+4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь , 17:00

Иранда башҡорт ҡоролтайы булдырылды

Тегеранда башҡорт ҡоролтайы булдырылды. Урындағы йәмәғәт ойошмаһының маҡсаты — башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү.Ошо мәсьәлә буйынса дөйөм йыйылыш уҙғарылып, милли ойошма булдырыу ҡарары бер тауыштан хупланды. Берләшмәнең рәйесе итеп Азат Юлай улы Дилмөхәмәтов һайланды. Ул йыйылыштағы сығышында урында башҡорттар ҡоролтайы төҙөүҙең ҙур әһәмиәтен билдәләне.

 
Ирандың баш ҡалаһы Тегеранда башҡорт ҡоролтайы булдырылды. Урындағы йәмәғәт ойошмаһының маҡсаты — башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү.

Ошо мәсьәлә буйынса дөйөм йыйылыш уҙғарылып, милли ойошма булдырыу ҡарары бер тауыштан хупланды. Берләшмәнең рәйесе итеп Азат Юлай улы Дилмөхәмәтов һайланды. Ул йыйылыштағы сығышында урында башҡорттар ҡоролтайы төҙөүҙең ҙур әһәмиәтен билдәләне.

«Беҙ туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен һаҡларға һәм үҫтерергә, башҡорт ғаиләһе нигеҙҙәрен нығытырға, уның йәмғиәттәге, дәүләттәге социаль статусын күтәрергә бурыслыбыҙ. Бындай эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йәмәғәт берләшмәләренә ярҙам итеү мөһимлеге хаҡындағы саҡырыуын ҡабул итеү буласаҡ. Йәмғиәт менән дәүләттең берҙәм маҡсатта эшләүе илебеҙ үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Беҙҙең башҡорттар ҡоролтайы, милләттәштәребеҙҙең ҙур теләге нигеҙендә төҙөлгән ойошма, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерер тигән ышаныстамын», — тине Азат Юлай улы.

Йыйылышта урындағы башҡорт ҡоролтайының Уставы ҡабул ителде. Шулай уҡ Башҡарма комитет та булдырылып, уның составы һайланды. Көн тәртибенә ярашлы, ойошманың Контроль-иҫәп комиссияһы ла төҙөлдө.

Ирандағы башҡорт ҡоролтайы Тегеран ҡалаһының Саадат-Абад районында урынлашҡан.

https://vk.com/kurultaibashkir?z=photo-109622739_457317263%2Falbum-109622739_00%2Frev

Иранда башҡорт ҡоролтайы булдырылды
Иранда башҡорт ҡоролтайы булдырылды
Автор:
Читайте нас в