«Өфөнән Илмира Сәлимова Санкт-Петербургта уҙған халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында еңде һәм «Нева һылыуы- 2022» исемен яуланы», - тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров. - Илмира менән бер нисә ай элек танышҡас, ул үҙенең маҡсатҡа ынтылышы һәм көслө рухлы булыуы менән мине әсир итте. 20 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ байтаҡ ауырлыҡтар кисергән... Әммә бирешмәгән. Ул тормошто ярата. Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идара итеү институтында уҡый, Рима Баталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә коляскала фехтование секцияһында шөғөлләнә. Йәнә ошондай һоҡланғыс сараларҙа ҡатнаша. Илмира, мин һеҙгә ышандым һәм барыһы ла килеп сыҡҡанға бик шатмын! Һоҡланам һәм еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым!»
Өфөнән 20 йәшлек Илмира Сәлимова Санкт-Петербургта үткән «Нева гүзәле-2022» халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында республика исеменән сығыш яһаны. Унда коляскалағы мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар ҡатнаша. Илмира башҡорт милли кейемендә сығыш яһаны. Түшелдерек менән баш кейемен ул әсәһе менән бергә эшләгән. Илмира өсөн махсус рәүештә башҡорт милли кейеме тегелгән. «Айлы» оҫтаханаһы ярҙам итте. Ильмира Сәлимова туризм һәм уңайлы мөхит тураһында презентация менән сығыш яһаны, шулай уҡ туған телдә ете ҡыҙ тураһында легенда уҡыны. Сәхнәгә композитор Урал Иҙелбаев эшкәртеүендәге халыҡ көйө оҙатыуында сыҡты.
Фотолар Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.