+7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь , 11:00

Илдар Манапов Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры итеп тәғәйенләнде

Хәҙер Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры (элек Олия Вилданова ине) вазифаһын Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, быға тиклем художество етксеһе булып эшләгән Илдар Манапов башҡара.

Илдар Манапов Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры итеп тәғәйенләнде
Илдар Манапов Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры итеп тәғәйенләнде

Илдар Манапов Чехияның Прага ҡалаһында тыуған. 2001 йылда Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһын (хәҙер колледж) тамамлаған. 2001 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй. Күп тапҡырҙар Өфөлә уҙған Р. Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнашҡан, унда Н. Сологуб (Дрезден театры), М. Думченко (Мария театры), К. Кретова («Кремль балеты»), Ю. Мияке («Тойота-Сити Балет») һәм башҡалар менән бергә сәхнәгә сыҡҡан.

Манапов ағымдағы репертуарҙағы спектаклдәрҙең төп партияларында, премьераларҙа, концерт программаларында һәм юбилей кисәләрендә сығыш яһай.

Ләйлә Аралбаева
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-21/bashkirskiy-horeograficheskiy-kolledzh-im-r-nureeva-vozglavil-ildar-manyapov-2959684

 

 

Автор:
Читайте нас в