«Рәсәй мәғлүмәт киңлегендә байтаҡ проекттар бар, улар төп һәм саҡырылған ҡунаҡ араһында диалог формаһында ҡоролған. Күп осраҡта уларҙы һүҙ алып барыуҙың ҡәтғи эҙмә-эҙлелеге берләштерә, был сценарийҙан ситләшеүгә юл ҡуймай, - тип һөйләне проект авторы Шәһит Хамматов. - Беҙҙең проект - һәр тамашасыға нәҡ уға ҡыҙыҡлы һорауҙар биреү мөмкинлеге ул. Саҡырылған геройҙарҙың айырым категорияһы - ул ҡасан да булһа беҙҙең театрҙа хеҙмәт иткән кешеләр». Билдәле актерҙар һәм билдәле шәхестәр менән башҡорт һәм рус телдәрендәге осрашыу-интервьюнан тыш, театр сәнғәте буйынса дәрестәр, шулай уҡ төрлө темаға оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, тип көтөлә.
Беренсе осрашыу 5 октябрҙә үк үтәсәк. Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина ҡунаҡ буласаҡ. Сара киске сәғәт 7-лә башлана. Осрашыуҙар аҙна һайын БР Милли йәштәр театрының Камера сәхнәһендә үткәреләсәк, тип планлаштырыла. Сәнғәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре союзының һәләтле йәш әҙәби, музыкаль һәм нәфис әҫәрҙәр авторҙары өсөн дәүләт стипендияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.