+7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь , 12:42

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Керчь ҡушаматлы ат тураһында спектаклдең премьераһы көтөлә

  Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» («Керчь. История боевого коня») спектаклен сәхнәгә сығарҙы. Миәкә районының Илсеғол ауылынан Керчь ҡушаматлы хәрби аттың тарихы тамашасыларҙы битараф ҡалдырмаясаҡ. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында фронтҡа оҙатыла, Бөйөк Ватан һуғышын үтә, ике тапҡыр яралана. 1947 йылда маршал Семен Буденныйҙың ҡушыуы буйынса тыуған ауылына ҡайтарыла. Керчь Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының берҙән-бер аты була. Тыныс ваҡытта колхозда тир түккән. 23 йәшендә вафат була. Илсеғол ауылында хәрби ат хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

- Спектакль сәхнә биҙәлеше, декорация буйынса билдәле бер ваҡытҡа һәм урынға бәйле түгел. Ул мәңгелек тураһында. Спектаклдә егермегә яҡын актер ҡатнаша. Улар аттарға, һалдаттарға, эшселәргә әүерелә. Төп ролде - Фәнил Ҡарасурин башҡара. Спектаклдең әҙерлекһеҙ аудиторияға ла аңлайышлы булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Беҙҙең тәүге тамашасылар - ҡала мәктәптәренән үҫмерҙәр баһалауынса, беҙ был маҡсатҡа өлгәштек, - тип һөйләне ҡуйыусы режиссер Айҙар Зарипов. Премьера 14 октябргә билдәләнгән. Билеттарҙы кассала һәм  СГТКО https://sgtko.ru/. сайтында алырға мөмкин.

«Пушкин картаһы» эшләй. Йәш категорияһы 12 +.

 

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Керчь ҡушаматлы ат тураһында спектаклдең премьераһы көтөлә
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Керчь ҡушаматлы ат тураһында спектаклдең премьераһы көтөлә
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Керчь ҡушаматлы ат тураһында спектаклдең премьераһы көтөлә
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Керчь ҡушаматлы ат тураһында спектаклдең премьераһы көтөлә
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Керчь ҡушаматлы ат тураһында спектаклдең премьераһы көтөлә
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Керчь ҡушаматлы ат тураһында спектаклдең премьераһы көтөлә
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Керчь ҡушаматлы ат тураһында спектаклдең премьераһы көтөлә
Автор:
Читайте нас в