Өфө ҡалаһы 107-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мираҫ Ишдәүләтов «Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсының финалсылары иҫәбенә инде. Ставрополь крайында уҙған конкурста илдең төрлө төбәктәренән 69 уҡытыусы ҡатнашты.
Фото: Айбулат Хажиндың социаль селтәрҙәге битенән