+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2022, 15:00

Телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшиндың музыкаль мираҫы

Билдәле музыка белгесе, фольклорсы Лев Лебединский 1937 йылда СССР Фәндәр Академияһының Ленинградта урынлашҡан Этнография институтында эшләгән сағында халыҡ йырсыларын һәм ҡурайсыларҙы тыңлап, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен фонографҡа яҙып алыу маҡсатында Башҡортостанға килә. Институттың фольклор бүлегендә ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡарыусы Лев Николаевичтың күңелендә башҡорт халҡының йыр-моңдары ошо рәүешле мәңгелеккә тамыр йәйә. Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов үҙенең «Оҙон көй һәм йыраусы» китабының башҡорт музыкаль фольклорын һаҡлау буйынса халыҡ-ара форум сиктәрендә уҙғарылған презентацияһында һәм «Урта Волга башҡорттары Ялан Евразияһы һәм Рәсәй мәҙәниәттәре үҙәгендә» тип аталған түңәрәк өҫтәлдәге сығышында Ғәббәс Дәүләтшин, Фатима Дәүләтшина, Хәнифә Бейешева һәм башҡа билдәле ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарының яҙмаларын тыңлатҡайны.

Телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшиндың музыкаль мираҫы
Телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшиндың музыкаль мираҫы

Ошо фонояҙмаларҙың бер нисәһе, тап Лев Лебединский яҙҙырып алғандары тураһында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ. Уларҙың күсермәһен телсе ғалим Ғаббас Дәүләтшиндың яҡын туғаны (бер туған ҡустыһы Абдулланың ҡыҙы — Г.Ҡ.) Мәрғүбә Дәүләтшина-Сынбулатова (1941-2020) БДУ-ның Бөрө филиалындағы Һәҙиә Дәүләтшина музейына бүләк иткәйне. Ғаббас Дәүләтшин (Ғөбәй һәм Һәҙиә Дәүләтшиндарҙың ҡәрҙәше, яҡташы — Г.Ҡ.) башҡарыуындағы йырҙарҙың тәүгеһе — «Урал». Алдан уҡ билдәләп китергә кәрәк: 1937 йылғы яҙмаларҙың сифаты бик яҡшынан түгел. Моңо шунда уҡ танылып торһа ла, текстарҙың һүҙҙәрен яҙып алыу байтаҡ ваҡытты талап итте.

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —

Атай-олатайҙарҙың да төйәккәйе.

Ерен ҡурсалап ҡорбан булған

Шунда(й) ята(й) аларҙың һөйәккәйе.

Башҡорт телен академик дәрәжәлә яҡшы белгән телсе ғалимдың йырҙы халыҡсан башҡарыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Аларҙың, шунда(й) ята(й) тигән һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ошо фекеребеҙҙе ҡеүәтләй. «Ҡолой кантон» йыры ла ошо юҫыҡта башҡарыла:

Ҡолой ҙа(й) кантон бай, тиҙәр,

Ҡамсат та(й) бүрке бар, тиҙәр,

Ҡамсат та(й) бүрке бар, тиҙәр...

Ҡыҙғанысҡа күрә, йырҙың башҡа юлдарын аңлауы ауырыраҡ. Тик шуныһы асыҡ: классик варианттан айырмалы юлдар һәм ҡайһы бер һүҙҙәр бар, тип ҡыйыу рәүештә иҫбатларға ерлек бар.

Киләһе йыр – “Әйләнеп аҡҡан ағым һыу”. “Башҡорт халыҡ ижады”ның йырҙар тупланған беренсе китабына [1, 210] Н.Д. Шоңҡаров тарафынан 1961 йылда Һарытау өлкәһе Пугачев районы Ҡунаҡбай ауылында 1902 йылғы Хәнифә Бейешеванан магнитофонға яҙып алған варианты инеп киткән. Ике тексты сағыштырып ҡарайыҡ.

Сылтырлап аҡҡан Күк Кәмәлек,

Әйләнеп аҡҡан ағым һыу,

Эй, ҡулъяулыҡҡайыңды ла йыуарһың,

Эй, ҡулъяулыҡҡайыңды шул йыуарһың.

Уҙған ғына ғүмерең иҫеңә лә төшһә,

Әйләнеп аҡҡан ағым һыу,

Эй, йырлау ғына(й) түгел шул, иларһың.

Эй, йырлау ғына(й) түгел дә(й), иларһың.

Ғәббәс Дәүләтшин варианты

Кәмәлеккәй һинең туғайыңда,

Әйләнеп аҡҡан ағым һыу,

Эй, һандуғастар һайрай ҡағынып.

Сит илкәйҙәрҙән ҡайтып килдем,

Әйләнеп аҡҡан ағым һыу,

Эй, Кәмәлеккәй һыуын һағынып.

Сәхрәләргә сығып уҡтар аттым,

Әйләнеп аҡҡан ағым һыу,

Эй, аҡҡош балаҡайын ҡуҙғаттым.

Бер күрергә, дуҫтар, йәндәр аттым,

Әйләнеп аҡҡан ағым һыу,

Эй, булманы ла осор ҡанатым

Хәнифә Бейешева варианты

Йырҙың өсөнсө варианты ла билдәле: уны Юлай Ғәйнетдинов 2005 йылда Һарытау өлкәһе Пугачев районы Бәғәнәш ауылында Нәсимә Ғәбдрәшит ҡыҙы Хәмзинанан (1927 йылда тыуған) яҙып алған [2, 228].

Кәмәлеккәй буйы бигерәк йәмле,

Әйләнеп аҡҡан ағын һыу,

Эй, аҡтирмәләр ҡороп та йәйләүгә.

Ҡайҙа ғына барһаң, дуҫтар кәрәк,

Әйләнеп аҡҡан ағын һыу,

Эй, ҡаршы алып атты бәйләүгә.

Кәмәлеккәй буйы, ай, бүтәгә,

Әйләнеп аҡҡан ағын һыу,

Эй, ат аяҡҡайҙарын да күтәрә.

Минең йырҡайларым тәсбих түгел,

Әйләнеп аҡҡан ағын һыу,

Эй, тик аҙыраҡ күңел дә күтәрә.

Түңәрәккәй күлде дүрт әйләндем,

Әйләнеп аҡҡан ағын һыу,

Эй, аҙашып та йөрөгән ҡош кеүек.

Уҙған ғүмерҙәрҙе уйлап торһам,

Әйләнеп аҡҡан ағын һыу,

Эй, йоҡоларҙа күргән дә төш кеүек.

Хәнифә Бейешева вариантында Кәмәлек буйҙарында тыуып үҫкән, был ерҙәрҙе һағынып ҡайтҡан кешенең һағыштары асыҡ сағылһа, Кәрәлек буйҙарындағы Ташбулат ауылында тыуып үҫкән Ғәббәс Дәүләтшин башҡарыуында “сылтырлап аҡҡан күк Кәмәлек” уҙған ғүмерҙе иҫкә төшөрөп йырлау сараһы ғына.

Нәсимә Хәмзинаның һәм Ғ. Дәүләтшиндың йырҙарында ауаздаш мотивтар ҙа яңғырап китә: Уҙған ғүмерҙәрҙе уйлап торһам, Әйләнеп аҡҡан ағын һыу, Эй, йоҡоларҙа күргән дә төш кеүек (Н. Хәмзина) – Уҙған ғына ғүмерең иҫеңә лә төшһә, Әйләнеп аҡҡан ағым һыу, Эй, йырлау ғына(й) түгел шул, иларһың (Ғ. Дәүләтшин).

Ғәббәс Дәүләтшиндың репертуарында “Йәтим ҡыҙ – Ғәфүрә” исемле йыр ҙа бар:

...мин бирәйем, йәтим ҡыҙ, меҫкен Ғәфүрә(й),

Үҙ ҡулыңа тейһә, ...

Күгүлән булып мин үҫәйем, йәтим ҡыҙ, меҫкен Ғәфүрә(й),

Һыуға бара торған юлыңа(й).

Күгүлән булып мин үҫәйем, йәтим ҡыҙ, меҫкен Ғәфүрә(й),

Һыуға бара торған юлыңа(й).

Йырҙың Башҡортостанда таралған варианттары «Етем ҡыҙ Хәтирә» исеме аҫтында билдәле. «Уң ҡулыма тотҡан аҡ ҡарсығам...» тип башланғаны 1965 йылда Әбйәлил районы Ташбулат ауылында 65 йәшлек Мөтиҡ Азаматовтан Н. Шоңҡаров яҙып алған тигән мәғлүмәт бирелһә [1, 365], «Шыршы ғына ағас — оҙон ағас ...» тип башланған варанты Ғата Сөләймәнов тарафынан яҙып алынған [1, 366]. Беҙҙеңсә, Ғ. Дәүләтшин йырлаған «Йәтим ҡыҙ — Ғәфүрә» йыры менән Ғата Сөләймәнов тарафынан яҙып алынған [1, 258-259] варианттарҙа оҡшашыраҡ мотивтар бар.

Ғата Сөләймәнов яҙып алған вариантта ваҡиға Әбйәлил районының Ташбулат һәм Салауат тигән ауылдары тирәһендә булған, тип әйтелә. Ике етем бала — ҡыҙ менән малай — хәйер һорашып көн күргәндәр. Етем тиеп ҡыйырһытҡандарға, туған булмаһалар ҙа, икәүләп ҡаршы торғандар, бер-береһен яҡлашҡандар. Ҡул араһына инерлек булғас бергә көтөү көткәндәр.

Хәтирә исемле ҡыҙ бала сибәр булып буй еткергән, хәлле ғаиләләрҙән уны һората башлағандар, әммә ҡыҙ береһенә лә риза булмаған, теге етем егет менән бер-береһенә ғашиҡ булғандар. Зина ҡылалар тип ялған хәбәр таратып, егетте ауылдан һөрәләр. Әммә ҡыҙ бер кемгә лә сығырға ризалыҡ бирмәй. Ауыл байҙары уны көсләп кейәүгә бирмәксе булалар. Әммә Хәтирә егетенә хәбәр биреп өлгөрә, һәм теге ҡыҙҙы алып ҡаса. Улар шулай ҡауышып, бергә йәшәй башлайҙар [4].

Йыр «Матур ҡыҙ Хәтирә» тигән атама менән дә осрай. Уны билдәле йырсы Харис Шәрипов башҡарыуында ишетергә мөмкин. Ә Һамар башҡорттары араһында таралған йырҙың тулы тексын һәм тарихын асыҡлау бурысы тора әле алдыбыҙҙа.

Ғәббәс Дәүләтшин Л. Лебединскийға «Сәғәт сылбырым» тигән йырҙы ла яҙҙырған. Ҡыҙғанысҡа күрә, был йырҙың да тәүге юлдары аңлашылмай. «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап» хеҙмәтенә 1960 йылда Ырымбур өлкәһе Люксембург районы Юлдаш ауылында 30 йәшлек Нәбирә Шәрипованан Н. Шоңҡаров яҙып алған варианты [1, 210] инеп киткән. Ике тексты сағыштырайыҡ:

...һыуы йылы

Унда ҡаҙҙар рәхәт ҡылына(у).

Юғалды(й) сәғәт сылбырым.

Тапманыңмы, һары былбылым?

Аталарҙан баллар йәшләй ҡала –

Күкрәк көскәй берлән мал таба(й).

Юғалды(й) сәғәт сылбырым.

Тапманыңмы, һары былбылым?

Юғалды(й) йәшләй башҡынам,

Тапманыңмы, ҡара ҡаш ҡынам?

Ғ. Дәүләтшин варианты

 

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын

Тулҡындары килеп ҡаҡмаһын.

Ҡушымта: Һары ла сәғәт сылбырым,

Тапманыңмы, һары ла былбылым.

Ҡашың ҡара, буйың зифа,

Яман күҙҙән хоҙай һаҡлаһын.

Ҡушымта: Һары ла сәғәт сылбырым,

Тапманыңмы, һары ла былбылым.

 

Эсәйек тә ҡымыҙ, һай, эсәйек,

Сәй эсә лә икән тиһендәр.

Ҡушымта: Һары ла сәғәт сылбырым,

Тапманыңмы, һары ла былбылым.

 

Ашап та ғына эсеп, уйнап көләйек,

Бер туған да икән тиһендәр.

Ҡушымта: Һары ла сәғәт сылбырым,

Тапманыңмы, һары ла былбылым.

Н. Шәрипова варианты

Күреүебеҙсә, Ғ. Дәүләтшин вариантының, Н. Шәрипованыҡынан айырмалы рәүештә, моң-зар менән һуғарылыуы иғтибарҙы йәлеп итә. “Юғалды(й) йәшләй башҡынам, // Тапманыңмы, ҡара ҡаш ҡынам?” тигән юлдары ғалимдың үҙ яҙмышына ла ишара төҫлө яңғырай.

1937 йылдың ҡәһәрле репрессия тәгәрмәсе аҫтында ҡалып, ғилми мираҫы тырым-тыраҡай килтерелгән, исеме онотолоуға дусар ителгән телсе ғалимдың хеҙмәттәрен етмеш йылдан һуң туғаны Мәрғүбә Дәүләтшина-Сынбулатова (1941-2020) архивтарҙан туплап, “Һайланма ғилми хеҙмәттәр” исеме аҫтында 3 томды үҙ иҫәбенә баҫтырып сығарҙы. “Башҡорт теленең имлә һүҙлеге” лә Вәлиди исемендәге Республика китапханаһы ярҙамында ҡайтанан нәшер ителде. Ә инде Юлай Ғәйнетдинов Ғ. Дәүләтшин башҡарған йырҙарҙы ла табып биргәс, 2020 йылдың 30 октябрендә БДУ-ның роман-герман филологияһы факультеты урынлашҡан бинаһында (Коммунистик урамы, 19) Ғәббәс Дәүләтшин иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ таҡтаташты асҡанда телсе ғалим башҡарыуында “Урал” йырын яңғыратылды.

Ғәббәс Дәүләтшиндың һигеҙ тиҫтә йылдан һуң әйләнеп ҡайтҡан, һалмаҡ ҡына тауыш менән башҡарылған йыр-моңдары Һамар башҡорттарының музыкаль мираҫы тураһында мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, билдәле шәхесебеҙҙең төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булыуы тураһында ла һөйләй.

Гөлнур Ҡасҡынова, Филология фәндәре кандидаты, доцент, БДУ-ның Бөрө филиалы.

Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. – 210-сы бит.

Ғәйнетдинов Ю.И. Оҙон көй һәм йыраусы. – Өфө: Альфа-Реклама, 2019. – 380 бит.

Лебединский Л.Н. Башкирские народные песни и наигрыши [Текст]. – 2-е изд., испр. и доп. – Москва : Музыка, 1965. - 245 с. : нот.; 22 см.].

https://ba.wikipedia.org/Етем ҡыҙ – Хәтирә

https://kurultai.ru/ru/content/3517-telse-alim-abbas-dltshindy-muzykal-miray/

 

Телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшиндың музыкаль мираҫы
Телсе ғалим Ғәббәс Дәүләтшиндың музыкаль мираҫы
Автор:
Читайте нас: