+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2022, 17:00

Данлыҡлы копмозитор Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына 105 йыл

Өфөлә башҡорт композиторы, музыкант һәм йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рафиҡ Сәлмәновҡа 105 йәш тулыу айҡанлы ул йәшәгән Ленин урамы 43 һанлы йорт янында, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Композиторҙар союзы билдәле композиторҙың исемен иҫкә алды. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.  


Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов 1917 йылдың 15 сентябрендә Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.

Музыкаль белемде П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһ ҡарамағындағы башҡорт студияһында ала.

Рафиҡ Сәлмәнов балалар хоры өсөн әҫәрҙәр яҙыуы менән киң билдәле. Уның балалар өсөн вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәре музыка сәнғәтендә айырым урын алып тора.

«Йәш дуҫтар йырлай», «Илемә сәскә бүләк итәм» тигән вокаль йыйынтыҡтары балаларға ғына тәғәйенләнгән. Уның баян һәм фортепьяно өсөн инструменталь пьесалары музыка мәктәптәре, училищелар һәм башҡарыусы музыканттар өсөн тәғәйенләнгән. Рафиҡ Сәлмәновтың иң кескәйҙәр өсөн яҙылған «Тышта ҡар яуа» (Ҡадир Даян), уҡыусылар өсөн «Хеҙмәт йыры» (Әхтәм Ихсан), «Игенселәр йыры» (Шәриф Бикҡол), «Һалдат моңдары» (Зәйни Рафиҡов), «Әбйәлил» (Шәкир Бикҡолов) йырҙарынан башлап Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Минең йондоҙом», «Юл йыры», «Дан һиңә, дан, Башҡортостан», «Именлек һөнәре», «Хушлашыу», Ҡадир Даян шиғырына яҙылған «Дуҫлыҡ йыры», «Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары», «Таң йыры», «Ҡарасәс», Нәжиб Иҙелбай һүҙҙәренә «Сирень сәскәләре», Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә «Күңел һағышына йәшлек эҙҙәренән», «Дилбәр», Ғилемдар Рамазанов һүҙҙәренә «Эҙләйем һине» йырҙарына тиклем кесеһе лә, олоһо ла, һәр кем белә.

Бынан тыш Рафиҡ Сәлмәнов халыҡ музыкаһына таянып байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә. Уның тынлы ағас инструменттар өсөн «Турат тауы» тигән музыкаль легендаһы, скрипка һәм фортепьяно өсөн «Яҙғы вальс» әҫәре киң билдәле.

Композиторҙың балалары - Салауаттың улы һәм Айһылыуҙың ҡыҙы ла композитор. Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы билдәләүенсә, бөгөн - уның өсөн үҙенсәлекле көн. - Был йортта беҙ үҫтек, атайыбыҙҙың бөтә ижади йылдары ошонда үтте. Сараны ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ, һәм бөйөк композитор Рафиҡ Сәлмәнов хаҡында хәтер кешеләрҙең күңелендә һаҡланһын ине. Тотош быуын уның әҫәрҙәрендә үҫте, үҙенән һуң тос, күп ҡырлы музыкаль мираҫ ҡалдырҙы һәм киләсәктә республика музыка мәктәптәренең береһенә уның исеме бирелһен ине, - тине ул.

Данлыҡлы копмозитор Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына  105 йыл
Данлыҡлы копмозитор Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына  105 йыл
Данлыҡлы копмозитор Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына  105 йыл
Данлыҡлы копмозитор Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына  105 йыл
Данлыҡлы копмозитор Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына  105 йыл
Данлыҡлы копмозитор Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына  105 йыл
Данлыҡлы копмозитор Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына  105 йыл
Данлыҡлы копмозитор Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына 105 йыл
Автор:
Читайте нас в