+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2022, 19:00

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Луганск академия филармонияһында

 Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Луганск академия филармонияһында «Беҙҙең йорт - Рәсәй» программаһын тәҡдим итте. 

 Артистарҙың килеүе Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы, «Росконцерт» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр министрлығының үҙ-ара эш итеүе сиктәрендә ойошторолдо. Концерт программаһын билдәле «Зарифа» башҡорт бейеүе асты. Артабан артистар тамашасыны боронғо легендалар атмосфераһына сумдырҙы һәм лирик эпостың һоҡланғыс образдарын күрһәтте. Кисәне милли хореографияның ҙур палитраһы, ансамблдең «Алтын фонды» бейеүҙәре (Фәйзи Ғәскәров ҡуйған бейеүҙәр) биҙәне.

Луганск халҡын башҡорт, мордва, татар, белорус, ҡалмыҡ, коряк, хорезм һәм рус бейеүҙәре көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. «Еҙ үксә», «Ете ҡыҙ», «Башҡорт казактары», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Еҙ үксә», «Һунарсы», «Уйна гармун» һәм башҡа номерҙар халыҡ мәҙәниәтенең ҡабатланмаҫ калейдоскобына әүерелде. Артистар үҙҙәре менән Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһен - ҡурай музыка ҡоралын алып килгән. Уның һоҡланғыс тауышы тыңлаусыларҙы битараф ҡалдырманы. «Калинка» рус халыҡ бейеүе тамашасылар өсөн ысын бүләк булды. Программа финалында ансамбль директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов Луганск халҡына йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм хәҙер яҡташтарының Донбасс ҡалаларын тергеҙеүҙә ҡатнашыуын билдәләне, шулай уҡ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов атлыларының был ерҙәрҙе немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткән һуғыш көндәре тарихы уның Тыуған илен Луганск менән тығыҙ бәйләүен хәтергә төшөрҙө.

Коллектив директорының һүҙҙәрен зал алҡыштар менән ҡаршы алды. «Беҙ үҙебеҙҙең 83-сө ижад миҙгелен Луганск ҡалаһында асабыҙ! Был - беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Хәҙер ауыр һуғыш осоронда һеҙҙең менән бергә булыуыбыҙҙы күрһәтеү бурысы тора!», - тине ансамбль солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илнур Әйүпов. «Беҙгә бында килеү мәртәбә булды, был гастроль беҙҙең өсөн айырыуса ҡәҙерле. Бейеү аша башҡа халыҡтарҙың холоҡ-фиғелен күрһәттек һәм халыҡҡа шатлыҡ, яҡшы кәйеф килтерҙек тип ышанам», - тип өҫтәне балет артисы Диана Шәмсетдинова. Концерттан һуң Луганск Халыҡ Республикаһы Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр министрлығы мәҙәниәт һәм туризм идаралығының сәнғәт  бүлеге начальнигы Людмила Бирюкова Башҡортостан коллективына грамота тапшырҙы һәм килгән өсөн рәхмәт белдерҙе.«Бейеүҙәрҙең һәр ҡайһыһы, һәр милли кейемдәр һоҡландыра. Референдум көндәрендә бында Башҡортостан коллективының Донбасҡа килеүе икеләтә мәғәнәгә эйә, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында генерал Шайморатов дивизияһының 112-се башҡорт атлылары ошо ерҙәрҙе азат итергә ярҙам иткән. Бөгөн дә тарих ҡабатлана, ирекмәндәр махсус операция зонаһына килә, шуның өсөн уларға ҙур хөрмәт һәм маҡтау. Донбаста йәшәүселәр өсөн ошондай концерттар һәм саралар бик мөһим, беҙҙә 8 йыл һуғыш бара, беҙ ошо һуғышта йәшәргә өйрәндек, ә йөрәк тыныслыҡҡа, сәнғәткә, музыкаға ынтыла. Хәҙер беҙ яңғыҙ түгел, беҙҙе ташламанылар, был барыбыҙ өсөн дә бик мөһим», - тип аңлатма бирҙе тамашасы Александра Юхимец.

 

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Луганск академия филармонияһында
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Луганск академия филармонияһында
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Луганск академия филармонияһында
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Луганск академия филармонияһында
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Луганск академия филармонияһында
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Луганск академия филармонияһында
Автор:
Читайте нас: