+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2022, 15:00

Һүҙ көсө

Ябай ғына һүҙҙең ҙур көскә эйә, ә инде уйламай, абайламай әйтелгәненең кеше яҙмышын пыран-заран килтергәненә мин үҙем шаһит булғаным бар, бер генә түгел әллә нисә тапҡыр. “Әйткән һүҙ, атҡан уҡ!” – тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер инде ул. Һүҙ ауыҙыңдан сыҡтымы уны тотоп алып та, кире ҡайтарып та, төҙәтеп тә булмай. Әгәрҙә был һүҙҙәргә кешенең эмоциялары, хистәре ҡушылһа, һүҙҙәр инде глобаль әһәмиәткә эйә буласаҡ. Асыуланып, көйөнөп әйтелгән әр, ҡарғыш һүҙҙәре ҡурҡыныс емерткес көскә эйә. Ул көстөң ниндәй зыян килтеререн һөйләп тораһыла түгел! Ә инде бар йөрәктән яратып, һөйөп, изгелек менән әйтелгән һүҙҙәрҙә, бөтә донъяны сәскә аттырырлыҡ, үлене лә терелтерлек көс бар. “Кешене йәшәткән дә, үлтергән дә һүҙ!” - тигәнде ишеткәнем бар. Ысынлапта шулай бит ул. Ҡайһы бер һүҙҙәр йөрәккә утлы уҡ булып ҡаҙала, бөтә булмышыңды ҡоршап, ҡаҙап ҡуя. Ә ниндәйҙер матур һүҙҙәр йөрәккә май булып ята, йәшәргә, эшләргә дәрт уята. “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ - баш ҡаҙығы!” – халҡыбыҙҙың бик дөрөҫ әйтелгән мәҡәле. Бәйән итер хәлдәрҙең аҙағы бик аяныслы, бик ҡыҙғаныс ваҡиғаларға килтерҙе, шуға күрә һүҙемдең башы оҙонораҡ булды. Минең ике малайым да ныҡ теремек, хәбәргә шәп, фантазияға бай булып үҫтеләр. Иртә һайын улар төрлө ҡыҙыҡлы һүҙҙәре менән көлдөрөр ине. Бәләкәй улым:”Әсәй, һеҙ йоҡонан торғансы мин ат менән саптырып Иҫәнғолға барып ҡайттым әле“ - тип һөйләп аптыратыр. Ә Иҫәнғол беҙҙән 100 километр алыҫлыҡта. Ҙур улым иһә:”Һинең атың нимә ул, бына мин самолет менән Әзимгәнгә барып ҡайттым” - тип яуаплай. Быныһы инде бөтөнләй ғәжәп, сөнки Әзимгән беҙҙән 3 километр. Әллә төштәрендә күрә инде был малайҙар! Көнө буйына ниндәй генә мәҙәк хәлдәргә тарып бөтмәҫ инеләр икәүләп! Ә кистәрен, йоҡлап киткәнсе, ярышып хәбәрҙәрен һөйләп, иркәләп иҫте китерерҙәр ине. Мин аҙаҡтан ғына ҙур улымдың самолет тигәне, совхоз атының ҡушаматы икәнен белдем. Улдарыбыҙҙың зирәклегенән, үткерлегенән, аҡыллылығынан беҙ бик бәхетле, ғорур ата-әсә инек. Ҡыуанып, шатланып бөтә алмай йәшәй инек. Ләкин, әрменән һуң беҙгә ҡунаҡҡа килгән кесе ҡустым, йөрәктәребеҙгә шом һалып, малайҙарыбыҙҙан көлөр булып китте. Икәүһен дә эсе ҡатып көлә-көлә тыңлар ине, шунан һуң: “Аһа-һа-һа апай һинең ике малайың да шизофреник! Шизофреник! Аһа-һа-һа еҙнәй малайҙарың шизик! Аһа-һа-һа!” – тип ҡысҡырып көлөр ине. Мин тыйып ҡарайым, юҡ ул ҡуймай ҙа, алмай ҙа, тыйылмай ҙа, көлөүен генә белә. Мин үпкәләмәҫкә тырышам ҡустыма: “Китсе әле, улай тип әйтмә минең балаларымды, Хоҙайҙан ҡурҡ!”- тип тыям уны, рәнйемәйем һымаҡ. Ләкин мин әсә бит, күңелемдең ҡайһылыр мөйөшө кителгәндер инде. Ә туғанымдың, был ҡылығының уны ни тиклем бәлә-ҡазаларға килтерере, башына ла инеп сыҡмағандыр ул. Бер аҙ ваҡыттан һуң, яратышып йөрөгән һөйгән ҡыҙы менән асыуланышып, үсегеп сығып китеп. “Мин унан башҡа ҡыҙ таба алмайыммы әллә?” - тип, автостанцияла беренсе осраған ҡыҙҙы алып ҡайтып никах уҡытып ҡуйҙы. Бөтөнләй таныш түгел, ете ят ҡыҙ тураһында, нимә булһа ла белешергә беребеҙгәлә юл ҡуймай, туйлап кәләш итеп алды. Иҫ киткес һылыулығы түгелеп торған ул ҡыҙ бала, оҙатып алып ҡайтҡандың иртәгеһенә, бөтәһе лә йоҡлағанда сығып китеп зым-зыя юҡ була.

 Нисек кенә эҙләһәләрҙә таба алмайҙар, тыуған ауылына эҙләп килгәс кенә ҡыҙҙың ата-әсәһе, туғандары уның “Шизофрения тяжелой формы” менән ауырығанын әйтәләр. Нимә тип туйға тиклем әйтмәгәндәр? Хатта табип еңгәһелә өндәшмәгән! Биргән һорауға: “Кейәүгә барып, бала тапһа шәбәйеп китер бәлки тип уйлап өндәшмәгәйнек”- тип яуап биргәндәр. 6 ай үткәндән һуң ғына Белорет ҡалаһы психбольницаһынан барып табалар ҡыҙҙы. Ул бик ауыр хәлдә була. Табиптар үҙҙәре үк был никахты айыралар, закон буйынса, һап – һау кеше бындай ауырыу менән ғаилә ҡора алмай.
Бөтә был хәлдәрҙән һуң, беҙгә килеп ингән ҡустымды танырлыҡ түгел ине. Дәрт, дарманы ашып-ташып, күҙҙәре янып торған, үтә һылыу, һөйкөмлө ҡустым урынына, күҙҙәре һүнгән, йөҙөнән нуры ҡасҡан, ҡулдары һәлберәп, дәрт, дарман түгел, атларға ла хәле булмаған кеше тора ине минең алдымда. Башына төшкән бәлә әзмәүерҙәй ир- егетте һеңгәҙәтә һуҡҡайны, ул шул тиклем ныҡ ауыр кисерҙе был ҡот осҡос хәлде. Беҙгә аҙаҡҡы килгәнендә ҡустым минән дә, еҙнәһенән дә, ике улымдан да ғафү үтенде. “Мин шаяртып ҡына, ҡыҙыҡ күреп кенә әйткәйнем ул һүҙҙәрҙе. Яманлыҡ уйламағайным да, ниндәй бәләгә дусар булырымды белһәм, шизофреник тип ауыҙымды да асмаҫ, ғүмерҙә лә һөйләмәҫ инем ул һүҙҙәрҙе”- тине ул үкенеп.
Йәшлек, балалыҡ менән уйламай шаярыуы, көлөүе селпәрәмә килтерҙе уның ғәзиз ғүмерен, бик ҡыҙғаныс хәл ине был. Бик оҙаҡ йылдарға йәмғиәттең иң төбөнә төшөп, кире күтәрелә алмай йонсоно. Ғазиз башын эскелеккә бәйләп, араҡынан башҡа нәмә күрмәй йән аҫыраны ҡустым. Уның бер маҡсат ине, бер нәмә лә күрмәҫ, ишетмәҫ өсөн араҡы эсеү. Беҙ күмәкләп, бер нисектә ярҙам итә алманыҡ ҡустыма. Ул беҙҙе лә, башҡа берәүҙе лә ишетмәй, күрмәй, эргәһенә яҡын ебәрмәй ине. Тик 5 – 6 йылдан һуң ғына, ул эсеүҙән ҡапыл туҡтаны. Үҙен ҡулға алырға көс табып, төнъяҡҡа эшкә китеп, аҡса табып, Йылайырҙан өй һатып алып донъя көтөп алып китте. Киренән йәмғиәттә үҙ урынын алды. Хәҙерге көндә имен – һау йәшәп ята, АЛЛАға шөкөр уның тормошо яйланды, эскелек ауырыуынан да арынды ҡустым, йөҙөнә нур, күңеленә тыныслыҡ ҡайтты!
Ҡыуана, ҡыуана ошо юлдарҙы ғына яҙып туҡтарға ине лә һуң , юҡ шул...
Бер уңмаған һис уңмаҫ! – тип, ҡустымдың да тормошо еңелдән булманы һәм бик фажғәле бөттө. Кеше тигәнең, бигерәк тә ир – егет яңғыҙ йәшәй алмай был донъяла. Үҙенә тиңен эҙләп, пары менән бергә йәшәргә тырыша ул. Минең ҡустым да кәләш алып, тағы бер тапҡыр тормошон яйға һалып ҡарарға уйлағандыр инде. Әммә килеп сыҡманы шул, килеп сыҡманы... Бер нисә йыл ғына матур йәшәп ҡалды ҡустым. Дәртләнеп донъя көттө, себергә йөрөп аҡса тапты. Кәләшен өрмәгән ергә ултыртманы, алтын, бриллианттар бүләк итте, нимә теләһә лә алдында булды килендең. Эйәртеп килгән ике балаһын да матур ҡараны ҡустым.
Беҙ ҡыуанып бөтә алмай инек... Ләкин былар барыһы ла бер көн селпәрәмә килеп емерелеп төштө. Нимәгәлер аралары боҙолоп, улар айырылышып китте. Ә минең бахырсыҡ ҡустым бар донъяға ҡул һелтәп эскелеккә һабышты. Шул ауырыуынан башҡа арына алманы ул. Эсеп йөрөп бар һаулығын бөтөрөп, операция өҫтәлендә теге донъяға күсеп ҡуйҙы. Йөрәге операцияны күтәрә алмаған, тине табиптар...
Ныҡ үкенесле, үтә иртә китте Ҡәюм ҡустым! Үҙен үҙе һәләкәткә этәреп, берәүҙе лә тыңламай, әйткәнде ҡолағыңа ла элмәй, ғүмеренең ҡәҙерен белмәй, әрәмгә сарыф итеп китеп барҙы ҡустым. Ә ниндәй кеше ине бит ул! Ҡурайсы йырсы, баянсы, бейеүсе, һәр мәжелестең йәме, әллә ниндәй һылыуҙарҙы ла, ямаҡай ғыналарҙы ла эргәһендә "Алиһә" итеп күрһәтер көскә эйә ине. Мөһәббәт кәүҙәһе, һылыу киәфәте, йор һүҙлелеге менән донъяның бер биҙәге ине! Ә ҡулының оҫталығы тураһында һөйләп тораһы ла юҡ бит инде. Эй ҡустым, ҡустым әрәм генә итте бит үҙен! Белмәгән һөнәре, ҡулынан килмәгән эше юҡ ине бит. Хәмер ҡотортмаған, айыҡ саҡтарында унан да яҡшы, изге күңелле кеше булмаһа, эсеп иҫереп, аңы томаланған ваҡыттарҙа яҡын бармаҫлыҡ хәлгә төшөр ине лә, уны яратҡан, хөрмәт иткән яҡындарын, дуҫтарын биҙҙереп бөтөр ине бит.
Һуңғы юлға сыҡҡанда барып йығылыр кешем дә юҡ тип уйланымы икән, кемгә ҡарап үпкәләне икән шул мәлдә? Эй АЛЛАҺЫбыҙ үҙе ғәфү итһен, ҡабул ҡылһын инде Ҡәюм ҡустымды! Беҙ ҙә ысын күңелдән ғафү итәбеҙ ҡустымды, бар булған асыуҙарыбыҙ, үпкәләребеҙ, рәнйеүҙәребеҙ юйылһын мәңгелек ысынбарлыҡ, үлем алдында, ҡустым да беҙҙе ғәфү итһен инде. АЛЛАҺЫ Тәғәлә үҙе ғәфү итһен ине беҙҙе лә, уны ла! Ауыр тупрағы еңел, ҡара гүрҙәре яҡты, тар ҡәберҙәре иркен, алды - арты хәйерле, иманы юлдаш, йәне ожмахтың түрендә булһын! Беҙ, нисек кенә ҡайғырһаҡ та, әрнеһәк тә, илаһаҡ та киткән яҡындарыбыҙҙы кире ҡайтара алмайбыҙ. Баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарыбыҙға изге теләктәребеҙҙе доғалар, аяттар бағышлап, хәйер – саҙаҡа биреп еткерә алабыҙ. Башҡаса аяуһыҙ әжәл алдында беҙ көсһөҙ...
Эйе, һүҙҙәр бөйөк көскә эйә дуҫтар. Яҙмыштарыбыҙҙы емерерлек, үҙебеҙҙе ауырыуға һабыштырырлыҡ ҡурҡыныс, яман һүҙҙәрҙән һаҡ булайыҡ. Алама һүҙ менән яҡындарыбыҙҙы, башҡа кешеләрҙе яралауҙан һаҡланайыҡ. Тормошобоҙ сәскә атһын, үҙебеҙ һау булайыҡ, беҙгә тик уңыштар юлдаш булһын тиһәк, ауыҙыбыҙҙан гөлдәр генә һибелеп торһон. Яҡшы, матур һүҙгә ни етә? Хәбәрҙе ипләп, уйлап һөйләргә кәрәк минеңсә. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйтеп, аҙағынан выждан ғазабынан, үкенеүҙән йонсоғансы, әйтмәй ҡалдырғаныбыҙ хәйерлерәк булыр ине тип уйлайым.
Әйтмәй үҙеңдә һаҡлаған һүҙең – һинең ҡолоң,
Әйтеп ысҡындырған һүҙең – һинең хужаң, - тигән бит Хафиз да.
ЗИЛДӘ ХӘМИҘУЛЛИНА.
Һүҙ көсө
Һүҙ көсө
Автор:
Читайте нас: