оҡшаған берәүһе миңә үтә ҡарап инеп китте. Ҡайтабыҙмы, тигәс, эйе,т ип баш һелкеп китте...
- Әсәәәәй, Азамат ағайҙың машинаһы ҡыҙыл ,был ир аҡ машиналы. Ул башын һелкеп,иҫәнләшкәндер һинең менән.
- Шулай микән ней? Әй,әттәгенәһе!!! Ҡайтып үләйем,тигәйнем,ситтә ятҡанымса...
Көткән кешеләре төкөлдәтмәгәс, баяғы юрғанын ҡосаҡлаған килеш, кире урынына барып ултырҙы ла, анауын тарта башланы...
Дөйә йөнөнән күбелгән боронғо юрғанын һүтеп ташлап, йөнөн яңынан йыуып, тетеп, дауар һатып йөрөгән үзбәк ҡатыны Оғолжандан шау эре ҡыҙыл сәскәле туҡыма алып, яңынан юрған күбеп алды әсәй. Еңел, йылы, тигән була. Ятып китһәм, кеше хәл белергә килһә,түшәгем дә күркәм булһын, тип, дан итеп аҫтына ла юрған һырыны.
"Гәйсин" дең магазинына ыуаҡ ҡына күк сәскәле туҡыма килгәйне, кәфенлегем сәскәле булһын, тип, шунан алды,уныһын ,"бумажный" аҡ яулыҡҡа төрөп, һандыҡҡа тығып ҡуйҙы.
Ҡыш сығырға беҙгә килде әсәйебеҙ.
Әле карауатта илап ултыра.
"Ээээййй,аҫау арғымаҡтарҙы егеп ҡайтып баралыр инде уйҙары менән..." Әсәйҙе ҡыҙғанам үҙем.
- Әсәй,иртәгә ҡайтырбыҙ,йәме.Ҡар ирегәнен көтәйек, тигәйнем дә бит.
- Йә... Шулайтырбыҙ.
Аяҡтарын һөйрәтеп кенә атлап йөрөгән әсәм, машинанан төшөү менән,югереп кәртәгә инеп китте:Һәү-һәү-һәү,Һыртағым!
Һыртаҡтың һөтө әллә ней күп түгел. Тана ғына бит әле.Һауырға тиҙ генә өйрәтеп алдым. Өс көнгә бер һөтөн бороп, ҡатыҡ ойотоп,ағына мәз булабыҙ,әйтәүер.
Шулай бер көндө мейескә сөсөләй икмәк һалып,яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ менән сәй эсәйек,тип табын ҡороп йөрөһәм,асыҡ ишек аша Сөнәғәт ағайҙың башы күренде.
- Һау ултыраһығыҙмыыыу!?
- Һаубыҙ әле, үт, ағай.
- Килгәс, үтәм инде ,кәк үтмәй. Гөлшат апайымдың хәл-әхеүәлен белергә,тип килә ятыш. Үҙе ҡайҙа апайым?
- Телевизор ҡарап ята ине. Әсәй ,Сөнәғәт ағай килгән хәл белергә, сыҡ былай.
- Әле һарыҡ ҡыуғанда егеттәрҙән ишеттем әле апайҙың ҡайтҡанын.
Сөнәғәт ағай фуражкаһын сисеп, сөйгә элеп ҡуйҙы. Әсәй төпкө яҡтан сығып, ике услап күрешеп алдылар ҡустыһы менән.
- Сөнәғәтһеңме шул?
- Һа-һай,танып тора әле апайым.Нимә тип алдап тора инде телевизырың ,апый?
- Шерти! Ситыуация ла ситыуация Мәскәүҙә,тип һайрап ултыра мәрйә .
- Ситыуация беҙҙә әле ул ,апый.Шыпа ямғыр юҡ бит. Аптыраҡ.Былтырғы ҡоролоғо үҙәккә үткәргәйне.Халҡ бесәнде ыҙасылыҡ менән эштәп алғайны.Шуға күрә лә,апый,беҙ эре малды тотоноп бөттөк.Киленеңде лә ыҙалатмайым,тинем. Олоғайғас,һыйыр еленен тартып ултырырға,ышто һин!Ике бөртөгөбөҙгә бер литр һөт әллә купмегә етә.Бенсиә еткән.Ыуаҡ малды тотонмайыраҡ торабыҙ.Инде күк үләнгә төшөп,арыҡ мал туйынып алыр,тиһәк,меҫкенгенәләрҙең морондары тас тупраҡ булып ҡайтып ингән булалар.
Алмаш-тилмәш сәй яһап,был икәүҙе һыйлайым.
- Ҡушып аша, ағай,етешеп ултыр.Сөсикмәгем муртыҡ ҡына булып бешән,-ағайҙың ҡолағына етә биреп һөрәнләйем.
- Ҡуй, ҡәрендәш, ништәп ҡысҡырып һөйҙәйһең,мин һатта һәйбәт ишетәмсе.Фәрзәнә еңгәң төпкө бүлмәлә Басай менән һөйләшһә,ситке өйҙә ултырып,теге яҡтан һөйҙәгән ҡайынбикәне ишетеп ултырам.
- Әсәйгә ҡысҡырып һөйҙәп,ғәҙәткә ингән,-үҙемә уңайһыҙ булып китте.
- Үҙең нисек һуң,апый?Хәлдәрең ?
- Насар әле ул.Хәл дә юҡ.Йөрәк дулап ала ла китә,аяҡтар һыҙҙай.Үлтереп ҡуйһа ,Күсейҙә үләйем,тип ҡайтып килдем,-әсәй эстән генә тантана итеп ултыра.
- Үлмәйек әле,апый.Донъя былаялайым матурмы!!!Йәшәйек!Ҡышты сығып тороп,йәшел бәрхәткә аяҡ баҫҡас,үлеп ятырға ...
- Уныһы шулай.Ҡышҡыһын үлге килмәй бит.Кеше ыҙалатып,ҡәбер ҡаҙған кешегә анһаттыр шул.
Хәбәрҙе мин өҙәм:
- Әәсәәәәй,ҡуй әле.Ҡана сынаяҡтарығыҙҙы һоноғоҙ. Эсеп ултырығыҙ әле. Ҡаймаҡ ашағыҙ, эсвижый ғына...
- Килен нисек?Ништәп ҡушарлап килмәнегеҙ? Бер юлы ғына ҡунаҡ күрер инегеҙ,-әсәйҙең күңеле булып ултыра.
- Өйҙә ул,апый.Ул да аяҡтарым һыҙлай,тей.Һинең һымаҡ ыҙалай.Тауыҡтарына ем һирпеп тороп ҡалды.Беҙҙең мал ней хәҙер тауыҡтар ҙа һарыҡтар.Кеше ҡорбанлыҡ эҙләһә,быларын да һатып бөтөрөрбөҙ ул.
Сөнәғәт ағай менән атай бергә һарыҡ көттөләр. Бейек,ҡаҡса кәүҙәле алсаҡ ағай булды ул. Әле ҡарап ултырам:олоғайған ағай ҙа.Сәстәренә ап-аҡ ҡарҙар яуған.Маңлайындағы һырҙары,сикәләрендәге ыуаҡ ҡына йыйырсыҡтары элекке матур,мөләйем ағайҙы бер ҙә йәмһеҙләмәйҙәр...
Басайҙан Фәрзәнә исемле ап-аҡ ҡына йөҙлө,яңы ғына тыуған ҡыйғас ай кеүек ҡара ҡашлы, тал сыбығылай нескә билле ҡыҙыҡайҙы илле йыл элек Үтәғолдарға килен итеп апҡайтҡан Сөнәғәт ағай.Фәрзәнә еңгәмә оҡшап аҡ ҡына йөҙлө бергенә бөртөк улдары аңһыҙ ғына ҡазаға юлығып,ата-әсәһен боҙ йоттороп,ҡуҙ йоттороп,мәңгелек хәсрәткә һалып ,иртә генә китеп барҙы.
- Бирешкәнһең әле ул, Сөнәғәт һин дә,-әсәй ағайҙың яурынынан һөйөп ала.
- Ҡарыу ҡайтты ,апый.Ҡолаҡ шәп ишетә,тип ҡәрендәшкә маһайып ултырған булам да ул. Донъя тигәнең,апый,гел генә ал да гөл ,түп түңәрәк көйө тормай бит,китеге лә байтаааҡ...Әүәлерәк киленең менән бер-беребеҙгә тумпайышып йөрөгән дә булды инде. Урынһыҙға киленеңә йәнен өтөрлөк, йөрәген өшөтөрлөк һүҙ ҙә әйткәнмендер... Гонаһым бар ундай...
- Ағай,ҡатындарының ҡулдарын һөйөп кенә тотҡан ир кешенең бармаҡ остарынан ҡылған ғына гонаһтары ҡойолоп төшә лә бөтә,тей...Хәҙис уҡығайным,-тигән булдым .
Эй,әҙәм балаһынамы инде кем күпме гонаһ ҡылған ,тип бизмәнгә һалып үлсәп ултырырға.Уның өсөн Хоҙайҙың фәрештәләре бар.Ултырам инде хәбәр ҡыҫтырып.
- Ҡәрендәш,буштыр,-тигән булды ағай,үҙе бат уҡып ,сөйҙәге фуражкаһын алып кейҙе.Шунан кире килеп ултырҙы.
- Дәминдәр ағайҙы уйлап йөрөнөм әле төнә.Ҡыш. Ҡараһаҙҙа һарыҡ көтәбеҙ.Һуғым һуйып,ашҡа йөрөшкән мәл ине.Дәминдәр ағай эшкә килеп,мин ялға ҡайттым.Мәфтүхә еңгәйгә һуғым һуйып, ит ашап, шипау балын һемереп ултырабыҙ.Быуынға төштө лә ҡуйҙы бит балы.Төштән һуң эшкә китергә кәрәк.Аттай ҙа алмайым,имгәкләп тә булмай.Эййй,Фәрзәнә киленең әрҙәй мине.,,Дәминдәр ағайҙан оят,уның да симыяһы бар,уға ла ял итергә кәрәк,эшкә китә һал,"-тей.Ахырыһы,үҙе ат егеп,мине санаға тейәп алып,бер ярты алып ,киттек .Мин йоҡтағанмын.Киленең киткән дә ултырған.Аҙашҡанбыҙ.Төнө буйы йөрөткән дә,йөрөткән.Күкһелләнеп таң һыҙыла башлағас,Ҡараһаҙға барып еткәнбеҙ.Эт өргәнгә Дәминдәр ағай мылтыҡ менән килеп сыҡһа-бына тора,тей беҙҙең ылау.
Толоп кейгәс,мин бирешмәгәнмен.Уянып китһәм,йылы өйҙә ятам.Фәрзәнә киленең өшөп бөткән.Хоҙай аралап апҡалған инде...Ээээйй.Шунда ла киленеңде әрләгән булдым.
Сөнәғәт ағайым хушлашып,ҡайтып китте.
Йәй матур килде.Тәүҙә эҫетеп торһа ла,ямғырҙары һөйөндөрҙө,шөкөр!!!Бесән дә ишелеп үҫте.Ауғыста сәскәләр күперешеп ултырғанда,матур ғына итеп яңы көн тыуып килгәндә Сөнәғәт ағайыбыҙ китеп барҙы.
Әсәй Сөнәғәт ағайҙы ла Фәрзәнә еңгәйҙе лә ҡыҙғанып,оҙаҡ ҡайғырҙы.
Йәйҙәрҙе көҙҙәр,көҙҙәрҙе ҡыштар алмаштырҙы.Йыл артынан йылдар үтте.
Ун йыл ғүмер үтеп тә китте.
Фәрзәнә еңгәйгә ут күрше булып бер апайым ауылға күсеп килде.
Фәрзәнә еңгәй күрше-күләнен аятҡа әйтеп сыҡты.Апайға ла өндәште.Эҫелә бәҫтән тайған еңгәйҙе ай-вайына ҡуймай сәйгә ултырттыҡ.
- Ғөмөр шауҙап үткән дә киткән! Йә инде. Ағайығыҙ киткәндә лә сәскәләр күпереп ултыра ине. Ҡулдарымды тотоп, һыйпап ятҡан булды,мәрхүмкәйең...
Иҫкә төшһә,баш геүҙәп,дәүлинйә күтәрелә лә китә.
Еңгәй ҡарбуз алайым,тип магазинға менеп китте.
Фәрзәнә еңгәй һаман да матур!!! Гонаһһыҙ зат.

Сулпан Әбдрәхимова.

(Автор нисек яҙған, шул килеш ҡуйылды)

Хәҙис
Хәҙис
Автор:
Читайте нас: