Батманды нисек эшләйҙәр?
Бөрйәндең «Таң» гәзите сайтында хәбәр ителеүенсә, райондың Ғәлиәкбәр ауылы оҫтаһы балаларға батман эшләү серҙәре хаҡында һөйләгән.
«Халҡыбыҙҙың аҫыл һөнәрҙәре, кәсептәре, йолалалары быуындан быуынға күсеп, һөнәрмәндәр, рухлы милләттәштәребеҙ арҡаһында бөгөнгө көнгә килеп еткән. Уны юғалтмай, артабан тапшырыу – бөгөнгө быуын өҫтөндәге мөҡәддәс бурыстар иҫәбендә.
Ғәлиәкбәрҙә быны яҡшы аңлайҙар. Бер төркөм балалар ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә ауыл оҫтаһы Самат Хәмит улы Сабитовтың оҫтаханаһында булып, уның батман эшләү серҙәре менән танышҡан.
Үҙең белгәнде йәш быуынға өйрәтеү – һауаплы эш. Балаларыбыҙ шулай ата-бабалар, өләсәйҙәр һөнәрҙәрен, милли йолаларҙы белеп үҫһә, рух һүнмәҫ, тел бөтмәҫ», - тиелә яҙмала.
https://vk.com/kurultaibashkir